Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
03.03.2017
ҺӘР ЙӘШТЕҢ ҮҘ МАТУРЛЫҒЫ
Untitled document

Хаҡлы ялға сығыусыларҙың күбеһе үҙен өй мәшәҡәттәренә, ғаиләһенә бағышларға тырыша. Әммә араларында әүҙем тормош  алып барыусылар ҙа осрай. Сибай ҡалаһында йәшәүсе мәғариф ветераны, 37 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған Нурбикә Әсхәт ҡыҙы Хөснуллинаны заман менән бергә атлаусы ханымдар рәтенә индерергә була. Йөҙөнән нур һәм йылмайыу китмәгән әңгәмәсем үҙ шөғөлөн табып, бәхетле йәшәй. Барлыҡ уңыш-ҡаҙаныштары өсөн ул яратҡан ғаиләһенә—иренә, балаларына һәм ейән-ейәнсәрҙәренә рәхмәтле.

—Нурбикә Әсхәт ҡыҙы, ағас тамыры менән, ә кеше нәҫеле менән көслө. Үҙегеҙ менән яҡындан таныштырып үтһәгеҙ ине?

—Беҙҙең төп сығышыбыҙ Баймаҡ районының Буранбай ауылынан. Шәжәрә буйынса Буранбай, Fәйетбай, Үтәбайҙар бер туғандар була. Fәйетбайҙар нәҫелен дауам итеүсе атайым Әсхәт Шәкир улы—таусы. Әсәйем Бибикамал Иҙелбай (әле был ауыл юҡ) ауылынан. Ул да таусылар тоҡомонан. Ҡартатайым Шөғәйеп Солтангәрәев алтын йыуыусы булған. Һуғыш ваҡытында әсәйем 13 йәшендә шахтаға алтын йыуыу эшенә барған. Ата-әсәйемдәрҙең туйы 1945 йылдың сентябрендә була. Был һуғыштан һуң ауылда билдәләнгән тәүге туй булараҡ тарихҡа уйылып ҡалған.

1951 йылда карьер асылғас та атайым ғаиләһен Сибайға күсереп алып килгән. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ул карьерҙа быраулау станогы машинисы булып эшләй. Әсәйем төрлө эштәрҙә йөрөнө. Әлеге мәлдә 88 йәшлек яҡын кешем үҙ аллы донъя көтә. Беҙ 5 бала үҫтек. Иң өлкәне—ағайым, драматург Наил Fәйетбаев, Өфөлә йәшәй. Мин унан һуң тыуғанмын. Тағы ла Fәлимә һеңлем, игеҙәктәр—Динә һәм Миңзилә бар.

—Уҡытыусы һөнәрен һайлауығыҙ осраҡлы түгелдер, моғайын?

—Бала саҡтан өс һеңлемә тәрбиәсе лә, уҡытыусы ла булдым мин. Шунда һәләтем асылғандыр, Сибай ҡалаһының 8-се мәктәбен тамамланым да педагогия училищеһына уҡырға индем. 1971 йылда уҡып бөтөп, йүнәлтмә буйынса Учалы районының Ирәмәл тауы буйында урынлашҡан Абдулҡасим ауылына эшкә барҙым. 25 ба-ла уҡыған башланғыс мәктәпкә директор итеп ҡуйҙылар. Үҙемә ярҙамсы итеп яңы ғына 10-сы класты тамамлаған Лилиәне эшкә алдым. Яҙмыштыр инде. Һуңынан ошо ҡыҙҙың ағаһы Сәлихкә кейәүгә сыҡтым. Улар Наурыз ауылынан ине. Сәлих әрмелә саҡта Лилиә уға хат яҙып, минең турала хәбәр иткән. Аҙаҡ ул әрменән ҡайтҡас, беҙ Наурыз ауылына семинарға барҙыҡ һәм Лилиәләргә сәйгә индек. Сәлихтең әйтеүенсә, ул бер күреүҙән миңә ғашиҡ булған. Мин дә уны оҡшаттым. Шулай итеп, 1972 йылда беҙ өйләнештек.   Наурызда 4 йыл эшләнем, БДПИ-ның ситтән тороп уҡыу бүлегенә уҡырға индем.      Артабан Уральск ҡасабаһына, миллионер «Байрамғол» совхозына күсеп барып,         20 йыл шунда эшләнек һәм йәшәнек.

—Fаиләгеҙ, эшегеҙ, шөғөлөгөҙ, ғөмүмән, үҙегеҙҙең тормошоғоҙ тураһында ентекләберәк һөйләһәгеҙ ине?

—1996 йылда Сибайға күсеп ҡайттыҡ. 12 йыл Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында башланғыс кластар уҡытыусыһы булдым. Ирем—һөнәре буйынса водитель. «Йылылыҡ селтәре» предприятиеһы, район-ара туберкулезға ҡаршы диспансерҙа эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Улыбыҙ Илдар Өфөлә йәшәй. Ҡыҙыбыҙ Юлиә—Сибайҙа. Икәүһенең дә үҙ ғаиләләре бар. Баланың балаһы—балдан татлы, тигән-дәй, 4 ейән һәм бер ейәнсәребеҙгә ҡыуанып бөтә алмайбыҙ.

Хаҡлы ялға сыҡҡас та тормош дауам итә. Тик өйҙә бикләнеп ултырырға ярамай. Аллаға шөкөр, мин дә үҙ шөғөлөмдө таптым. «Фаберлик» кампанияһына эшкә урынлашыу миңә өмөт ҡанаттары ҡуйҙы.  Белеүегеҙсә, был Рәсәй кампанияһы бик сифатлы кислородлы косметика продукцияһы, балалар һәм өлкәндәр өсөн кейем-һалым, йорт өсөн тауарҙар етештерә. Уларҙы һатыуға сығарабыҙ, үҙебеҙ рәхәтләнеп ҡулланабыҙ. Төрлө уҡыу курстары үттем. Самара, Мәскәү, Екатеринбург һәм Өфө ҡалаларына барып тәжрибә тупланым. Ошо өлкәлә өс йыл эшләгәндән һуң мине кампанияның директоры итеп ҡуйҙылар. Минеңсә, теләгән һәр кем күңеле теләгән шөғөл менән булыша һәм теге йәки был өлкәлә үҫә ала. Хаҡлы ялға сыҡҡандарға шундай теләк әйтер инем: төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ, ҡул ҡаушырып ятмағыҙ, алдығыҙға маҡсат ҡуйығыҙ, яратҡан шөғөлөгөҙҙө табығыҙ, уңыштарға ирешегеҙ. Үҙеңде нисек көйләйһең, шулай була. Һеҙҙең барығыҙға ла күңел күтәренкелеге, яҡшы кәйеф теләйем!

—Фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Артабан да уңыштарығыҙға һөйөнөп, яҡындарығыҙға кәрәк һәм терәк булып йәшәргә яҙһын.

 

Әңгәмәне Альбина Таһирова ҡорҙо.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap