Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
03.03.2017
ГӨЛДӘР ХУШ ЕҪ ТАРАТА
Untitled document

Өй тултырып гөлдәр үҫтереүсе хужабикәләргә мин һәр ваҡыт бер аҙ көнләшеп ҡарайым. Сөнки тәҙрә төптәрен биҙәп ултырыусы аллы-гөллө сәскәләрҙе тәрбиәләү өсөн күпме наҙ, дәрт кәрәк.

Баймаҡ районының Билал ауылында йәшәүсе Фатима Fайсина ла сәскәләр донъяһына ғашиҡ.

—Бала саҡтан төрлө-төрлө сәскәләр үҫтерергә хыялландым. Йәштән фермала һауынсы булып эшләгәс, яратҡан шөғөлөмә ваҡыт ҡалмай торғайны. Хаҡлы ялға сыҡҡас та быға иркенләп тотондом. Урамдағы баҡсаны киңәйтеп сәскәләр ултырттым. Ҡайҙалыр уларҙың яңы төрөн күреп ҡалһам, мотлаҡ үҙемә алып ҡайтыр булдым. Йорт гөлдәрен бер япраҡтан да үҫтереп була бит. Тик уларҙы бала кеүек ҡарарға кәрәк,—ти Фатима Хәләф ҡыҙы.

Сәскәселек менән шөғөлләнеүсе ханымдың өйөндә 70 төрлө бүлмә гөлө иҫәпләнә. Мәҫәлән, Әҙрәс исемлеһенең (Бегония) 22 төрө бар икән. Әлеге мәлдә уларҙың күбеһе сәскә ата башлаған. Миләүшәләрҙең—9, кактустарҙың 3 төрө шау сәскәгә күмелгән. Фатима апайҙың иң яратҡаны—тамсы гөлө. Уның уттай янып торған ҡыҙыл сәскәләре өйгә айырыуса йәм бирә.

Уңған хужабикәнең тәҙрә төбөндә хатта лимон-мандариндар ҙа емеш биреп ултыра.

—Әле лимондың сәскәгә бөрөләнгән сағы, 5 сәскәһе һәм бер емеше бар. Мандариндың шуныһы яҡшы: ул йыл әйләнәһенә сәскә атып, уңыш бирә. Әле уның 5-6 емеше бешергә тулышҡан. Бер айҙан ашарға әҙер буласаҡ. Өй гөлдәренең барыһы ла йылы һыу ярата. Сәскәләрҙе һуғарыуға 30 литр самаһы һыу китә. Уны ҙур ҡаҙанда йылытам, һуңынан йылымыс ҡына итеп гөлдәремә һибәм,—тип дауам итә Фатима апай.

Хужабикә баҡса сәскәләренә айырым иғтибар бүлә. Сәскә орлоҡтарын Баймаҡтан йәки почта аша яҙҙырып ала. Әле ул ләләләр сәсеү менән мәшғүл. Көндәр йылынғас үҫентеләрҙе баҡсаға сығарып ултыртасаҡ. Түтәлдәрҙе шулай уҡ күп йыллыҡ циния һәм күгәрсен күҙе биҙәйәсәк. Хужабикәнең иң яратҡандары—Арыҫлан ауыҙы (Львиный зев), Сальва. Йондоҙ сәскәләрҙең (астра) әрһеҙ   булыуын оҡшата. Улар көҙгө ҡырауға ла бирешмәй ихатаны йәмләп ултыра.

—Сәскәләр мине йәшәтә, күңел тыныслығы бирә. Улар менән булышып көндөң нисек үткәнен дә һиҙмәй ҡалам. Балалар һәм күрше-күләндең гөл-сәскәләргә ҡарап ҡыуаныуынан ҙур ҡәнәғәтлек алам,—тип һөйөнә Фатима апай.

Уңған хужабикәнең малы ла ишле. Ҡаҙ, күркә, тауыҡтарының ғына һаны 70-80-гә барып етә.

Бынан 12 йыл элек тормош иптәше Фәйез Fәзиз улы фани донъяны ташлап киткәс, Фатима апай үҙен тулыһынса балаларына бағышлай. Дүрт таяуы булған ҡыҙҙары Әлфиә, Гөлфиә, Зөлфиә һәм Сөмбөлдөң хәҙер үҙ ғаиләләре, бала-сағаһы бар. Балалары уны бер ҙә яңғыҙын ҡалдырғаны юҡ, бар яҡлап ярҙам итеп тора. Фатима ханым ҡыҙы Гөлфиә, ейәндәре Зәки һәм Илһам менән бергәләп донъя көтә.

—Ете ейәнем һәм өс ейәнсәрем бар. Йәйгеһен улар миңә сәскәләрҙе үҫтерергә лә, мал-тыуар һәм ҡош-ҡортто ҡарарға ла ярҙам итә,—ти бәхетле өләсәй.

Йырҙа йырланғанса, Фатима апай гөлдәр ярата, гөлдәр хуш еҫ тарата. Әйҙә, ошо гармония оҙаҡ йылдар дауам итһен, «Сәскә апай»ыбыҙҙың киләсәк тормошо ла гөл-сәскәләй матур булһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.

 

Һүрәттә: Фатима ханым гөлдәр араһында.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap