Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
10.03.2017
ОЛО ЮБИЛЕЙҒА ӘҘЕРЛӘНӘБЕҘ
Untitled document

Темәс—Башҡортостан Автономияһының бишеге. Тап 2019 йылда ошо тарихи ваҡиғаның иғлан ителеүенә теүәл 100 йыл тула. Билдәле, юбилейға төрлө яҡтарҙан дәрәжәле, алдынғы ҡарашлы күп һанлы ҡунаҡтар ашҡынып киләсәк. Улар алдында йөҙөбөҙ ҡыҙармаһын өсөн нимәләр эшләргә? Йорттарыбыҙҙы, урамдарҙы, ауылыбыҙҙы, тирә-яҡ мөхитте нисек итеп үҙгәртергә, бөтә ауыл халҡын нисек итеп изге эшкә ылыҡтырырға?.. Дөрөҫ, яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй, хужаларҙың ҡушыуы буйынса бөтә пландар ҙа тиҙ генә тормошҡа ашып бармай шул. Бөтә ауыл халҡы ихласлап тотонғанда ғына эштәр уңышлы буласаҡ!

Эйе, йәшәгән заманыбыҙ еңелдән түгел. Санкциялар көсәйә, хаҡтар арта, ярлылар күбәйә, халыҡ бөлә, эш хаҡтары кәмей, премиялар юғалды, эш урындары ябыла... Киләсәктә нимә булыр? Борсолорға урын күп. Көрсөккә килеп индек, үтер әле тип көтөп ятып булмай. Тормош ниндәй генә ҡатмарлы булһа ла дауам итә, әгәр берҙәм эшләһәк, ауырлыҡтар кәртә була алмаҫ. Әлбиттә, 100 йыллыҡҡа Хөкүмәт аҡса бүлә, әммә ул ҙур күләмдә булмаясаҡ. Шуға ла ауылды төҙөкләндереү үҙебеҙҙең иңгә төшәсәк.

Эйе, заманға һылтанып бошоноп ҡына ултырып булмай. Һөйөнөстәребеҙ ҙә бар бит әле. Темәстә дәртле, эшһөйәр, намыҫлы 17 төрлө милләт вәкиле дуҫ һәм татыу йәшәй—был үҙе бер ҙур байлыҡ! Ауылда дәүләт ҡарамағындағы 22 тырыш,  берҙәм хеҙмәт коллективы эшләй. 7 төр йәмғиәт ойошмаһы («Атайсал», «Ағинәйҙәр», «Аҡһаҡалдар», Ауыл ҡоро, Ветерандар Советы һ.б) йәштәр һәм халыҡ араһында тәрбиәүи һәм өгөт-нәсихәт, аңлатыу эштәре алып бара.

Аҙнаһына ике мәртәбә Темәс баҙары төрлө яҡтарҙан килгән сауҙагәрҙәрҙе йыя. Ауылда эреле-ваҡлы 36 магазин туҡтауһыҙ эшләй. 27 урында таҡта бысыусы пилорама гөрләй. 10 урында тау-таш соҡоп ҡиммәтле таштарҙы Европа илдәренә оҙатабыҙ. Ауылда йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән 13 эшҡыуар йәшәй. 4 фермер игенселек, малсылыҡ буйынса Грант алып, үҙ эштәрен тырышып алға алып бара. 2 эшҡыуар баҡсасылыҡ буйынса махсус шөғөлләнә. 4 урында аяҡ һәм өҫ кейемдәрен ремонтлаусы оҫтаханалар, бөҙрәханалар халыҡҡа хеҙмәт итә. Юридик ярҙам күрһәтеүсе һәм тиҙ арала аҡса биреүсе бүлмәләр ҙә үҙ ишектәрен асты.

Темәстә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейена әҙерлек эштәре башланды ла инде. Күп йыллыҡ тарихы булған, данлы  ауылыбыҙ  тураһында бай мәғлүмәт тупланған ҙур күләмле Темәс энциклопедияһы донъя күрәсәк! Был ауыл халҡы өсөн ҙур һөйөнөслө алтын ҡомартҡы!

2015 йылдың 3 октябрендә Темәстә республика кимәлендә башҡорт атына бағышланған этнофестиваль ойошторолғайны. Был байрам халыҡҡа бик оҡшаны. Ауыл  администрацияһы, депутаттар халыҡтан ҡултамғалар йыйып, Темәс янында ипподром төҙөүҙе һорап район хакимиәте башлығы И.Х.Ситдыҡовҡа мөрәжәғәт итте. Ул, ауылыбыҙҙың патриоты булараҡ, был эшкә ҙур ихласлыҡ менән фатиха бирҙе. Баймаҡ-Өфө трассаһы үткән юл буйында төҙөлөш эшен башлап та ебәрҙеләр. Илшат Хәмит улының тәҡдиме буйынса артабан да Темәстә ҙур төҙөлөш эштәре планлаштырыла. Элекке Темәс йәрминкәһе, хәҙерге баҙар урыны бөгөнгө талаптарға тап килмәй, ауыл уртаһындағы оло юлды ҡаплап тора, тарихи-мәҙәни үҙәк төҙөүгә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Киләсәктә баҙар иркен, тыныс урынға күсәсәк. Үҙәк юлдан Темәскә ингән ерҙә, элекке совхоз гаражының урыны, 3 гектарҙай майҙан ауылдың ҡотон алып тора. Әлбиттә, заманында совхоздың «йоморо баш» хужалары ул ерҙе осһоҙ хаҡҡа һатҡайны. Ул урында бер ниндәй төҙөлөш эштәре алып барманылар, киреһенсә туҙҙырҙылар, емерҙеләр. Майҙансыҡты ла кире халыҡ файҙаһына ҡайтарыу бик зарур эш. Заманында совхоздың ашханаһын да ҡулға ҡул бирешеп    «осорғайнылар», ауылдашыбыҙ Илшат Хәмит улының тырышлығы һөҙөмтәһендә бөгөнгө көндә «Арғымаҡ» ашханаһы халыҡ файҙаһына эшләп тора.

Элекке Темәс урман хужалығының ике ҡатлы балалар баҡсаһы йорто 20 йылдан ашыу етемһерәп торған булһа, ул да халыҡ файҙаһына тиҙҙән үҙ ишектәрен асасаҡ. Ауыл уртаһында ҡалған Темәс урман хужалығының гараж-складтары, пилорама урындары, 5 гектарҙай майҙан ауылдың бәҫен төшөрә. Артабан был урындар барыһы ла район хакимиәте башлығының төҙөкләндереү буйынса эш планына индерелгән. Киләсәктә ауыл халҡының берҙәм тырышлығы һөҙөмтәһендә ул да үҙ төҫөн алыр. 2017 йыл Экология йылы булараҡ ауылдың тирә яғы, Шырҙы, Талашты, Һаҡмар йылғалары буйы тәртипкә килтерелеп, яңы күперле, баҫмалы булырбыҙ тип ышанабыҙ. Ауылға яҡын тарихи урындар ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаҫ. Билдәле булыуынса, Шырҙы йылғаһы буйында 1919 йылдың 18 февралендә З.Вәлиди етәкселегендә башҡорт ғәскәре ҡыҙылдар яғына күсә. Был ваҡиғаны һәр яугир ауыр кисерә. Үҙенең «Хәтирәләр» китабында яҙыуынса, З.Вәлиди үҙе лә күҙ йәштәрен түгә. Ҡыҙылдар яғына күсергә теләмәгән ҡайһы бер командирҙар үҙ отрядтарын эйәртеп, Ҡорғо Әбей тауы аша үтеп Индия яғына, ә Fәлимйән Таған Ҡытайға сығып китә. Ошо ваҡиғаны мәңгеләштереү өсөн был урынға стела ҡуйып, 100 йыллыҡҡа хәрби реконструкция үткәрһәк, йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүҙә ҙур йүнәлеш булыр ине.

 

С.F.Вәлиев, РФ-ның мәғариф отличнигы, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хеҙмәт  ветераны, «Атайсал»  клубы  рәйесе.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap