Сибайҙа һауа торошо:
-21, -23 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
03.03.2017
ӨС МӨҒЖИЗӘ МИНЕ ӘСИР АЛДЫ—ЕР, ЙӘНӘ, КҮК, ЙӘНӘ ҠАТЫН КЕШЕ...
Untitled document

Донъябыҙҙың биҙәге булған гүзәл заттар Мостай Кәрим ише әҙиптәрҙе шулай әсир итеп, ижадҡа илһамландырған, әле лә ҡанатландыра. Хәйер, күҙҙәре янып, йөҙҙәренән нур балҡыған ҡатын-ҡыҙға шағирҙар ғына түгел, башҡалар ҙа табыналыр. Шундай һоҡланғыс, һылыу, уңған, тырыш, мөләйем ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе Сибай ҡалаһында йәшәй. Ул—Лилиә Байсыуаҡова.

Урал аръяғында үткән күп кенә туйҙар, юбилейҙар, балалар байрамдарын үткәреүсе Лилиәнең һөнәре буйынса математика уҡытыусыһы булыуына ышаныуы ла ҡыйын. Бәләкәй саҡтан сәхнәнән төшмәгән ҡыҙ мәктәпте тамамлағас та теүәл фәндәр йүнәлешен һайлай. Сибай институтына уҡырға инә. Студент сағында ла әүҙем була. Байрамдар, радиола эстрада тураһында башҡорт телендә тапшырыуҙар алып бара ул. Уҡыуын яҡшы ғына тамамлаған ҡыҙ күңеленең ижадҡа тартылыуын тойомлай һәм артабан күңел ҡушыуы буйынса эшләргә ҡарар итә.

Байрамдарҙы сағыу итеп биҙәп, тамада яллап уҙғарыу модаға инеп киткән мәлдә Лилиә булған ойоштороу һәләтен ҡулланып, сценарийҙар яҙып туйҙар үткәрә башлай. Тора бара оҫта алып барыусының даны Сибайға, Урал аръяғы райондарына ғына түгел, хатта Өфө, Магнитогорск ҡалаларына барып етә.

—Мәжлестәрҙе матур итеп ойоштороу өсөн сценарий менән алып барыу оҫталығы ғына етмәй. Ниндәйҙер кимәлдә дизайнер булырға ла кәрәк, йәғни байрам барған бина ла, өҫтәл дә сағыу биҙәк талап итә. Әгәр ул туй икән, тимәк кәләштең сәскәһенә лә, машиналарға ла ҙур иғтибар бүлеү мөһим. Эшләй башлағас та ике хыял менән янып йәшәнем. Беренсеһе—байрамдарҙы баштан алып аҙағынаса үҙ өҫтөмә алып биҙәргә, кәләшкә сәскәләр һайлашырға һәм башҡалар. Ҡыҫҡаһы, йәштәргә бер урында хеҙмәтләндереү уңайлығы тыуҙырыу. Икенсеһе—кешеләрҙе ҡабул итеү офисы булдырыу. Аллаға шөкөр, тырыша торғас, уларҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге тыуҙы. Мин үткәргән сараларҙы йыр-моң менән биҙәүсе республика һәм Халыҡ-ара конкурстар лауреаты Динар Fөбәйҙуллинға һәм байрам залдарын биҙәүсе командама рәхмәтлемен,—ти Лилиә.

Ысынлап та, Байсыуаҡовтар үҙ тырышлығы менән бынан ике йыл элек «Liliya» исемле сәскәләр оҫтаханаһы асып ебәрә. Шул уҡ бинала Лилиәнең офисы ла урынлашҡан. Байрам үткәрергә теләүсенең һәр береһе менән шәхсән рәүештә эшләргә тырышалар. Бында тамашаны алып барыусыға ғына түгел, залды, машинаны биҙәүгә, сәскә гөлләмәһенә заявка бирергә мөмкин. Яҡшы ғына ташламалар ҙа була.

Әлеге көндә Лилиә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан акция иғлан иткән. Байрам алдынан бында раузаларҙы 60 һумдан алырға була. Ҡайһы бер сәскәләргә 30% ташлама ҡаралған. 7, 8, 9 март көндәре «Liliya» магазинынан сәскә гөлләмәләре   алыусыларға «Злато» ювелир изделиялар магазинында алтынға—5%, көмөшкә 10% ташлама буласаҡ.

 

Бына шулай: сәскә исемен йөрөткән сәскәләй ҡатындың эше уңышлы бара. Сөнки ул уға бар һөйөүен, күңелен, тырышлығын һалған.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap