Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
03.03.2017
КӨМӨШ ЙӨҘӨК, ҠУШ БЕЛӘҘЕК...
Untitled document

Һуңғы арала стилләштерелгән милли биҙәүестәр, этно-стилдә эшләнгән төрлө аксессуарҙар замана зауығына әйләнде. Хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар милли биҙәгебеҙҙе сағылдырған матур-матур алҡа-балдаҡтарға, беләҙек-муйынсаҡтарға, сәсүрмескә, селтәрҙәргә өҫтөнлөк бирә.

Сығышы менән Хәйбулла районының Аҡназар ауылынан булған Фидан Сәғитов Өфөлә ярты йыл инде ошондай матурлыҡты тыуҙырыу менән булыша башлай.

—Көндәрҙең береһендә сәй табыны артында ҡайнымдар менән Алтай крайына булған сәйәхәтебеҙ тураһында фекер алышып ултырҙыҡ. Туристар өсөн иҫтәлеккә ул яҡта нимә генә һатмайҙар: сувенирҙар, Алтай үләндәре, этностилдә эшләнгән биҙәүестәр, орнаменттар төшөрөлгән әйберҙәр. Беҙҙең Башҡортостанға ла бик күп туристар килә. Улар күберәк билдәле мәмерйәләргә, ҡурсаулыҡтарға бара. Шул маршрут буйлап үҙебеҙ ҙә йөрөп сыҡтыҡ. Беҙҙә иҫтәлек өсөн шул ерҙең тәбиғәте төшөрөлгән примитив магниттар, төрлө яҙыуҙар төшөрөлгән футболка-бейсболкалар ғына һатыла. Шул турала уйланып ултырғанда ҡайным: «Үҙебеҙҙең этностилдә эшләнгән сувенирҙар булһа яҡшы булыр ине. Кейәү, әллә тәүәккәлләйһеңме?»—тине. Уның идеяһы оҡшаны. Ҡайным, ҡатыным бергәләп эшкә тотондоҡ. Тәүҙә төрлө эскиздар эшләнек, материалдың, эшләтеү хаҡын ҡушып һанап сығарғас, ноябрь айында был эште башлап та ебәрҙек,—ти Фидан.

Этностилдә биҙәүестәр эшләүселәр бар. Уларҙы күбеһе саф көмөш ҡулланып эшләй. Әлбиттә, ундайҙарҙың хаҡы ла ҡиммәт, һәр кем уны һатып алыу мөмкинлегенә эйә түгел. Ошоно иҫәпкә алып, Фидан үҙ биҙәүестәрен мельхиор иретмәһенән эшләп, көмөш ялатып ҡуя. Улар көмөштәрҙән бер ере менән дә кәм түгел, ә хаҡы яғынан ҡарағанда һигеҙ, хатта ун тапҡырға осһоҙораҡ сыға.

Сәғитовтар борон-борондан халҡыбыҙ көнкүрешендә ҡулланылған кейеҙҙе лә урап үтмәй. Унан төрлө түбәтәйҙәр, ултырғыс түшәктәре, хатта сумкалар ҙа тегеп ҡуялар. Кейеҙгә составы буйынса оҡшаған фетр туҡымаһынан аҡса янсыҡтары, телефондар өсөн тышлыҡтар (чехолдар) эшләйҙәр һәм һәр береһенә башҡорт орнаменттары ла төшөрәләр. Шулай уҡ Ҡаҙағстанда етештерелгән тәбиғи материалдарҙан тегелгән яулыҡ-палантиндар ҙа табырға мөмкин. Әлеге ваҡытта заказ буйынса күндән төрлө аҡса янсыҡтары, сумкалар етештерә башлағандар. Заказдарҙы «Бәйләнештә» селтәрендәге «Этно-Маркет» (https://vk.com/etnomarket_ufa) төркөмө аша ҡабул итәләр. Бөтә етештерелгән әйберҙәрҙең фотоһүрәтен бында ҡарарға була.

Халҡыбыҙҙың биҙәге заманса стилләштереп булһа ла һаҡланып килеүе ҡыуандыра. Бындай матур эш башлап ебәреүсе Фидан Сәғитовҡа уңыштар теләп ҡалабыҙ.

 

Ләйлә Ишмырҙина.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap