Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
22.02.2017
ИР-ЕГЕТ—ИЛ КӨҘГӨҺӨ
Untitled document

Линара ҠЫРЫМҒУЖИНА

Ир-егет—ил көҙгөһө, тиҙәр. Ватаныбыҙҙың көслө, ныҡлы икәнен раҫлаған тәүәккәл, батыр, рухлы, илһөйәр ир-азаматтарыбыҙ бик күп. Уларға бынамын тигән алмашсыларҙың үҫеп килеүе лә илебеҙҙең ышаныслы ҡулдарҙа булыуын һөйләй.

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында танышып ғаилә ҡорған Fәббәсовтар булдыҡлы өс ул үҫтерә. Иңдәрендә погон йөрөткән атай һәм әсәй ҡулында тәрбиәләнеүсе егеттәрҙең киләсәктә илебеҙгә терәк-таяныс булырҙарына шик юҡ.

Fаилә башлығы Азат Булат улы тәүге һөнәре буйынса уҡытыусы. Бер аҙ мәктәптә эшләгәндән һуң, юридик белем ала һәм Аҡъяр милиция бүлегендә тәүтикшереүсе булып эш башлай. Тиҙҙән тырыш, эшен яратып башҡарған хеҙмәткәрҙе бүлек начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Рәсәй эске эштәр министрлығы идаралығы академияһында белемен камиллаштыра. Әлеге көндә ул Өфө ҡалаһы райондарының береһендә Полиция бүлеге начальнигы булып эшләй.

Ҡатыны Алһыу Фәрит ҡыҙы БДУ-ның иҡтисад факультетын тамамлағас, Аҡъяр милиция бүлегенә эшкә килгән. Уны миграция хеҙмәте начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Ул да ситтән тороп юридик белем ала. Әлеге көндә майор званиеһында ошо уҡ хеҙмәттә эшләп йөрөй.

Fәббәсовтарҙың өлкән улдары Камил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында белем ала. Тырыш егет йыш ҡына төрлө олимпиадаларҙа ҡатнаша. 11 класта уҡығанда Рәсәй кимәлендәге олимпиада призеры булғаны өсөн дә юғары уҡыу йортона имтихандарһыҙ уҡырға ингән.

Икенсе улдары—Артур. Ул бәләкәйҙән хәрби булырға хыяллана һәм  ата-әсә фатихаһы менән Суворов исемендәге Мәскәү хәрби училищеһына уҡырға инә. 6-сы класта уҡыған малай һынатмай. Инглиз телен, физкультура дәрестәрен ярата.

Бәләкәстәре Арсенға әле ни бары 5 йәш, балалар баҡсаһына йөрөй. Киләсәктә Артур ағаһы һымаҡ хәрби булырға хыяллана.

—Һәр бала яратыуға мохтаж. Бәләкәй саҡтан улар һинең йылыңды, һө-йөүеңде тойоп үҫергә тейеш. Улдарыбыҙҙың фекерҙәрен тыңлап, һәр нәмәне уртаға һалып       һөйләшәбеҙ. Малайҙарҙы ысын ир-егет итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ. Аталарына оҡшаһалар—бирешмәҫтәр,—ти Алһыу Фәрит ҡыҙы.

Әле Fәббәсовтар төрлө яҡта. Улар бер-береһен һағынып осраша, ял-байрамдарҙы бергә уҙғара. Күркәм, татыу ғаиләгә бәхет һәм уңыштар       теләйбеҙ.

 

Һүрәттә: Азат һәм Алһыу Fәббәсовтар улдары Артур менән.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap