Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
КЕШЕЛЕККӘ ТОҒРОЛОҠ
Untitled document

Хикәйә

Дарить себя—не значит продавать.

И рядом спать—не значит переспать.

Не отомстить—не значит все простить.

Не рядом быть—не значит не любить!

Омар Хайям.

—Иҙрис, бер тапҡыр ғына хыянат итергә ирек бир,—Нәфисә төшкө аш мәлендә ҡапыл иренә ҡараны.—Түҙерлек әмәлем ҡалманы. Рөхсәт ит, зинһар.

Ашыҡмай ғына ашап ултырған ир был хәбәрҙәнме, әллә эргәһендә осоп йөрөгән һағыҙаҡтан ҡотолоу өсөнмө, тәүҙә ҡалағын өҫтәлгә ҡуйҙы, шунан ҡулдары менән һелтәнеп бөжәкте ҡыуҙы. Яңынан ҡалағына теймәне. Ҡалҡынды. Ярһыманы. Ҡатынына мөлдөрәп ҡараны. Был ҡараштан Нәфисә лә ҡалҡынды:

—Мин балаһыҙ йәшәй алмайым, аңла,—тип шыбырҙаны уныһы нишләптер.—Башҡаса бауырыма баҫыр хәсрәтем юҡ минең.

Иҙрис, оҙаҡ ҡарап торғандан һуң, сығыр өсөн ишек тотҡаһына тотондо ла ҡатынына боролдо:

—Һинең тормошоңдан китергә кәрәктер миңә, Нәфисә?

—Юҡ, юҡ, китмә, мәңге китмә!—тип ҡатыны уның янына йүгереп килде. Уның был һүҙҙәренә иғтибар ҙа бирмәй ир ишекте һаҡ ҡына ябып тышҡа сыҡты.

Был хәбәрҙең ҡасан да булһа әйтелерен белә, шуға көтә ине ул, тик улай ҡапыл, бөгөн, һәүетемсә йәшәп ятҡанда, ҡатынының ауыҙынан сығыр тип уйламаны. Дөрөҫөрәге, бындай хәбәрҙе бөтөнләй көтмәне, мин һинән китәм, тип әйтергә тейеш кеүек ине ул. Һигеҙ йыл йәшәнеләр, ә балалары юҡ. Ә йәш бара. Ул үҙе утыҙҙы артылды, хәләле унан ике йәшкә йәшерәк. Тик бит һигеҙ йыл эсендә һаман да һөйөп-һөйөшөп туйғандары юҡ. Һуңғы ике айҙа ғына һөйөклөһөндә ниндәйҙер үҙгәреш һиҙгән кеүек ул. Юҡ, һөйөүҙәре үтмәне. Нәфисәһен мәктәптән ҡайтҡансы юҡһына, ул булмаһа, өйҙә янған шәмдең яҡтыһы, ауыҙға ҡапҡан һурпаның таты юҡ. Агроном булғас, баҫыу-яландан мотлаҡ сәскә алып ҡайта, шулай һөйгәнен һөйөндөрә. Район үҙәгенә эш менән бер-ике көнгә барып ҡайтһа ҡатыны, үлеп һағына үҙен, ҡайтыр сәғәтен түҙмәй ҡапҡа алдына сығып ҡаршы ала. Эйе, уны әҙ генә күрмәй торһа, ҡояш һүрелгән кеүек. Һигеҙ йыл йәшәп, һис тә унан биҙгәне лә, ялҡҡаны ла юҡ. Нәфисәһе лә уны ярата, белә ул. Дәфтәр, мәктәп эштәре менән һуңлап уның янына килеп ятҡас, уятмаҫ өсөн уның күҙҙәренән, маңлайынан, ирененән һаҡ ҡына һыйпай. Наҙлап ҡына иренен тейгеҙеп ала, «берҙән-берем» тип шыбырҙай. Йоҡлар-йоҡламаҫ ятҡан Иҙрис был ҡытыҡлаған наҙҙан ипле генә йылмая. Рәхәт уға. Ул белә, бындай ҙа яғымлылыҡты, яғылыр-яғылмаҫлыҡ ҡына наҙҙы үтә яратҡан кеше генә бирә ала. Ә бөгөн килеп, хыянат итәм, ти. Бына һиңә мөхәббәт?!

Ағасһыҙ йортҡа ҡош ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ, тиһәләр ҙә… Йорттары ҡотло ғына кеүек тә. Был Аҡморон ауылына улар, уҡып бөткәс, тәғәйенләнеш буйынса килгәйнеләр. Ете йыл элек. Оҡшаттылар ауылды ла, халҡын да. Ике йылдан бына ошо урында күркәм йорт һатып алдылар. Ҡотло урын, тинеләр. Баҡсаһындағы алмағас ҡына ни тора, йыл да тоҡлап-тоҡлап алма алалар. Ағасы бар йорттоң һайрар ҡоштары ла етерлек, сут-сут килеп көндө уяталар, сут-сут килеп көндө оҙаталар. Өй эсенән дә кеше өҙөлгәне юҡ: дуҫтар, әхирәттәр, күршеләр ингеләп тора. Балалары сыр-сыу килеп өйҙөң аҫтын-өҫкә күтәрһәләр ҙә Нәфисә бер һүҙ ҙә әйтмәй. Бала саҡта шулай шашып та уйнамағас, ти ҙә ҡуя. Ҡунаҡтар ҡайтҡас, ҡолаҡты сыңлатып та, һыҙлатып та тынлыҡ хөкөм һөрөп ала.

Балалы өй—баҙар, балаһыҙ өй—тулы зар. Ана шул зар килде лә инде. Күпме уны ҡыуып ҡаранылар, юлын быуҙылар. Тәүҙә, оҙаҡ бала булмаған өйҙә ишек яңаҡтарын алмаштырыу йолаһы бар, тигәс, уныһын да эшләне хужа. Оҫталығы самалы булһа ла, балтаға тәүәккәл генә тотоноп, килтереп сығарҙы тәки. Тик бала ғына был яңы яңаҡлы ишектән килеп сығырға ашыҡманы.

Түлһеҙ ҡатындарға яңы шишмә һыуы килешә тигәс, Иҙрис аҙна буйы ауыл ситендә ике әлүмин тимерсыбыҡ менән яңы шишмә эҙләне. Барыбер тапты, ҡаҙа торғас, ике ҡайын араһынан тап-таҙа һыулы уласыҡ ағып китте. Яңы шишмә һыуын биҙрәләп-биҙрәләп алып ҡайтты. Ҡатыны, һыу түгел был, торғаны менән шәрбәт һуты лаһа, тип кинәнеп эскән булды. Шунан икәүһе йырлап-көйләп, ҡысҡырып-  шашып:

Уңдан бир, һулдан бир!

Уйламаған һыуҙан бир!

Һыу уңға, һыу һулға!

Уйы ташһын түлгә!

—тип һамаҡланылар, шул шишмә һыуы менән һибешә-һибешә, көлөшә-шаярыша түшәккә ауғайнылар. Шашып айҡашҡайнылар. Илерткес төн хәтәр булғайны ла, тик шишмә һыуы ғына көткәнде алып килмәне.

Нәфисәһе, һәр ҡунаҡта тиерлек, берәйһе йәш балаһы менән килһә, алдына алып, итәгенә ултыртып һейҙертеп тә ҡараны инде. Был хуш еҫте аңҡытып итәген йыумайса ла йөрөнө. «Һиңә хас булмаған еҫ килә, әллә өҫтөңә быҙау ярау ҡылдымы»,— тип мыҫҡыллағас, туҡтатты.

Яҡын-тирәләге бағымсы-дауалаусы ҡалманы. Баҡһаң, сәбәп ҡатында булмаған. Үткән йыл Иҙрис көҙөн бөйөрөнә һыуыҡ үткәреп, район дауаханаһында ятҡанда ап-аҡ сәсле табип әйтте. «Йәш саҡта көрәшсе булманығыҙмы?»,—тип һораны уныһы тәүҙә. Эйе, үҫмер сағында, әрмегә китмәҫ борон көрәшеп маташҡайны шул. Табип бил тирәһен тотҡоланы ла: «Бер тамырығыҙ ҡыҫылған кеүек күренә, балағыҙ бармы исмаһам?»,—тип һораны. «Юҡ»,—тигәс, «Булмаҫ та ахыры»,—тип ҡәтғи әйтеп ҡуйҙы. «Нишләп?»,—тигәс, «Үҙемдең күҙәтеүем буйынса, ғәҙәттә ундай ирҙәрҙең орлоғо атаһыҙ була торған»,—тине. Ҡаты кеше    булғандыр ҡартың, ҡәҙимге хәл итеп һөйләне лә ҡуйҙы. Шунан һуң Иҙристең көнө бөттө лә. Ҡайғыһын ҡайтҡас ҡатынына һөйләне. Уныһы, был хәбәргә хатта шатланып китеп, бөтөнләй аптыратты.

—Шулай тип уйлағайным да, сәбәп һиндә булғас, дауалап була,—тип һалдырҙы. Баяғы бағымсы-дауалаусыларына йәшерен генә хәҙер Иҙрис барып ҡайтты. Тик... ҡарт табиптың, ысынлап та артыҡ ҡаты булһа ла, әйткән ҡарары хаҡлы булып сыҡты, шикелле.

* * *

Ә Нәфисә бөгөн төшөндә Һауаны, эйе Һауаны, Ерҙәге тәүге әҙәм затының ҡатынын күрҙе. Бына Һаҡмар буйындағы әрәмәлектәге бер ағастан алма өҙөп алды ла Нәфисәгә һуҙҙы. «Ошо алманы ашаһаң, балаға уҙырһың»,—тине. Нәфисә уны алып ҡапты, уныһы ҡаты төшлө муйыл булып сыҡты, үҙе алма кеүек эре, үҙе йәшел. Тик тәмле, шундай тәмле. Һауаның киткән яғына боролоп ҡарағайны, бер малай йүгереп килә. Килде лә уның ҡосағына һыйынды, ҡара ҡашлы, ҡара күҙле үҙе, бик тә Иҙрисенә оҡшағайны. Һөйөнөп уянды Нәфисә. Күктән бер ишара кеүек ҡабул итте төштө ҡатын. Шуға бар ҡыйыулығын йыйып бөгөн иренә өндәште. Хатта ул кем менән хыянат итәсәген дә белә... белә кеүек. Тәүҙә ул мөхәббәтенә ышанып, ышыҡланып, шунан да, эшенән дә, бар тормоштан йәм табып йәшәне. Ни тиклем сыр-сыу килеп балалар янында үтһә лә көнө, ваҡыты-ваҡыты менән эсе бошто, күңеленә хәтәр яҡын уйынсығын юғалтҡан да мәңге таба алмаҫ кеүек әсе һағыш инеп ояланы. Һәр ерҙә йылмайып-көлөп кенә йөрөһә лә, буш өйөндә мәғәнәһеҙ тынлыҡтан башы әйләнде. Һуңғы йылдарҙа өҙөлөп һөйгән Иҙрисе генә ул бушлыҡты тултыра алмай башланы. Ярата ул уны, өҙөлөп ярата. Унһыҙ был тормошон да күҙ алдына килтерә алмай. Донъяла иң ҙур бәхет—мөхәббәтле булыу. Ул мөхәббәтле, уны ла үлеп яратҡан заты янында. Һине яраталар икән, тимәк, һин кемгәлер кәрәк. Быны яҡшы аңлай ул. Шуға уны юғалтҡыһы ла килмәй. Был халәте менән килешеп кенә йәшәп булмаҫын да аңлай. Башҡорт ҡатындары өсөн ир—изге. Күҙ йәшен дә, ҡайғы-хәсрәтен дә көслө ҡатын һәр ергә сәсеп йөрөмәгән, йәшереп һәм йәшенеп кенә эсенән сығарған, ир намыҫын һаҡлаған. Барыһын да эсенә йотоп Нәфисә лә йәшәй ала. Тик… уға бит бала табыу һәләтен лә, теләген лә, мөмкинлеген дә биргән Хоҙай. Тыуҙырғас та, ҡыҙ енесенән итеп яралтҡас та, нәҫелеңдең, ҡәүемеңдең, халҡыңдың дауамы һинең буйыңда ята, тип изге бурыс ҡуйған түгелме?! Шул йөк мине тамырым, ҡаным аша Кешелек барлыҡҡа килгәндән бирле оҙата бара. Ниңә ул миндә туҡтарға тейеш, ти. Минең бит бында ғәйебем юҡ. Икенсенең ғәйебе мине Әсә булыуҙан мәхрүм итә алмай. Ундай хоҡуғы бармы? Төрлө уйҙарҙан уйылды Нәфисә. Хоҡуғы бар, әлбиттә. Ул Хоҙай тарафынан һинең яртың булып ебәрелгән һәм уны түлһеҙ итергә ҡарар ҡылынған икән, һин дә ҡыҫыр, тимәк. Тик ул Әсә булырға теләй. Фанилыҡта иң изге теләк, Тәңре ебәргән иң мөҡәддәс бүләк ошо түгелме һуң? Хатта мөхәббәте аша атлап үтергә лә риза, тик балаһы, дауамы уға: «Әсәй, әсәйем!»—тигән тылсымлы һүҙҙе генә өндәшһен. «Әсәй, әсәкәйем…»

* * *

Иҙрис баҡсалағы эскәмйәгә сығып ултырҙы. Алмағастар сәскә атҡан, еҫенән иҫерергә була. «Ысынлап сығырға ла китергәме? Нәфисә көткән бәхетте мин уға бүләк итә алмайым. Бар һөйөүемде, йөрәгемде, хатта ғүмеремде бирә алам, тик… ул теләгән бәхет орлоғо миндә юҡ. Йәл».

Өйҙөң ишеге асылып ябылды. Нәфисә сыҡты, тимәк. Иҙрис һиҙһә лә, өй яғына боролманы. Нәфисә лә уны шәйләне. Яй ғына атлап килгән аҙымдарын бар йөрәге менән тойҙо ир. Ҡатын шым ғына эскәмйәнең икенсе яҡ ситенә килеп ултырҙы. Кисә булһа, шаулап, бармаҡтарын Иҙристең ҡалын бөҙрә сәстәренә ҡаҙап, икенсе ҡулы менән муйынынан ҡосоп ихахайлап торор ине әле. Бөгөн сымылдыҡҡа инергә оялып торған йәш ҡыҙ кеүек шымып ҡалған. Оҙаҡ тауыш-тынһыҙ, алма сәскәһе еҫенә кинәнеп ултырҙылар. Иҙрис, терһәктәрен тубығына терәп, эйәген усына һалған да шымып ҡалған. Һәр кем үҙ уйында ине. Ир ҡатынына ҡарамаһа ла, уның йөрәгенең дөп-дөп типкәнен ишеткәндәй. Беренсе һүҙҙе ир башланы, дөрөҫөрәге, баяғы һүҙен һуҙҙы.

—Һинең тормошоңдан китергә кәрәктер миңә, Нәфисә? Һин бәхетле булһын өсөн...— үҙе ап-аҡ ҡына сәскәне өҙөп Нәфисәгә тотторҙо. Уныһы сәскәне танауына терәне.

—Тәмле, иҫерткес... Тик хәҙер алма булып етешә алманы инде... Мин ғүмерем буйы мәңгелек мөхәббәт тураһында һәм шул хәләл мөхәббәтемдән ике сабый хаҡында хыялландым,  ишетелер-ишетелмәҫ талғын ғына һөйләне Нәфисә.—Минең генә түгел, барыһының да татлы хыялылыр был. Шөкөр, Аллаһ миңә мәрхәмәтле, уйлағандарым алдыма килә бара. Һин минең мәңгелек мөхәббәтем, Иҙрис. Ә икенсеһе әлегә хыял ғына булып ҡала. Йәшәй-йәшәй шуны аңлай барам, бер мәл күңелем диңгеҙендә, был донъянан һыуһындарым ҡанмай үтәм инде, тигән зар-интизар ғына сайпылмаҫмы, тим. Барыбер нимәлер уйларға кәрәк.

—Хыянат бер ваҡытта ла ғәфү ителмәй, быны аңлайһыңдыр. Хыянат янында мөхәббәткә урын юҡ,—тиһә лә, моңһоу сағында ҡалай күркәм үҙе, тип бисәһенә һоҡланып ултырҙы Иҙрис.

—Был хыянат түгел, был тоғролоҡ. Әсәлеккә, кешелеккә, кешелектең артабан йәшәүенә тоғролоҡ.

—Философ. Һинең тоғролоҡ тип мин кеше балаһын ҡарайыммы шунан? Бар ғәмдең мыҫҡыллы ҡарашын тойоп.

—Ул кешенеке түгел, ул һинеке. Мөхәббәтебеҙ хаҡына эшләйем мин уны. Яттар аҫтында ятыр сарсаған дәртем юҡ әле. Миңә орлоҡ ҡына кәрәк.

—Мөхәббәтте былай һаҡлап булмаймы?—Ир ҡыҙа барғанын тойҙо.

—Нисек яратҡанды беләһең, тик балаһыҙ йәшәп булмай. Мин кибәм, мин балаһыҙ ҡырағайға әйләнә барғанымды тоям. Ә ҡырағайҙарҙың мөхәббәте булмай. Беҙ икебеҙ ҙә ҡырағайлашасаҡбыҙ. Балаһыҙ был йәмғиәт беҙҙе ҡабул итмәйәсәк,— Нәфисә мөлдөрәп иренә ҡараны.

—Тик балалы был йортта мин бит артыҡ буласаҡмын. Ул минеке булмаясаҡ,—түҙмәне, ҡысҡырып ебәрҙе ир кеше. Тороп алма ағасы янынан йөрөп килде.

—Үҙ буласаҡһың. Быны бер кем дә белмәйәсәк.

—Нимәне, хыянаттымы, һөйәреңдеме?

—Тыныслан. Һөйәр, имеш… хыянат та түгел, сараһыҙлыҡты… Бер кем белмәйәсәк.

—Мин дәме?

—Һин дә. Юҡ, һин беләһең уны.

—Кем ул?

—Кем түгел, һин үҙең ул! Һин, тик һин генә! Минең өсөн башҡа ир юҡ.

—Һантыйға һанама, зинһар. Кемдеңдер аҫтына инеп ятырға рөхсәт һорайһың түгелме һуң?

 

Башы. Дауамы киләһе һандарҙа.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap