Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
10.03.2017
«БАЯНҒА ҺӨЙӨҮ ТЕАТРҒА ИЛТТЕ»
Untitled document

Ошо көндәрҙә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театры аҡһаҡалы, хеҙмәт ветераны, артист М.Ә.Хоҙайғолов үҙенең 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне. Марсель Әмин улы илле йылдан ашыу инде Сибай театры сәхнәһендә йөҙләгән сағыу образдар тыуҙырып, тамашасы һөйөүен яулап, һаман да ижади пландар менән янып йәшәй.

—Марсель Әмин улы, һеҙҙе бөгөн ниндәй уй-кисерештәр солғай?

—Иң беренсе мин Хоҙай Тәғәләгә рәхмәт һүҙҙәремде әйтер инем. Юлдарымда тик яҡшы кешеләр менән осраштырғаны, ниндәй ауырыуҙар, ниндәй ҡазалар, авариялар аша мине йолоп алып ҡалғаны өсөн. Хәҙер инде олпат йәшкә етеп, бына инде илле йылдан ашыу Сибай театрында эшләп йөрөүем менән сикһеҙ бәхетлемен. Янымда йәштән һөйгән йәрем—Рәмиләм бар, балаларыма, ейән-ейәнсәрҙәремә шатланып ғүмер итәм.

—Һеҙҙең сәнғәт юлын һайлауға кем сәбәпсе булды?

—Минең атайым оҫта ҡурайсы ине. Бәлки шуғалыр ҙа уның матур итеп башҡорт көйҙәрен башҡарыуы бала саҡтан күңелемә һеңгәндер. Түбә ҡасабаһы мәктәбендә рәсем дәрестәренән уҡытыусы Батыршин Марат ағай баянда оҫта уйнай ине, уға һоҡланып, күңелемдә баянда уйнау теләге тыуҙы. Марат ағай ҙа уйымды хуплап, баянда уйнау серҙәренә өйрәтте. Ә тәү ҡат үҙ аллы баян һыҙҙырғас, ҡанатланып осҡандай булдым. Инде мәктәптәге бер генә мәҙәни сара минһеҙ үтмәй ине, әллә күпме район, хатта республикаларҙа үткән конкурстарҙа ҡатнашып, алдынғылыҡты бирмәй инек. Тик атайым ғына минең сәнғәт юлынан китеүемде бик хупламаны. Әйткәндәй, ул ваҡытта артистарға ҡараш та икенсерәк ине.

—Тормош юлдашығыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә Хоҙайғолова менән бергә эшләүегеҙ ауырлыҡтар тыуҙырмаймы?

—Рәмилә тигәндәй, беҙҙең бергә булып, иңде-иңгә терәшеп донъя көтөүебеҙгә инде 50 йылдан ашыу ғүмер ҙә үтеп киткән. Тормош юлымда уның осрауына мин шундай бәхетлемен, бәлки ул осрамаһа, сәнғәт юлынан да китмәҫ инем. Атайым фани донъялыҡҡа киткәндә, миңә ун дүрт йәш ине, ә ғәиләлә һигеҙ бала. Өлкән апайымдар Сибайға уҡырға китте. 1963 йыл, комбинатҡа эшкә урынлашыу теләге менән, Сибай ҡалаһына юлландым. Земфира апайым менән «Октябрҙең 40 йыллығы» мәҙәниәт һарайына кино ҡарарға барҙыҡ. Икенсе ҡаттағы бер бүлмә асыҡ ине, ә өҫтәлдә баян тора. Ҡыҙыҡһынып, уны ҡулға алып, уйнап ебәрҙем. Шул саҡ Александр тигән егет минең менән һөйләшеп китте лә, баянсы эшен тәҡдим итте. Шулай итеп, эш башланым. Күп тә үтмәй унда Сибай театры артистары спектакль ҡуйҙы. Ә төп ролдә шундай сибәр ҡыҙ! Бер күреүҙән ғашиҡ булдым. Тик нисек итеп уға йөрәгемдә тулышҡан хистәремде белгертергә? Шул саҡ шаян, мут һүҙле ҡорҙашым Рәдиф Яныбаев ярҙамға килде. Уның аша Рәмиләне киноға саҡырттым. Шул көндән башланды инде беҙҙең мөхәббәт. Ул саҡтағы театр режиссеры Рафаэль Әйүпов эшкә саҡырғас, ныҡ шатландым. Театрҙа баянсы булып эш башлаһам да, миңә Рафаэль ағай М.Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһынан роль тәҡдим итте. Ҡыуанып ризалаштым, сөнки унда Шәфәҡ ролендә Рәмилә ине. Һөйгән кешең менән бергә эшләүе минең өсөн ҙур бәхет, сөнки ул кәңәшсем дә, тәнҡитсем дә, һөйөклө ҡатыным да.

—Әгәр сәнғәт юлынан китмәһәгеҙ, ниндәй һөнәр һайлар инегеҙ?

—Мин Түбә ҡасабаһында тыуып үҫтем. Баймаҡ районының гөрләп торған төбәге булды ул саҡ, унда руда сығаралар ине. Шуғалыр ҙа Түбә ҡасабаһында ике мәктәп, ҙур клуб, әллә нисә магазин, ашхана булды. Ә машиналарҙың күплеге! Ана шул машина йөрөткән ағайҙарға һоҡланып, минең дә шофер булаһым килде. Әгәр артист булмаһам, мотлаҡ шофер булыр инем.

—Һеҙ тормошоғоҙҙан ҡәнәғәтме?

—Әлбиттә. Рәмилә менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙек, ике ейәнсәребеҙ, өс ейәнебеҙ, бер бүләсәребеҙ бар, уларға ҡыуанып, шатланып йәшәйбеҙ. Театрҙа миңә күренекле режиссерҙар Р.Әйүпов, Ф.Fәләүетдинов, Л.Вәлиев, Д.Fәлимов, С.Әфләтүнов менән эшләү бәхете тейҙе. Йөҙләгән ролдәрҙә төрлө характерҙағы образдар тыуҙырырға насип булды. Иң ауыр, иң хәтерҙә ҡалғаны М.Кәримдең «Салауат» трагедияһындағы Салауат роле булғандыр. Башҡорт халҡының бөйөк шәхесен һынландырыу бик ҙур яуаплылыҡ, көс, хеҙмәт талап итте. Бик ҙур кастинг үтеп, «Алтын атлы һыбайлы» кинофильмында Һолтан ролен башҡарыуыма бәхетлемен. Унда роль өҫтөндә эшләүе еңел булманы. Кинолағы сюжеттар Мәскәүҙә, Ҡырымда, Учалы районының Байрамғол совхозында төшөрөлдө.

Хәҙерге көндә М.Багаевтың «Үәт, исмаһам, ахырызаман» комедияһында—Ишмырҙа, Ф.Бүләковтың «Ҡарт кейәүҙәр йәки Шомбай ҡоҙа» комедияһында Алдарғол ролдәрен тамашасы күңеленә үтеп инерлек итеп башҡарырға тырышам.

—Ниндәй теләктәрегеҙҙе тамашасыға әйтер инегеҙ?

—Сибай театры бик үҙенсәлекле театр, унда эшләгән режиссерҙар, артистар һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр ысын мәғәнәһендә халҡым тип йәшәй, халҡыбыҙҙың йолаларын тергеҙеүгә, йәш быуынды тәрбиәләүгә бик тос өлөш индерә. Сәнғәт өлкәһендә белем алып та, йәштәрҙең театрға әҙ килеүе күңелде ҡыра. Ә тамашасыларға килгәндә, мин уларға һаулыҡ, бәхетле мул тормош теләп, спектаклдәргә килеүҙәрен, беҙҙе дәртләндереп, алҡыштарға күмеүҙәрен теләйем.

Әминә Яхина әңгәмәләште.

 

Һүрәттә: «Үәт, исмаһам, ахырызаман» комедияһында Ишмырҙа ролендә.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap