Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
03.03.2017
ЙОМАРТ ҠУЛҒА МАЛ КЕРЕР
Untitled document

Гөлдәр ҠАДАЕВА

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылының «Бикбау» сауҙа үҙәге ҙур ҡалаларҙыҡынан бер ҙә ҡалышмай. Бында йәнең теләгән әйбер, йыһаз бар, ризыҡтарҙың төрлөлөгөнән кәштәләр һығыла. Район үҙәгендә йәшәүселәр ҙә, ауылдарҙан килеүселәр ҙә айырыуса «Бүләктәр. Һауыт-һаба. Картиналар» бүлеген үҙ итә. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки бында хаҡтар арзан, әйберҙәр төрлө һәм үҙенсәлекле. Иң мөһиме—бүлектең хужабикәһе Рәфиә Рафиҡ ҡыҙы Үзбәкова һәр һатып алыусыны яҡты йөҙ менән ҡаршы ала, теләгән әйберҙәрен һайлаша.

—Йылыға йылан да эйәләй тиҙәр, бит. Ҡулланыусыларымдан йылы һүҙемде йәлләмәйем. Яҡты йөҙ—ул үҙе зиннәт.   Йомарт ҡулға мал керер тигән әйтемгә   таянып, бағыусылыҡ менән дә шөғөлләнәбеҙ,—ти гүзәл ханым.—Эшҡыуар булараҡ үҙем теркәлһәм дә, эшебеҙҙе ғаилә бизнесы тип әйтер инем. Сауҙала беҙ бер-беребеҙҙе тулыһынса алмаштыра   алабыҙ.

Ысынлап та, районда ниндәй генә сара уҙғарылмаһын, Үзбәковтар һәр ваҡыт бағыусы булараҡ сығыш яһай. Ауыл биләмәләре, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре лә уның эскерһеҙ, тапҡан малынан һәр ваҡыт зәҡәт биреүен белеп алған, бүләктәр һорап уларға йыш мөрәжәғәт итә. Сөнки Рәфиә Үзбәкова уларҙың ҡулдарын буш итмәҫен белә.

Кеше менән яҡшы мөғәләмә итә белеүе уның һөнәренә бәйле. Ейәнсура районының Яныбай ауылы ҡыҙы Күмертау ҡалаһы гимназияһында балаларға һабаҡ биргән. Хәйбулла районының Әбеш ауылына килен булып төшкәс тә ул шул һөнәренә тоғро ҡала. Район үҙәге Аҡъярға килеп төпләнгәс, Үзбәковтар үҙ эштәрен асырға йөрьәт итә. Ире Ислам Fәйнислам улы Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында зарарлы шарттарҙа эшләгәнлектән, ваҡытынан алда хаҡлы ялға сыҡҡан. Бына инде тиҫтә йылға яҡын Үзбәковтар эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Һауыт-һабаны, бүләккә әйберҙәрҙе ситтән ташыһалар, картиналарҙы ғаилә башлығы үҙе эшләргә тырыша. Тыуған төйәгенең Йәнтеш, Әбеш, Fәлиәхмәт ауылдарының тәбиғәте иҫ китмәле матур. Йылайыр районының Ҡаҙырша яҡтары ла хозурлығы менән алдыра. Шул яҡтарҙы фотоға төшөрөп, теләгән үлсәмдәге картиналар яһай ул. Кешеләр картиналарҙа үҙ яҡтарын танып, уны һатып алырға ашыға. Шулай ҡулланыусыларҙың күңелдәренә юл таба эшҡыуарҙар.

 

Ислам һәм Рәфиә Үзбәковтар бер ҡыҙға һәм бер улға ғүмер биргән. Ҡыҙҙары Рәлиә кейәүҙә, улдары Фәтих мәктәптә уҡый. Һәр атҡан таңға шөкөр итеп баҡҡан, алмашынған һәр миҙгелдән тик яҡшылыҡтар көткән, изгелеккә, мәрхәмәтлеккә ынтылған ғаиләгә һоҡланмау мөмкин түгел.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap