Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
03.03.2017
ЭХ, ТӘМЛЕЛЕГЕ, ТЕЛДЕ ЙОТОРЛОҠ...
Untitled document

Ниндәй генә байрам булмаһын—туй тантанаһымы, тыуған көнмө, юбилейҙармы табын түрен матур-матур торттар, төрлө тәмлекәстәр биҙәй. Уларҙы бешереүгә оҫталығың юҡ икән, йә ваҡытың етмәһә, ҡайғырырға ла кәрәкмәй. Интернет тултырып реклама биреүсе оҫталар күп бит хәҙер. Шундайҙарҙың береһе, заказға тәмлекәстәр бешереүсе Элина Ҡаҙаҡбаева менән беҙ «Бәйләнештә» социаль селтәрендә таныштыҡ.

Оҫта ҡыҙҙың сәхифәһендә ниндәй генә татлыҡайҙар юҡ. Ә заказ буйынса бешергән капкейктарын күргәс, бөтөнләй өнһөҙ ҡалдым. Уларҙың кеше ҡулы менән эшләнгәненә лә ышаныуы ҡыйын, шул тиклем матур, хатта ашарға ла йәл кеүек. Шуныһы ҡыҙыҡ: Элина кондитер түгел, ашнаҡсы курстары ла үтмәгән.

Белорет ҡалаһында тыуып үҫкән ҡыҙ мәктәптән һуң Сибай институтының иҡтисад факультетына уҡырға инә, шул уҡ ваҡытта ситтән тороп юрист белемен дә үҙләштерә. Диплом алғандан һуң, Өфө ҡалаһында халыҡты социаль яҡлау үҙәгендә эшләй. Кейәүгә сыҡҡас яҙмыш юлдары уны кире Сибай ҡалаһына алып килә. Үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы рецепттар буйынса бешеренергә яратҡан йәш хужабикә торттарға ла тотона.

—Декрет ялында ултырғанда үҙеңде төрлө яҡлап һынап ҡарарға мөмкин. Төрлө һәләттәреңде асыу өсөн ваҡыт та бар. Торттар бешереү менән улыма бер йәш тулғас ҡыҙыҡһына башланым. Төрлө рецепттар буйынса тәүҙә ябайҙарын бешереп ҡараным, оҫталыҡ арта барған һайын ауырыраҡ композицияларға тотона инем. Беренсе тортты әсәйемдең тыуған көнөнә әҙерләнем. Саҡырылған ҡунаҡтарҙың барыһы ла уның биҙәлешенә аптырап, татлылығы магазин торттарынан күпкә яҡшыраҡ икәнен әйтте. Тора бара яҡындарым заказ бирә башланы. Шулай яйлап оҫтарҙым. Гел торт ҡына бешереп булмай бит инде. Төрләндереү маҡсатында капкейктарға, йәғни төрлөсә итеп биҙәлгән кекстарға тотондом. Әлбиттә, уңмаған саҡтары ла булды. Шундай ваҡыттарҙа мине дәртләндереп тороусы тәнҡитсем дә, маҡтаусым да булған иремә, ижади эшләүемә илһам биргән улыма рәхмәтлемен,—ти Элина.

Заказ биреүселәрҙең теләктәрен тормошҡа ашырып эшләргә тырыша оҫтабикә.

—Бер тортты эшләү өсөн ике көн ваҡыт кәрәк. Тәүҙә бисквитты бешереп алаһың, яҡшы итеп һыуынғас ҡына уны биҙәргә мөмкин. Был инде иң ҡатмарлы этап. Барлыҡ фантазияны эшкә егергә кәрәк. Клиенттан рәхмәт һүҙҙәре ишетеү күңелгә май булып яғыла,—тип өҫтәп ҡуйҙы Элина.

Элина Ҡаҙаҡбаева әлеге мәлдә лә камиллашыу юлында, яңынан-яңы рецепттар өйрәнә. Һеҙ ҙә уның ҡулдары менән эшләнгән татлыҡайҙарҙы ауыҙ итергә теләһәгеҙ «Бәйләнештә» селтәрендә уның сәхифәһенә (https://vk.com/eli777na) инеп заказ бирә алаһығыҙ.

 

Азалия Мазһарова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap