Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 2 - 4 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
ҠУЛЛАНЫУСЫ ҮҘ ХОҠУҒЫН БЕЛЕРГӘ ТЕЙЕШ
Untitled document

Бөтә донъя ҡулланыусылар көнө Берләшкән Милләттәр ойошмаһы тарафынан булдырылған һәм ул Рәсәйҙә 1994 йылдан алып билдәләнә. Һәр йыл һайын был дата ниндәйҙер исем аҫтында үтә. Быйыл ул «Цифрлы ҡорамалдар заманында ҡулланыусылар хоҡуғы» девизы аҫтында уҙғарыла.

Хәҙерге заманда тауар һатыуҙы ойоштороу буйынса «электрон коммерция» индустрияһы һәм Интернет селтәре аша төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү үҫеш ала. Рәсәй Федерацияһында онлайн-һатыуҙарҙың күләме артыуға бәйле, шулай уҡ Интернет менән файҙаланыусылар һанының күбәйеүе закон менән көйләнмәгән бәйләнештәр тыуҙыра. Һөҙөмтәлә, намыҫһыҙ һатыусылар килем ала, ә ҡулланыусылар хоҡуҡи һәм иҡтисади яҡтан зыян күрә.

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы Сибай территори-аль бүлеге баш идаралыҡ менән берлектә Бөтә донъя ҡулланыусылар көнө айҡанлы уҙғарыласаҡ тематик сараларҙа әүҙем ҡатнаша.

Халыҡты иҫкәртеү маҡсатында Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы 6 февралдән 20 февралгә тиклем Интернет-сауҙа буйынса «Ҡыҙыу линия» ойошторҙо. Унда 9 кеше мөрәжәғәт итте, барлыҡ һорауҙар буйынса аңлатмалар бирелде.

Бөтә донъя ҡулланыусылар көнө айҡанлы уҙғарыласаҡ саралар сиктәрендә идаралыҡ түбәндәгеләрҙе иҫкәртә: Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан 2007 йылдың  27 сентябрендә раҫланған 612-се ҡарарының «Тауарҙы дистанцион юл менән һатыу ҡағиҙәләре» тип аталған 5-се пунктына ярашлы (артабан—Ҡағиҙәләр), дистанцион юл менән алкоголь продукцияһын, шулай Рәсәй Федерацияһы закондары буйынса ирекле һатыуҙан алынған йәки сикләнгән тауарҙарҙы һатыу тыйыла.

Сәләмәтлегегеҙҙе һәм ғүмерегеҙҙе һаҡлау маҡсатында алкоголле эсемлектәрҙе тик лицензияһы булған сауҙа нөктәләренән һатып алырға кәрәк.

Ҡағиҙәләр положениеһына ярашлы, һатыусы һатып алыу-һатыу килешеүен төҙөр алдынан һатып алыусыны түбәндәге мәғлүмәт менән таныштырырға бурыслы:

—Сауҙа фирмаһының һәм һатыусының исеме, адресы;

—Тауарҙың етештерелеү урыны;

—Тауарҙың ҡулланыу үҙенсәлеге;

—Тауарҙың хаҡы, һатып алыу һәм алып барып еткереү шарттары;

—Гарантияһы, яраҡлылығы һәм хеҙмәт итеү срогы;

—Тауар өсөн иҫәпләшеү тәртибе, килешеүҙең срогы тураһында.

Артабан заказ буйынса килгән тауарҙы тапшырғанда һатыусы һатып алыусыға тауар тураһында тулы мәғлүмәт бирергә тейеш.

Дөйөм ҡағиҙә буйынса һатыусы һатып алыусыға килешеү һәм сифатлы тауарҙы тапшырырға бурыслы.

Әгәр ҙә тауарҙың сифаты түбән булһа, һатып алыусы Рәсәй Федерацияһының 1992 йылдың 7 февралендәге «Ҡулланыусыларҙың хоҡуғын яҡлау тураһында»ғы 2300-1-се законының 18-24-се статьяларына, Ҡағиҙәнең 28-31-се пункттарына таянып эш итергә тейеш.

Шуны ла иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ҡулланыусы сифатһыҙ тауарҙан баш тарта ала. Тик тейешле талапты ҡуйыу өсөн уға билдәле ваҡытты көтөргә кәрәк була. «Ҡулланыусыларҙың хоҡуғын яҡлау тураһында»ғы закондың 26.1-се статьяһының 4-се пунктына, Ҡағиҙәнең 21-се пунктына ярашлы, ҡулланыусы тауарҙы ҡабул итеп алмаҫ борон теләһә ҡайһы ваҡытта, ә тауарҙы алғандан һуң 7 көн эсендә унан баш тарта ала.

Тауарҙың йөҙө, ҡулланыу үҙенсәлеге, күрһәтелгән тауарҙы раҫлаусы документы һаҡланһа, тауарҙы кире ҡайтарып була. Үрҙә әйтелгән документтар булмаған осраҡта, тауарҙы тап шул һатыусынан һатып алыуы тураһында башҡа төрлө дәлилдәр талап ителә.

Ҡулланыусы тауарҙан баш тартҡан хәлдә һатыусы 10 көн эсендә уның аҡсаһын кире ҡайтарып   бирергә бурыслы.

Р.М.Әминева,

 

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы Сибай территориаль бүлегенең белгес-эксперты.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap