Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
20.03.2017
БЫЛ ДОНЪЯЛАРҘАН КИТЕРГӘ, ҺИН, АШЫҠМА
Untitled document

Сибай ҡалаһының тарих-крайҙы өйрәнеү музейында «Атайсал» гәзите ойошторған сираттағы «түңәрәк өҫтәл» артындағы һөйләшеү заман  афәттәренең береһе булған суицидҡа арналды. Ҡабул итеүгә ҡыйын булған, шул ваҡытта инҡар итергә лә ярамаған темаға һөйләшеүҙә Сибай ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре, мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре, уҡыу йорттары уҡытыусылары, студенттар, өлкән класс уҡыусылары  ҡатнашты.

Дамир Сәйғәфәр улы Ҡаһарманов, БДУ-ның Сибай институты директорының фән буйынса урынбаҫары, философия фәндәре кандидаты:

—Билдәле булыуынса, бынан бер нисә йыл элек суицид темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланым. Fилми эшемде социология буйынса башланым. Бурысым ошо тәңгәлдә Сибай ҡалаһы һәм Урал аръяғы буйынса мәғлүмәт туплау ине. Был эште ҡала моргында үткәрҙем. Унда көн һайын йөрөп тигәндәй, 10 йыл ваҡыт ара-уығына статистика йыйҙым. Fилми эшемә туплаған белешмәләр, ҡыҙғанысҡа күрә, иҫкерҙе, әммә улар актуаллеген юғалтманы. Үҙ-үҙенә ҡул һалыусыларҙың ғаиләләренә йөрөп, һәр фактты ныҡлы өйрәнеү, суицид ҡылырға маташып ҡараған кешеләр менән уның сәбәптәрен асыҡлау кеүек эштәр ваҡытты ла, хәлде лә күп алғас, ҡатмарлы бурыстан баш тарттым. Аҙаҡ был юҫыҡта башланған  ғилми эште философия йүнәлеше буйынса тамамлап ҡуйҙым. Философия буйынса башҡаса маҡсат ҡуйылды. Нишләп суицид барлыҡҡа килә? Уның сәбәптәре нимәлә?

Суицид—тәбиғи күренеш, кешенең диненә, милләтенә, донъяға ҡарашына, йәшәгән урынына ҡарамай, һәр ваҡыт булып тора. Суицидтың статистикаһы бик киң. Интернет селтәренә инһәң, бөтә белешмәләр ҙә бар, аңлатмалар ҙа бирелгән. Бында бер ниндәй ҙә асыш юҡ. Әммә уның сәбәптәрен асыҡларға тырышҡанда кандидатлыҡ эшем буйынса етәксем У.С.Вилданов менән үҙебеҙ өсөн күп кенә яңылыҡтар астыҡ. Статистика буйынса шундай критерий бар: әгәр 100 мең кешегә 20 суицид тура килһә, был норманан юғары тип иҫәпләнә. Сибай ҡалаһы буйынса ғына түгел, Башҡортостанда ла хәлдәр яҡшы тип әйтеп булмай. Төбәктәр араһынан алдан әйтеп үтеүемсә, һандар иҫке, әммә улар актуаллеген юғалтмаған. Рәсәйҙә беренсе унау иҫәбенә Алтай Республикаһы, Чита, Архангель, Киров өлкәләре, Удмуртия, Бүрәт Республикаһы, Мари-Эл һәм Баш-ҡортостан Республикаһы инә. Суицидты фин-уғыр халыҡтарының ауырыуы тип тә атайҙар. Был компонентҡа ҡараусы халыҡтар гендар кимәлендә суицидҡа һәләтле. Шуға күрә, ошо халыҡтар күпләп йәшәгән төбәктәр һәр ваҡыт алдынғы унау иҫәбендә. Башҡортостанда ла фин-уғыр халҡы йәшәгәс, был компонент үҙен белгертмәй ҡалмай.

Рәсәйҙә йылына 58 меңгә яҡын кеше үҙ-үҙенә ҡул һала. Йәғни, йыл һайын беҙҙең ил Сибай кеүек бер ҡаланы юғалта тип күҙалларға мөмкин. Рәсәйҙә суицид критерийы 2 тапҡырға күберәк. Венгрия, Финляндия ла алға киткән дәүләттәр һаналһа ла, уларҙа ла фин-уғыр халҡы йәшәгәнлектән, статистиканың алдынғы унау исемлеген биләйҙәр.

Сибай ҡалаһы буйынса, әйтеп үтеүемсә, 1989-1998 йылдар арауығындағы статистиканы күҙәттем. Был осорҙа үҙ ғүмерҙәрен ҡыйыусылар 10 мең кешегә 104,2 процент тәшкил итте. Был һан норма тип алынған һандан 2,4 тапҡырға күберәк. Айырыуса 1993-1996 йылдарҙа кеше күпләп ҡырылған. Аяныслы аҙымға барыу-сыларҙың 83,3 проценты ир-егеттәр булһа, 16,7 проценты—ҡатын-ҡыҙҙар. Уртаса йәштәре—42,3 йәш. Һәләк булыусыларҙың 68 проценты эшкә яраҡлы булған. Үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар араһында 30-39 йәшлектәр бик күп. Иң кесеһенә 13 йәш булһа, иң олоһона 87 йәш булыуы асыҡланды. Үҙ ғүмерен ҡыйыусыларҙың 70 проценты башҡорт милләтенән булыуы аяныслы. Тағы бер нәмәгә иғтибар иттем: үлеүселәрҙең 98 процентының ҡандарында алкоголь булыуы асыҡланған. Әммә эскелек үлемгә этәргес сәбәп булған тип әйтергә ярамай. Алкоголь һуңғы ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға, ошо аҙымды яһауға көс кенә биргән.

Рәсәйҙә суицидты тикшереүҙең үҙ спецификаһы бар. Беҙҙең илдә статистика өсөн генә белешмәләр алына. Америка Ҡушма Штаттарында тикшеренеүҙәр профилактика йәһәтенән алып барыла. Унда был афәтте фәнни яҡтан тикшергән учреждениелар бар. Ә беҙҙә, үрҙә әйтеүемсә, статистика кимәлендә ҡала килә.

Психик көсөргәнеш һәм суицид бер-береһенә бәйле тигән фекер йәшәй. Асылда улай түгел. Цивилизация, урбанизация үҫешкән һайын психик ауырыуҙар икенсе төрлө темпта арта. Суицид уның менән бөтөнләй бәйләнмәгән. Иҫен юйған кешеләр бер ваҡытта ла үҙ-үҙенә ҡул һалмай. Ундай аҙымға башлыса аҡылы теүәл, уйлауға, фекерләүгә һәләтле кешеләр бара.

Был бәләгә социаль-иҡтисади фактор-ҙар йоғонто яһай. Суицидтың сәбәптәре тәрәндә ята, уға социаль иҡтисади торош, ғаиләләге көсөргәнеш этәрә тип өҫтән   генә фекер йөрөтөү дөрөҫ түгел. Әйтеүемсә, уның сәбәптәре тәрәндә. Суицид шулай уҡ һауа шарттарына бәйле. Көн йонсоу булғанда кешеләр төшөнкөлөккә бирелеүсән, һәм шул арҡала үҙ ғүмерҙәрен ҡыйыуҙары ихтимал. Шулай уҡ аҙна көндәре лә йоғонто яһағаны билдәле. Әйтәйек, кешеләр ял көндәрендә һәм дүшәмбелә күберәк шундай ҡурҡыныс аҙым яһай. Аҙна уртаһында кешеләр эшкә йөрөп, насар уйҙарынан арынып тора. Шулай уҡ яҙ айы кешегә ныҡ тәьҫир итә. Бөтә тереклек уянған осорҙа ла донъянан үҙ теләге менән китеүселәр күбәйә.

Статистиканы өйрәнгәндән һуң, шундай һығымтаға килдем. Ауаздаш фекер-ҙәрҙе башҡаларҙың хеҙмәттәрендә лә осраттым. Суицид—ул ген кимәлендә кешегә һалынған. Әҙәм күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп, үҙенең нимә эшләгәнен белмәй башлаһа, ул эргә-тирәләгеләргә зыян килтереүе ихтимал. Бөтә кешенең дә үҙ-үҙен үлтереүгә теләге була, әммә ул ҡайҙалыр төпкә йәшеренгән.

Суицидты туҡтатып булмаһа ла, профилактика сараларын күреү зарур. Ни өсөн Башҡортостанда уның кимәле юғары? Беренсенән, мәҙәни дискомфорт ҡамасаулай. Икенсе мөхит, Европа, Азия мәҙәниәте солғап алған. Быларҙың барыһы ла халҡыбыҙға кире йоғонто яһамай ҡалмай. Әйткәндәй, суицид өс төргә бүленеп ҡарала: эгоистик, альтруистик, анемистик. Рәсәйҙәге бөтә суицидтар ҙа анемистик характерҙа тип әйтергә мөмкин, йәғни кеше үҙенә комфорт тапмай, яҡты донъя менән бәхилләшә. Альтруистик суицид һуғыш осоронда ҡылына. Мәҫәлән, кеше Тыуған иле тыныслығын һаҡлап дошманға ҡаршы тороп йәнен бирә. Был осраҡта кеше үҙ теләге менән үлемгә барһа ла, ул үҙ-үҙеңә ҡул һалыу тип иҫәпләнмәй. Ҡайһы бер диндәрҙә асығып үлеү ҙә хуплана. Һиндостанда үҙ-үҙеңде яндырыу йолаһы бар. Ҡытайҙа ла шундай үлем күҙәтелә, Японияла харакири эшләнә. Эгоистик суицид социаль талаптарҙы ҡабул итмәгәндә ҡылына.

Икенсе төп сәбәп—тарихи сығанаҡтар-ҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы юғалтыу. Һәр халыҡ үҙ мөхитендә быуаттар буйына йәшәп килгән йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә таянып йәшәргә тейеш. Кешенең туған телендә һөйләшеүе уның психологияһына ыңғай йоғонто яһай. Үҙ телеңдә һүҙҙәр әйткәндә телдең тибрәлеүе мейегә яҡшы тәьҫир итә. Наркомания, эскелек, баланан баш тартыу кеүек күренештәр ҙә туған телгә «йоҙаҡ һалғандан» барлыҡҡа килә. Тамырынан, мәҙәниәтенән айырылған шәхес урам тәьҫирендә ҡала. Унда һине һаҡларға әсә рухы юҡ, ҡанундар башҡаса. Иманым камил: әле бер кем дә башҡортса белгәненә үкенмәй. Күпме тел өйрәнәһең, күңел даирәң, донъяға ҡарашың шунса кимәлдә киңәйә бара.

Оптимистик рухтағы милли идеология булырға тейеш. Академик Щетинин менән эшләргә тура килде. Ул киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә образ кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Был образ балаларҙың, үҫмерҙәрҙең, йәштәрҙең башында булырға һәм улар шуға ынтылырға тейеш. Беҙгә йәш, уңышлы эшләгән заман кешеһенең образын булдырыу зарур.  Был образ картиналарҙа, плакаттарҙа, һүрәттәрҙә сағылырға тейеш. Fөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы быуындан-быуынға тыпшырыу ҙа һөҙөмтә бирмәй ҡалмаҫ.

Эскелеккә ҡаршы көрәште туҡтатмаҫҡа кәрәк. Сөнки спиртлы эсемлек һуңғы кәртәләрҙе емерә.

Дин тотоу ҙа һәләкәттән һаҡлай. Ислам дәүләттәрендә суицид юҡ кимәлдә. Беҙҙең дин генә суицидты инҡар итә тип әйтергә ярамай, әлбиттә. Әйтәйек, Мексикала 100 мең кешегә 0,02 процент суицид теркәлгән. Унда мосолмандар йәшәмәй. Әрмәнстанда ла шундай уҡ хәл. Унда ла дин башҡа, әммә унда традициялар бик көслө.

Башҡорт халҡы бик күп тетрәнеүҙәр үткәргән, тарихи катаклизмдар, һуғыштар халҡыбыҙҙы ныҡ ҡыйратһа ла, унда йәшәү көсөн нығытҡан. Башҡорттар рухлы, мәғлүмәтле халыҡ, беҙҙе матди байлыҡ ҡыҙыҡһындырмай. Мәғлүмәт заманында йәшәгәнлектән, беҙ шул мәғлүмәтте кешелекте һаҡлап ҡалыу йәһәтенән оҫта фай-ҙаланырға өйрәнергә тейешбеҙ.

Диссертация эшемде яҡлауға бик күп ваҡыт үтеп китте. Темаһы  уҡ үҙенән этәреп торғанғамы, уның менән әлегәсә бер кем дә ҡыҙыҡһынманы тиерлек. Әле килеп «түңәрәк өҫтәл» артына һөйләшеүгә саҡырғастар, аптырап ҡалдым. Тимәк, заман быны үҙе талап итә. Рәсәй Президенты В.В.Путин да ошо көндәрҙә суицидты ки-ҫәтеү буйынса закондар проектын әҙерләү буйынса указ сығарҙы. Был проблема ил кимәлендә хәл ителгәндә генә, халҡыбыҙға янаған үләтте киҫәтеп буласаҡ.

Зинфира Кинйәбай ҡыҙы Дәүләтбаева, психолог, БДУ-ның Сибай    институты доценты, психология фәндәре кандидаты:

—Социаль-иҡтисади хәлдең йәмғиәткә йоғонтоһо бик ҙур. Хәҙерге заманда берҙәмлек юҡҡа сыға бара. Элек ауылдарҙа беҙҙең атай-әсәйҙәр нисек йәшәгәнен иҫләһәк, уларҙың берҙәмлегенә, татыулығына хайран ҡалырлыҡ. Берәү өй һалһа, уға бөтә ауыл ярҙам итте. Күршеләре тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Йәғни, улар һәр ваҡыт берҙәм, бергә булды. Иртәнсәк торғандан ауыл гөрләп торор ине, радиола күңелле музыка яңғырай, яҡшы хәбәрҙәр тарала, кеше иртәнсәктән хеҙмәткә көйләнде. Бер кемдең дә уйына үҙ-үҙенә ҡул һалыу уйы инеп тә сыҡманы. Ауылда халыҡ туған кеүек йәшәне. Бе-рәйһе ҡырын юлға баҫһа, уны шунда уҡ ҡулға алдылар, күмәкләп тәрбиәләнеләр. Бер бала ла күҙ уңынан ысҡындырылманы. Эшһеҙлек, хәйерселек, атыш кеүек хәлдәр тик Көнбайыш илдәрендә генә булды. Заманалар тиҙ үҙгәрҙе, гәзит-журналдарҙа күргән Көнбайыштың кире күренештәре беҙгә лә килеп етте. Fалимдар билдәләүенсә, 2020 йылда ауырыуҙар араһында беренсе урында киҫкен респиратор вируслы инфекциялар торһа, икенсе урында психик сирҙәр буласаҡ. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүселәр айырыуса мегаполистарҙа артасаҡ. Сөнки кешеләр яңғыҙлыҡтан яфа сигә. Күптән түгел генә үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташҡан үҫмер менән эшләргә тура килде. Уның атаһы хәбәрһеҙ юғалған. Был хәл үҙе үк фажиғә. Әсәһе балаһын туғандары ҡарамағына ҡалдырып, Себер тарафтарына эшкә  киткән һәм икенсегә кейәүгә сыҡҡан. Япа-яңғыҙ тороп ҡалған бала үҙен бер кемгә лә кәрәкмәгән итеп тоя. Әсәй һәм атай һәр кешенең иң юғары ихтыяжы. Кешегә нисә йәш булыуға ҡарамаҫтан, ата-әсәгә мохтажлыҡ кисерә. Ә был бала?! Әлбиттә, әсәһе уға аҡса ебәреп тора. Аҡса ул матди, ниндәй генә күләмдә   булһа ла ата-әсә наҙын алмаштыра алмай. Был осраҡта ла берҙәмлек булмауға юлығабыҙ.

Суицидҡа шулай уҡ инфантиль характерлы кешеләр һәләтле. Бигерәк тә ата-әсәһе ныҡ әпәүләп, бәпләп торғандар шундай холоҡло булып үҫә. Ә бит ата-әсә ғүмерлек түгел. Шулай бала тормошта осраған беренсе ҡаршылыҡты ла күтәрә алмай  үҙ-үҙенә ҡул һалыуы ихтимал.

Мәктәптәрҙә оптимизация һылтауы менән психологтар ставкаларын ҡыҫҡартып бөттөләр. Замана мәктәптәре социаль педагогһыҙ, психологһыҙ булырға тейеш түгел. Үҙебеҙ ултырған ботаҡты үҙебеҙ сабыуға тиңләргә мөмкин был хәлде.

Альбина Зөфәр ҡыҙы Ярмуллина, Сибай тарих-крайҙы өйрәнеү музейы директоры, тарих фәндәре кандидаты:

—Һуңғы осорҙа толерант суициды термины барлыҡҡа килде. Толерант һүҙе түҙемле, башҡаларға ҡарата ихтирам тигән төшөнсәлә ҡулланыла. Дамир Сәйғәфәр улы әйтеүенсә, суицид—тәбиғи күренеш. Ул өс төргә бүленә тип тә билдәләп үтте. Европа илдәрендә хәҙерге мәлдә йәштәр араһында анемистик суицид тарала бара. Анимус—йән тигәнде аңлата, йәндәре көрсөк кисерә. Ул тарафтарҙа ғаилә ҡиммәттәре юғала. Был хәл йәштәр, урта йәштәгеләр майҙанға сығып төрлө карнавалдар, гей-парадтар уҙғарыуҙа сағыла. Бындай саралар уларҙа йолаға әүерелгән. Ошондай ергә балаларҙы алып сығыуҙары хафаға һала. «Кемде теләйһең, шуны ярат», «Беҙ яңы донъя балалары» тигән яҙыуҙар тоттороп, уларҙы урамдан йөрөргә ҡушыуҙары аҡылға һыймаҫлыҡ эш. Бындай сараларҙы беҙҙең илдә лә үткәрергә маташалар.

Бер енесле парҙарҙың барлыҡҡа килеүе ул үҙебеҙ ултырған ботаҡты сабыу ғына түгел, ә ағасты тамырынан ҡоротоу. Бындай хәл мәҙәниәтте, ғөрөф-ғәҙәтте генә түгел, тотош милләтте юҡҡа сығара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәр замандан ҡалышмаҫҡа тырыша. Уҡыу йорттарының бер студенткаһы: «Нишләп беҙ кешегә кемделер яратырға ҡамасауларға тейешбеҙ? Һәр кемдең үҙ мәйеле, хоҡуғы бар»,—тип әйтеп һалды. Бындай осраҡта беҙ тради-цион булыуыбыҙҙы онотмайыҡ. Ошо мәғлүмәти заманда беҙ ғаилә ҡиммәттәрен, менталитетыбыҙҙың традиционлығын һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ. Әгәр шулай итмәһәк, донъяла рухи яҡтан ныҡ, көслө булған бер нисә халыҡ ҡына ҡалыуы ихтимал. Һиндостан, Ҡытай, Япония кеүек Көнсығыш илдәре бер енесле никахтарҙы яҡын да юлатмай. Йәшәп тә үле булыу тигәнде аңлатҡан толерантлы суицид йәмғиәтебеҙҙе ҡоротмаһын тиһәк, сит илдәргә эйәреүҙе ҡәтғи тыйырға, йәштәр араһында аңлатыу эше алып барырға кәрәк.

Суицидты профилактикалауға килгәндә, халҡыбыҙҙың милли ғөрөф-ғәҙәттәренә таянып, тулы ғаилә булып донъя көтөү һөҙөмтә бирмәй ҡалмай. Психологик ярҙам хеҙмәттәре күберәк булһын ине. Башҡорт халҡы ҡаты, тура һүҙле халыҡ. Беҙгә үҙебеҙ өҫтөндә эшләргә, белем алырға, ҡайһылыр кимәлдә психолог  булырға өйрәнергә кәрәк.

Хәмзә хәҙрәт Хафизов, Башҡор-тостан мосолмандарының Урал аръяғы буйынса ахуны:

—Элек-электән ислам дине ҡанундары буйынса, яҡты донъянан үҙ ирке менән киткән кеше тураһында «харам мәрхүм булды» тигәндәр. Был енәйәт иң ҙуры һаналған, зыяратта ерләү тыйылған, ҡәбер урыны ла ситтә булған. Хәҙерге көндә исламдың был ҡағиҙәләре диндарҙар тарафынан теүәл үтәлмәй, мәрхүмдең ата-әсәһе, туғандарының күңелен уйлап, һуңғы юлға оҙатыу дөйөм ҡанундар нигеҙендә атҡарыла. Әлеге көндә төбәктең имам-хатиптары кешеләр фәһем алһын, уйланһын һәм һиҫкәнһен тигән ниәттә ҡайһы бер ауылдарҙа харам мәрхүм булыусыларҙы зыяратҡа ерләтмәй башланы. Шүлкә ауылы имам-хатибы, мәҫәлән, үҙ-үҙенә ҡул һалған егетте ауыл зыяратынан ситкә ерләттереүгә өлгәште. Һәр нәмә сағыштырыуҙа күренә тигәндәй, туғандарынан ситтә, зыяраттан айырым бер үҙе етемһерәп ятҡан ҡәберлекте күреп, шомланырҙар һәм фәһем алырҙар. Ысынлап та, уйландырҙымы, һиҫкәндерҙеме был ваҡиға, шунан алып ул яҡта үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар юҡ. Балаларыбыҙҙы, яҡындарыбыҙҙы ошондай юл менән насар уйҙан, үҙ-үҙен юҡ итеүҙән һаҡлап, ҡурсалап ҡалыу маҡсатында, башланған эшкә күмәкләп тотонайыҡ. Изге китапта яҙылғанса, арабыҙҙа изгелекте саҡырыусы, яманлыҡты тыйыусы бәндәләр күберәк осраһын. Бөгөн төбәктең имам-хатиптары менән берлектә ҡарар ҡабул итеүебеҙ юҡҡа түгел. Быуаттар буйы ислам динендә йәшәп килгән ҡанундарҙы ҡайтанан тергеҙеү, үҙ-үҙенә ҡул һалырға уйлаған ун кешенең берәүһен генә булһа ла һаҡлап ҡалабыҙ икән, тимәк, беҙ маҡсатыбыҙға өлгәшкәнбеҙ.

Сажидә Факил ҡыҙы Fәниева, Сибай ҡалаһының башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе:

—Аяныслы хәлдең матди яҡтан етеш йәшәгән ғаиләләрҙә айырыуса йыш осрауы күптәрҙе ғәжәпләндергән күренеш. Күрәһең, ярлыраҡ ғаиләләрҙә балалар тормош проблемалары менән көрәшеп «сыныға», ә ата-әсәһе бай булған һәм кескәйҙән үк һәр ихтыяжын ҡәнәғәтләндереп өйрәнгән бала стресҡа тиҙ бирешеүсән. Шуға күрә уны артыҡ әпәүләмәҫкә, тормошҡа яраҡлаштырып үҫтерергә кәрәк.

Суицид проблемаһын өйрәнеү йыш ҡына социаль күренештәргә ҡайтып ҡала: үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙары бик ихтимал булған кешеләр ҙә бар, уларҙы алдан уҡ күрә һәм ваҡытында ярҙам күрһәтә белергә кәрәк. Мәҫәлән, суицидологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, үҙ-үҙенә ҡул һалыу кешенең психик сире менән бәйле түгел. Был аҙым—шәхестең ниндәй ҙә булһа ауыр хәлдән сығыу юлын күрмәүендә. Баланың бер кемдән дә ярҙам ала йәки кәңәш һорай алмауында, әлбиттә, ололар ғәйепле тип иҫәпләйем. Суицидты бик ҙур батырлыҡ итеп күрһәтергә тырышыусы Интернет сайттарын да әле булһа тыя алмайҙар.

Ҡатын-ҡыҙҙар советтары, ағинәйҙәр ҡоро халыҡ араһында әүҙем эш алып барһа, ғаиләләр тулы, етеш йәшәһә, бындай проблемалар булмаҫына ышанам. Киләсәк быуынды милли йолаларыбыҙға, мәҡәл-әйтемдәребеҙгә таянып тәрбиәләү ҙә һөҙөмтә бирмәй ҡалмаҫ.

Рәсүл Мөхәмәт улы Өмөтбаев, Сибай үҙәк дауаханаһының табип-психотерапевты:

—Суицид күрһәткестәре—беҙҙең йәмғиәтте һағайтырлыҡ күренеш. Ни өсөн кеше үҙ-үҙенә ҡул һала? Уны ҡылыусыларҙың хәленә ҡарап, йәшәү рәүешен тикшерһәк, һығымталар яһарға була. Тимәк, кеше был донъяһы менән риза булмаған. Бында социаль-иҡтисади хәл дә мөһим. Суицидтың сәбәптәре—ғаилә эсендәге ыҙғыштар, шәхестең үҙенсәлектәре, социаль-көнкүреш проблемалары, яңғыҙлыҡ, психик, көслө соматик сир (тән ауыртыуы). Был ҡурҡыныс аҙымдың сәбәптәрен логика менән генә аңлатып булмай. Бигерәк тә балалар суицидын. Балалыҡ һәм үҫмерлек осоро—тәүге мөхәббәт, осрашыуҙар, асыштар, хыялдар дәүере. Һәр күренеш яңылығы менән ҡыҙыҡһындыра, төрлө таныш булмаған нәмә алға әйҙәй, маҡсаттар барлыҡҡа килә. Кешелә тәбиғәт тарафынан алдан уҡ үҙ-үҙеңде физик яҡтан һаҡлап ҡалыу инстинкты һалынған була. Ошо тәбиғәткә һәм әҙәм балаһының рухына ҡаршы килеүсе бик ҙур көс кенә был инстинктты емерә ала. Шуға күрә ғалимдар кешене был көс алдында нимә яҡлауһыҙ ҡалдыра, ә нимә ҡаршы торорға ярҙам итә икәнлеген аңларға тырыша. Табиптарҙы ла был проблема борсомай ҡалмай.

Сибай ҡалаһының үҙәк дауаханаһында психотерапия бүлеге эшләй. Бүлектә сәләмәтлектәре ҡаҡшаусылар амбулатор һәм стационар рәүештә дауалана ала. Гәзит уҡыусыларға шулай уҡ Республика психотерапия клиник үҙәгенең ышаныс телефондарын иҫтәренә төшөрәбеҙ: 8-800-7000-183.

Илгиз Иршат улы Хужабиргәнов, Сибай эске эштәр бүлегенең балиғ булмаған үҫмерҙәр эштәре буйынса инспекторы, полиция майоры:

—Сибай ҡалаһы буйынса статистик мәғлүмәттәргә күҙ һалғанда, һуңғы ике йылда балалар һәм үҫмерҙәр араһында үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар булмауы ҡыуандыра. 2010-2015 йылдарҙа, әлбиттә, ундай осраҡтар йыш күҙәтелде. Шул ваҡытта   суицидты иҫкәртеүҙәге иң ҙур етешһеҙлек—полиция, табиптар, уҡытыусылар һәм ғаиләнең ошо өлкәлә тарҡаулығы булды. Әлеге ваҡытта был кәмселектәр бөтөрөлдө, шуға ла хәл тотороҡланды, тип әйтергә була.

Интернеттың социаль селтәрендәге «үҙ-үҙен үлтереүселәр клубтары», «Күк кит» ойошмалары йәшерен-батырын түгел, ә асыҡтан-асыҡ, һәр үҫмерҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырлыҡ эшмәкәрлек алып бара. Бөгөнгө көндә тикшереү-күҙәтеү органдары ныҡлы һаҡҡа баҫты. Малай-ҡыҙҙарҙың аңын томалап, үкенесле аҙымға этәреүселәр, һөсләтеүселәр күләгәлә ҡалмаһын өсөн барыһы ла эшләнә.

Владимир Александрович Мещанинов, «Отрада һәм Утешение» сиркәүе настоятеле:

—Донъяла суицидтан йыл һайын бер миллионға яҡын кеше һәләк була. Нимә тураһында һөйләй был хәл? Ни өсөн тормошто танып белергә лә өлгөрмәгән ҡыҙ һәм малайҙар ошондай хәтәр аҙымға бара? «Ярҙам итегеҙ! Ишетегеҙ мине!» тип оран һала түгелме кешеләр? Fәмәлдә проблема беҙ күргән-белгәндән дә хәүефлерәк, сөнки әле үлем осраҡтары хаҡында ғына һүҙ йөрөтәбеҙ, ә «теге» донъяға төрлө юлдар менән китергә уҡталғандар, әммә ҡотҡарып ҡалынғандар 10-20 тапҡырға күберәк.

Шуныһы асыҡ: яҡшы тормоштан үлем ҡосағына ташланмайҙар. Хәҙерге көндә халыҡтың 15 проценттан ашыуы йәшәү минимумынан түбән шарттарҙа, тимәк, фәҡирлек сигендә йәшәй. Йыл да илдә 100 меңдән ашыу баланың атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм ҡалыуы асыҡлана. Әле мәғлүмәт банкында теркәлгән йөҙәр, меңәрләгән сабыйҙы ғаиләгә урынлаштырыу мәсьәләһе тора. Уларҙың яртыһы— социаль етем, йәғни ата-әсәләре иҫән-һау, әммә бала тәрбиәләү хоҡуғынан мәхрүм ителгән.

Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов, «Атайсал» гәзите мөхәррире:

—Рухи көсһөҙлөк йәки ғаилә мөнәсәбәттәренең ҡатмарлашыуы һөҙөмтәһендә, яуапһыҙ мөхәббәт, уҡыуындағы уңышһыҙлыҡ һәм башҡа бәләкәй генә ауырлыҡ арҡаһында кеше үҙен-үҙе юҡ итеүгә бара башлай икән, тимәк, уларҙы алдан уйландырырлыҡ һәм һиҫкәндерерлек ҡарарҙар ғына түгел, ә аныҡ эштәр ҙә кәрәк. Бәлки, башын элмәккә тыҡҡансы, бер аҙ ғына булһа ла уйланып, тәүбәгә килер?!.

30-40 йыл элек йәмғиәтебеҙҙә үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар осрағы йылына ике-өстән артмаған. Уныһы ла ҡаты тикшеренеүҙәр аша үтә торғайны. Хәҙер айына әллә күпме кеше башын элмәккә тыға. Бигерәк тә йәштәребеҙҙең ошо сиргә дусар булыуы хафаландыра. Донъяның матурлығын да тойоп өлгөрмәй, рәхәт-кинәнестәрен дә татымай, ата-әсәләрен мәңгелек һағышҡа һалып, яҡты донъянан китә... Уның өсөн ата-әсәһе күпме йоҡоһоҙ төн үткәргән, күпме сығым түгеп уны ашатҡан, уҡытҡан, кеше иткән. Ә ул тот та аҫылын, имеш. Fәзиз кешеләрен, туғандарын уйламай эш итеүе күпме уңалмаҫ яраларға килтерә. Кешене хеҙмәт кенә түгел, ауырлыҡтар ҙа сыныҡтыра, күптәр аҙ ғына мәшәҡәттәр алдында ла бөгөлөп төшөп, еңел юл һайлай. Саҡ ҡына сабыр була белмәү, һәр хәлдән сығыу юлы барлығын иҫәпкә алмаусыларҙың күбеһе ошондай аҙымға барыусан. Тормоштоң насар яғын ғына түгел, яҡшы яҡтарын күрергә лә өйрәнәйек, йәмәғәт. Тыуымдан ҡалмағас, үлемдән дә ҡалмаҫбыҙ. Аллаһы Тәғәлә тарафынан бүләк итеп бирелгән ғүмерҙе лайыҡлы йәшәйек. Донъя шул тиклем матур. Әжәлебеҙҙе яҡынайтырға ашыҡмайыҡ.

Гөлдәр Ҡадаева

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap