Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
03.03.2017
БАЙРАМ НИГЕҘЕНДӘ—ИЗГЕ ҒӘМӘЛ
Untitled document

Күп кенә мосолман ҡәрҙәштәр бөтә илебеҙҙә билдәләнгән байрам даталарын инҡар итә. Әммә был әллә ни дөрөҫ тә түгел. Мәҫәлән, 23 февраль—Ватанды һаҡлаусылар көнөн ниңә инҡар итергә? Илде һаҡлау—изге бурыс, ошо ғәмәлде үтәүселәрҙе беҙ хөрмәтләргә тейешбеҙ. Йыл дауамында иғтибарҙан ситтә ҡалып килә икән, исмаһам ошо дата көнө ихтирам күрһәтергә кәрәктер. Әлбиттә, мин бында гонаһҡа батырыр аҙымдарҙы—шешә ҡосаҡлап, эсеп байрам итеүҙе бөтөнләй хупламайым. Ә бары тик Ватанға тоғролоҡ, илһөйәрлек сифаттарына иғтибар йүнәлтергә саҡырам.

Бына тиҙҙән гүзәл заттарҙың байрамы етә. Уның да ғәмәле изге, беҙ донъябыҙҙағы йәшәйеште дауам итеүсе, тормошобоҙға йәм биреүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы хөрмәтләргә бурыслыбыҙ. Ҡөръән-Кәримдә «Әл-Нисә» (ҡатындар) сүрәһе бар. Уны уҡыған кеше динебеҙ гүзәл затты ни тиклем юғары дәрәжәгә күтәреүе тураһында аңлар ине. Унда ҡатындарҙың хоҡуғы, уларға ир-аттың ыңғай мөнәсәбәте, ғаилә ҡоролошо, улар нәҫелде дауам итеүселәр икәнлеге һәм башҡа бик күп ыңғай ҡараш тәфсир ителә.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.с.) хәҙисендә «Йәннәт әсәләрҙең аяғы аҫтында» һәм икенсе хәҙисендә: «Әсәйҙәргә «Уф» тип тә әймәгеҙ» тиелә. Ошо бөйөк һүҙҙәр күҙлегенән ҡарағанда ла беҙ әсәйҙәребеҙгә, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға, өләсәй-ҡартәсәйҙәребеҙгә, ҡыҙ балаларыбыҙға тик 8-се март йә тыуған көндәрендә генә түгел, ә ғүмер буйы оло ихтирамлы булырға тейеш икәнебеҙ күренә.

Ҡәҙерле нәфис заттар! Һеҙ ҙә үҙ нәүбәтегеҙҙә инсафлы, пак, әҙәпле, ғәзиз һәм тыңлаусан булып, харамдан баш тартып, үҙегеҙҙе һәм ғаиләләрегеҙҙе бәхетле итегеҙ. Үҙ бурыстарығыҙҙы теүәл үтәп, ғаилә усағын һүндермәгеҙ.

Бар халыҡ шау-гөр килеп был матур яҙғы байрамға әҙерләнгәндә күңел ҡырғыс күренеш тә осрай: ҡатын-ҡыҙ көндәр буйы аш бүлмәһендә бешеренә, табын әҙерләй. Ошо мәл коллективта уҙғарылған байрам сараһынан ире иҫерек ҡайтып инә. Нишләһен бахыр ҡатын-ҡыҙ: аяғында баҫа алмаған ирен күтәреп тигәндәй индереп һала. Ул бит сәскә тотоп ҡайтҡан! Ошонан сығып ир-егеттәргә лә нәсихәт әйтке килә: ҡатындарҙың күҙ йәштәрен түктермәгеҙ, сөнки һәр бер тамсыһы өсөн Аллаһы Тәғәлә язаһын бирер. Ҡатын-ҡыҙ мыҫҡыл ителер өсөн, түбән булыр өсөн һинең аяғыңдан яралтылмаған, ә Әҙәмдең ҡабырғаһынан, ҡулың тапҡырынан яралтылған. Һәр ваҡыт ҡулға-ҡул тотоношоп, терәк булыр өсөн, һәм һинең йөрәгең тапҡырынан алынған, һинең йөрәгеңә яҡын булып, һөйөү һәм һөйөлөү өсөн. Никах уҡытып уны кәләшлеккә алғанһығыҙ икән, кәмселектәре булһа ла, сабыр итегеҙ, риза булығыҙ һәм матур тормош көтөгөҙ.

Барығыҙға ла хәйерле үә бәрәкәтле ғүмерҙәр насип итһен, иҫәнлек, һаулыҡ, ныҡлы иман теләйем.

 

Изге доғалар менән—Башҡортостан мосолмандарының Урал аръяғы ахуны Хәмзә хәҙрәт Хафизов.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap