Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
КЕШЕЛЕККӘ ТОҒРОЛОҠ
Untitled document

Хикәйә

Мөнир Ҡунафин

—Ул һин буласаҡһың, һин… Башҡа булып та. Һине генә тоясаҡмын, һине генә уйлаясаҡмын. Һәм беҙ мәңге бергә буласаҡбыҙ. Тик берҙе генә ирек бир. Кем икәнен һорама, белә ҡалһаң… атайлыҡ хисең булмаясаҡ,—һуңғы һүҙҙәрен ҡатын күңеленән көскә һөйрәп сығарҙы.

—Ә былай шул тормошҡа, шул һаләткә күнеп йәшәргәме?—яңынан ҡатыны янына ултырҙы.

—Күнеү кәрәкмәй, аңла, һин—атай. Нисек аңламаҫҡа мөмкин шуны. Мин бит һиңә күңелем, йөрәгем, йәнем, теләгем менән хыянат итмәйем,—тигәс, ауыҙына борос ҡапҡандай йөҙөн һытып ҡуйҙы. —Бөтөнләй итмәйем, мин һиңә тоғро!

—Тәнең менән… Мин хатта һине башҡа менән күҙ алдына килтерә алмайым. Отеллоға әйләнәм хәҙер.

—Рөхсәт юҡ, тимәк. Яныңда шәмдәй иреп һүнермен, ярай, шулай. Һин дә һулыясаҡһың,—ҡатындың илағыһы килде, түҙҙе, баяғы сәскәне усына һалды ла, битен ҡапланы. Тынлыҡ тағы оҙаҡҡа һуҙылды.

—Лайыҡлы ирме һуң?—Иҙристең был һорауы көлкө уятты Нәфисәлә. Тик быны һиҙҙермәне. «Әйтте һүҙ, үҙенән лайыҡ ир бармы һуң, алтынымды минең?!»

—Һин минән китһәң дә, мин һинән барыбер бала табасаҡмын. Инанғанмын шуға. Матурлыҡ, мөхәббәт, камиллыҡ, киләсәк хаҡына инаныуым был.

—Оһо, ниндәй юғары нота, баш әйләнерлек. Бер гүләйт итеп бала табып бирәм үҙеңә, тип ябайса ғына аңлат та ҡуй,—үҙенең был йәмһеҙ һүҙҙәренән ир үҙе тетрәнде, хатта төкөрөп ҡуйҙы. Шунан ҡапыл ҡатынын ҡосаҡлап алды.—Fәфү ит, улай тип әйткем килмәгәйне.

Нәфисә йылы ҡосаҡта иҙрәп ултыра бирҙе. Шунан тороп алмағасты барып ҡосаҡланы. «Теленән тартып кәрәк иректе алмаһам да, хәлемде аңлаттым. Рөхсәте булмаһын да. Мин нисек хәл итәм, шулай буласаҡ»,—тигән ҡарарға килде. Шунан йөрәк өҙгөс тауыш менән:

—Их, ошо алмағас булһам… Тамырҙарыңды ергә ебәр ҙә, йыл да тупылдатып алма бир ҙә тор ине ул,—тине.

—Бул һуң алма, мин һине барыбер яратыр инем,—тип бышылданы ире.

* * *

Кемдән орлоҡ аласағын белә ине Нәфисә. Үҙҙәренән ете йорт аша йәшәгән Сара әбейҙең ейәне Рәсүлде һайланы ул. Ҡатындан ун йәшкә йәшерәк, балиғ егет. Мәктәптә уҡытманы уны Нәфисә, ситтә йәшәй, өләсәһенә йәйен ҡалдыралар ҙа ҡара көҙҙә алып ҡайтып китәләр икән. Күрәһең, бер ҡайҙа ла эшләмәйҙер, өрлөк бейеклек иргә улай оҙаҡ ауылда ятыу һын да түгел инде. Сара ҡарсыҡ әйтеүенсә, өләсәһенә ҙур ярҙамсы, һәр ҡушҡан йомошон йылдам ғына башҡара икән үҙе. Тик затлы ҡош кеүек, яҙын ҡайта ла көҙөн кире оса. Оҙон ҡыш бауырын ҡарсыҡ яңғыҙы үткәрә.

Ҡатындың уны тәү күреүенә лә күп түгел, бер-ике ай ғына. Еңеү көнө алдынан уҡыусы балалары менән «Тимур командаһы» тип Сара ҡарсыҡтың өйөн таҙартырға килгәйнеләр, шунда күрҙе әлеге егетте. Немуй Рәсүл ҡайтҡан, тип балаларҙың шыбырлашыуынан ғына белеп ҡалды. Уның аҡ йөҙөн, зәңгәр күҙҙәрен һәм оҙон сәстәрен күргәс тә уны Йософ пәйғәмбәргә оҡшатты ул. Эйе, Йософҡа. Бала саҡта өләсәһе Ҡол Fәлиҙең «Ҡиссаһи Йософ»он уға ла, эргә-тирәләге башҡа малай-ҡыҙҙарға ла яттан һөйләй торғайны. Шул тиклем иҫ киткес әкиәт ине ул. Шул саҡта уҡ ул да Зөләйха кеүек Йософҡа ғашиҡ булғайны. Уларҙыҡы кеүек ҡамсы яндырыр көслө мөхәббәте булыуын теләй ине йәш ҡыҙ бала. Өфөлә вузда уҡығанда Иҙрисен тапты. Мөхәббәтле булды. Өләсәһенән әйләнә-килә һөйләтә торғас, күп өлөшөн үҙе лә ятлап алғайны был әкиәтте. Буй еткергән егерме йәштәрҙәге Йософ-Рәсүлгә күҙ һалғас та, һәр эште баш баҫып итәғәтле генә башҡарыуы, балаларҙың үсекләп өндәшеүҙәренә лә иғтибар итмәй ышаныусан ҡарашы менән бағыуы бер мөғжизә кеүек күренде.

«Эй, Йософ йән, миһырбанлы, мөрәүәтле,

Холҡоң яҡшы, йөҙөң яҡты, һүҙең татлы.

Йәш айҙай нескә ҡаштарың бар,

Ынйыларға тиң һинең тештәрең бар,

Йофар еҫе килеп торор сәстәрең бар»…

Үҙе лә һиҙмәҫтән бала саҡта ҡалған ошо юлдар хәтеренә килде. Сафлыҡтың үҙе ине Сара ҡарсыҡтың ейәне. Пәйғәмбәрлек еле ҡағылыуын ҡағылмағандыр, шулай ҙа бөтәһенән айырып торған бер сәйерлеге бар ине. Һәр кемгә көлөп-йылмайып ҡарауымы, һарыҡ бәрәсенекеләй ялт-йолт килеп һикергеләп атлауымы, эсендә яуызлыҡ юҡ икәнен белдергән йырыҡ ауыҙымы, донъяны үҙенсә ҡабул итергә әҙер антенна кеүек төрлө яҡҡа тырпайышҡан сәстәреме…—барыһы ла уға килешә ине. Хатта кейгән кейеме, артыҡ киң балаҡлы салбары, оҙон еңле күлдәге лә шулай булырға тейеш кеүек күренде уҡытыусыға. Төп сәйерлеге телһеҙлегендә ине. Сабый сағында үгеҙҙән ҡурҡып телһеҙ ҡалған, тиҙәр. Ул бөтөнләй өн сығармай ҙа ҡалмай, нисектер аңлатырға теләгән кеүек «Һеү-һеү» тигән өнгә оҡшаш бер һүҙҙе төрлө интонация менән әйтеп, үҙ фекерен белдергән дә кеүек. Өмәнән һуң шаулап-гөрләп сәй эскәндә өләсәһенә теге был һый-ниғмәтте ташышты Рәсүл. Шәкәрҙе алып кил әле, Рәсүл»,—тиһә, егет «һеү-һеү» тип тиҙ үк йомошто үтәй. Уныһы «хәҙер-хәҙер» кеүек яңғырағандай ҡолаҡҡа. «Тағы берәй сынаяҡ сәй эсәһеңме, улым?»—тип һораһа, «һеү-һеү» иһә «мөмкин-мөмкин» тигәнде аңлатҡандай. Балаларҙы яғымлы «һеү-һеү» менән ҡыҫтаны, ҡайһы берҙәренең арҡаларынан да һөйөп алды.

Бигерәк тә муйыл бәлешен үҙ иткәйне Нәфисә. Баҡһаң, Ҡарлытүбә тигән тауҙан әлеге ейәне йыйған муйылдан бешергән икән уны Сара ҡарсыҡ.

—Быйыл бергәләп барырбыҙ, бергәләп йыйырбыҙ, ивет, Рәсүл,—тигән булды уҡытыусы. Балалар ҙа, бергә барайыҡ, тип ҡыуанышты. Шаярып, бөтөнләй уйланылмай әйтелгән ошо хәбәр һуңынан уйындан уймаҡ сығарасағын Нәфисә белмәй ине әле. Ана шул Рәсүл-Йософ уйға һалды ҡатынды. Юҡ, ғашиҡ булманы ул уға, тик нисектер сарсаған күңел гөлө ошо саф шишмәнән тамсы ғына булһа ла шифалы һыу һорай ине. Нисектер сабыйҙарса уның менән шаярғыһы, ҡысҡырып йыр йырлағыһы, хатта уның телһеҙлегенән әҙ генә мәҙәк яһап көлгөһө, еңелсә генә  мыҫҡыллағыһы килеп торҙо. Белә инде улай ярамағанын, белә инде. Телһеҙлеге лә, ауыҙы «йоҙаҡлы булыуы ла» ҡулай ине шикелле ҡатынға.

* * *

Июль аҙаҡтарында муйыл бешкәс, Нәфисә Сара ҡарсыҡтарға китте. Йәй һуҙымында Рәсүлде ул ни бары ике-өс тапҡыр ғына күрҙе. Юлда йә магазинда. Өләсәһе ҡағыҙ тоттороп шулай йомошлай торғайны ейәнен. Егеттең етеҙ хәрәкәттәрен, йылмайыусан йөҙөн күреү ҡатындың дәртен уятты, зиһененә һалынған уй-йомағы үҙ сиселешен яйлап ҡына таба барғанын ул йөрәге елкенеүенән тойҙо. Нисек тә егетте үҙенә ҡаратыу юлын уйланы. Иң мөһиме—ҡапыл өркөтөп ҡуймаҫҡа, тине. Йылмайып һөйләште, телең асылманымы әле, тип шаяртҡан булды. Рәсүл тартынманы, йылмайып ҡарап тик торҙо. Ҡатын ҡулынан тотһа, тартып алманы, киреһенсә, гүзәл заттың йылы тәненән, хушбуй еҫенән аңлата алмаҫлыҡ ләззәт кисерҙе.

—Муйыл бешкән тиҙәр, алып бараһыңмы, Сара әбей?—тип шаулап килеп инде ул көндө Нәфисә.

—Мин ни, хәҙер өсөнсө йыл инде урман һауаһын йотҡаным юҡ таһа. Муйыл, еләк менән ана Рәсүл һыйлай үҙемде. Кәрәк-кәрәкмәгән үләнен дә, дарыу-ағыу япрағын да белер-белмәҫтән ул апҡайта. Ҡартайҙым инде, быуындар һыҙлай,—тип таяғына таянып ҡаршы алды етмешен ҡыуған ҡарсыҡ.—Барыр булһаң, Рәсүлемдең артынан ғына эйәрмәһәң. Ҡарлытүбәлә бик уңған тиҙәр, йыйып хөкүмәткә тапшырыусылар ҙа бар, тип ишеттем. Беҙгә үҙебеҙгә етһә, булған. Ҡышын шәкәргә ҡушып ауыҙ итһәң, арыу була торған. Төшө генә теш араһына инеп йонсотмаһа…—әбекәйгә тыңларға кеше генә булһын, хәбәрен көн оҙононда һөйләргә әҙер.

«Аулаҡта икәү генә сығып китһәк, кеше күрмәҫме, һүҙ сыҡмаҫмы,—тип уйлап алды ҡатын.—Шулай ҙа былай ҙа уңай мәл булмаҫ. Ҡулдан ысҡындырырға ярамай. Бәлки, егеттә берәй төрлө ут-осҡон уята алыр. Дәртлерәк, тәүәккәлерәк ҡыланырға кәрәк».

Төштән һуң килһәләр ҙә, тиҙ үк ике ҙур биҙрәне тултырҙылар. Рәсүл бик етеҙ булып сыҡты, ағас башына ла менеп йыйҙы. Суҡлы-суҡлы ботаҡтарҙы эйеп бирҙе, ҡайһы берҙәрен һындырып аҫҡа ла ташланы. Был тарафҡа беренсе тапҡыр килмәүен аңлатты. Килгәндә күрер күҙгә бик салынмаһа ла, ҡалҡыу ғына урын булып сыҡты, тау биленән үк тирә-яҡ уста ятҡандай ғына күренде. Алыҫта ауылдың күренгән өйҙәрен һанап, ҡарап ултырып та алдылар. Шешәгә һалып яһап килтергән һөтлө сәйҙе эстеләр, икмәк менән кәнфит ҡушып ашап тамаҡ та ялғап алған булдылар. Нәфисә егеткә нисек тә оҡшарға тырышты, йылмайып уның һәр аҙымын маҡтаны. Бигерәк көслөһөң дә инде, Рәсүл, белмәгән эшең юҡ, ой, ир азаматы, тип ауыҙ һыуын ағыҙҙы. Үҙе егеттең кире яҡтарын да табырға тырышты. Тик нисектер таба алманы. Һәр ҡыланышы, һәр хәрәкәте, йөҙөндә уйнаған һәр һыры ла, нуры ла килешле ине. Асып һалырға теле генә юҡ    бахырҙың.

Һөтлө сәйҙе эсеп бөткәс, ҡатын ситкә боролоп һаҡ ҡына кофта төймәләрен ысҡындырҙы. Шунан егеткә борола бирҙе лә, ярым асыҡ түшен ҡаплай биреп:

—Рәсүл,—тип наҙлы ғына өндәште.—Һыуһаныңмы, һөт эскең киләме?—нишләп шулай ымһындырырға булды—үҙе лә аңламаны ҡатын. Янындағы егетте бала тип күреүеме, әллә ҡапыл башҡаһын уйлап тапманымы… Ап-аҡ тулы түштәрен асып һалды ла ҡара төймәләрен бармаҡтары менән һыйпаны. «Һөт тәмле-е» тип һуҙҙы. Бындай «батырлыҡты» көтмәгән Рәсүл тәүҙә һағайып ҡараны, шунан оялышынанмы, ҡурҡышынанмы, һикереп тороп муйыл олонона йәшенде. Күҙен ике ҡулы менән ҡаплап тора биргәс, бармаҡтарын шылдырып аса бирҙе лә ҡатын яғына ҡараны. Fүмерҙә улай яҡындан күрмәгән ҡатын-ҡыҙҙың мәрмәр аҡ тәне уны телһеҙ генә түгел, хәҙер күҙһеҙ итә ине. Күҙҙәре ҡамашты. Ул йыш-йыш тын алырға тотондо. Ҡатындың һөттәй ап-аҡ йомро түштәре донъяла уның өсөн иң гүзәл һүрәт, ҡояш кеүек балҡып бешкән ике йомро күмәсте хәтерләтте, шуға ул тәмле лә, йылы ла, нурлы ла, хатта ҡәҙерле лә ине. Егет күҙҙәрен ҙур асып ҡатын яғына ҡарап оҙаҡ торҙо. Ике күҙен ике түштән айыра алманы.

Был ҡараштан ҡатын хатта баҙап ҡалды. Бер аҙ күкрәктәрен ҡаплай бирҙе лә, ҡулын яңынан төшөрҙө. «Ҡиссаһи Йософ» иҫенә килде. Үҙен гонаһлы Зөләйха кеүек хис итте. Бер аҙ тартынып оялып киткәндәй булды, тик дәрте лә, хисе лә башҡаға     этәрҙе.

Зөләйха тажын һалды, тәхеттән төштө,

Килде вә Йософтоң муйынынан ҡосто.

Тоғро Йософ гонаһ эште кире ҡаҡты,

Бындай аҙғынлыҡты тәңре һөймәҫ имде.

Тәңренән дә, аҙғынлыҡ тигән әшәке һүҙҙән дә ҡурҡмай ине. Сиктән үткәйне. Ҡатындың күпме йылдар бала тип сарсаған дәрте елкендерҙе, бар булмышын биләп алды. Зөләйха кеүек түҙмәй йыртҡыстарса пәйғәмбәрҙе көсләргә әҙер ине. Тик Рәсүл пәйғәмбәр затынан түгел ине. Кешегә, гонаһ ағымына бирешкән телһеҙ әҙәм затына ҡан тамырҙарынан йүгергән ир ҡеүәте көс бирҙе. Эләгә-йығыла ул ҡатын янына килде лә, йомро түштәрҙе шашып имергә, үбергә тотондо. Нәфисә лә шашҡан мәлде ҡулланып ҡалырға ашыҡтымы, наҙлап-һыйпап Рәсүлде сисендерә башланы. Теге бахыр бар тәне менән ҡалтыранды, аңла-йышһыҙ өндәр сығарҙы. Ҡатын нисек тә ирен күҙ алдына килтерергә тырышты, бер нисә тапҡыр уның исемен дә әйтеп маташты. Был гонаһ ҡылмышта ниндәйҙер сафлыҡ тойҙо ҡатын. Тәжрибәһеҙлегеме, ихласлығымы егетте бала кеүек яраттырырға, донъяһын оноттороп наҙ-ларға мәжбүр итте ҡатынды. Егет орлоғон кәрәкле һауытҡа сәскәс, ҡатын уны ебәрмәй оҙаҡ ятты, һуңғы тамсыһына саҡлы ул бында ҡалырға тейеш, тип уйланымы, әллә ләззәтенән шулай айырыла алмай бер булдымы... Ята биргәс, егет тағы тәүәккәлләне, быныһын ҡатын ҡәҙимге эш кеүек ҡабул итте. Егеттең ялбыр сәсле башын ғына һыйпап, наҙ ҙа, артыҡ шатлыҡ та белдермәй:

 

—Тик был уйынды бер кем дә бел-мәһен йәме, Рәсүл,—тип кенә бышылданы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap