Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
03.03.2017
УПҠЫНҒА ИЛТКӘН АҘЫМ
Untitled document

Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн илебеҙҙә йәшәгән һәр унынсы уҡыусы наркотик татырға өлгөргән. Ә колледждарҙа һәм техникумдарҙа хәлдәр бигерәк тә киҫкен. Университет, институттарҙа, айырыуса абруйлы тип һаналғандарында, студенттарҙың 30 проценты—ошо илерткес матдәнең ҡоло.

—Наркомания Рәсәй халҡын юҡҡа сығарыу менән янай. Наркотик һатыусыларға ҡаршы көрәшеүҙән тыш, уға ихтыяжды кәметеү, яңы быуын наркомандарының барлыҡҡа килеүен иҫкәртеү йүнәлешендә лә әүҙем эшләргә кәрәк,—тип мөрәжәғәт итте Сибай ҡалаһының медицина колледжында наркоманияға ҡаршы үткән сарала Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш идаралығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлек начальнигы Д.Б.Үзбәков.—Ҡалала мәктәп уҡыусылары һәм студенттар араһында наркотик ҡулланыуҙы иҫкәртеү буйынса ҙур тәжрибә тупланған, депутаттар наркоманияға ҡаршы закондарҙы камиллаштырыу буйынса әүҙемлек күрһәтә. Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәт ҡарамағындағы бүлек бер аҙға ябылып торғандан һуң, эске эштәр органдарында айырым бүлек булараҡ эшмәкәрлеген тергеҙҙе. Бөгөнгө көндә 4 кеше эшләйбеҙ. Былтыр ҡалала наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡағылышлы 47 енәйәт ҡылынһа, быйыл 2 айҙа ғына 14 енәйәт теркәлде. Шуларҙың 10 осрағы илерткес матдәләр һатыуға бәйле.

Медицина колледжы студенты Анжела Ширалееваның сығышында йәштәрҙе уйға һалырҙай факттар күп яңғыраны. Рәсәйҙә наркомандарҙың рәсми теркәлгәндәре генә лә бер миллиондан ашыу. Шуныһы күңелгә шом һала: бындайҙар йылдан-йыл арта. Наркомандарҙың 89 проценты С һәм В гепатиты менән сирләһә, 20 проценты СПИД, ВИЧ-инфекция йөрөтә.

Республикала героин менән һатыу итеү кәмеүгә бара. Әммә ҡыуанырға иртә, сөнки синтетик наркотик етештереү күләме артҡан. Дөрөҫөрәге, «аҡ үлем» ҡолдары героин урынына, арзан тип, йышыраҡ спайс, тартыу ҡатнашмаһы ҡуллана. Ә наркомандар һаны, белеүебеҙсә, ағыу төрөнә ҡарамай, арта ғына.

Төнгө клубтарҙа, дискотекаларҙа һауалай таралған был наркотик төрө героиндан да ҡурҡыныс. Сөнки элек ағыуҙы ситтән ташыһалар, хәҙер иһә уны үҙҙәре өй шарттарында етештерә.

Ҡаланың уҡыу йорттары студенттары наркотиктарға ҡаршы сарала фәһем алырлыҡ мәғлүмәттәр алып ҡына ҡалманы, сәхнәләштерелгән бәләкәй әҫәрҙәрҙе лә ҡараны.

Замана афәтенә ҡаршы ошондай уҡ сара Сибай педагогия колледжында ла      ойошторолдо.

 

Рәсүл Мансуров.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap