Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
ТЫНМАҺЫН ҒЫНА ҠУРАЙЫҢ...
Untitled document

Рөстәм Шәрипов—2013 йылдың июнендә бик иртә донъя ҡуйған талантлы йәш ҡурайсы, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, республика конкурстары лауреаты.

Ҡурайсының яҡты иҫтәлегенә Республика ҡурайсылар конкурсы тәүҙә уның тыуған районында—Йылайырҙа ойошторолдо, Өфөлә тәү тапҡыр 2016 йылда уҙҙы. Ул саҡта музыкаль бәйгелә 80-дән ашыу башҡарыусы ҡатнашты. Проекттың ойоштороусылары—Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, республиканың Ҡурайсылар союзы.

Күптән түгел үткән Рөстәм Шәрипов исемендәге асыҡ республика ҡурайсылар конкурсында бөтә республиканан йәмғеһе 110 башҡарыусы сығыш яһаны. Бәйгелә Сибай ҡалаһының Балалар музыка мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Fайсар Нәҙерғолов 12 йәштәгеләр араһында I урын яуланы. Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының 6-сы класс уҡыусыһын ҡурай уҡытыусыһы Илдар Хәсәнов (һүрәттә) әҙерләгән.

—Конкурста «Ашҡаҙар» һәм «Ҡара тауыҡ» көйҙәрен уйнаным. Быға тиклем төбәк бәйгеләрендә генә сығыш яһаһам, әле республика күләмендәге ярышта үҙ көсөмдө һынап ҡарауҙы үҫеш тип ҡабул итәм,—ти Fайсар ҡыуанып.—Тоҡомобоҙҙа ҡурайсылар күп. Яҡташыбыҙ иҫтәлегенә арналған сарала ҡатнашыу миңә оло мәртәбә өҫтәне, сөнки атайым Йылайыр районының Юлдыбай ауылында тыуып үҫкән. Баш ҡаланан еңеү менән ҡайтыуымды ата-әсәйем, Салауат ҡустым, Сафия һеңлем ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Бәйгелә яулаған призым—электр ит турағысы әсәйемә 8 Март—Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан ҙур бүләк булды.

Музыка мәктәбенең халыҡ инструменттары бүлегендә шөғөлләнгән малайҙың киләсәге өмөтлө. Уны оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә ҡурайы тынмауын теләйбеҙ.

 

Гөлдәр Иҙрисова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap