Сибайҙа һауа торошо:
-4, -6 ° C 4 - 6 м\с З
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
ЭШЕ БАРҘЫҢ АШЫ ЛА БАР
Untitled document

Баймаҡ районының иң эре һәм алдынғы ауыл хужалығы һаналған «Ленин» исемендәге кооперативта малсылыҡ тармағына етди иғтибар бүленә. Таулыҡай, Сыңғыҙ һәм Буранбай фермаларында йыл әйләнәһенә эштәр гөрләй. Әле кооператив эшселәре өсөн бик яуаплы осор. Һыйырҙар күпләп быҙаулай, һауым арта, малсылар һәм ветеринарҙар хайуандарҙы йәйләүгә сығарырға әҙерләй.

Таулыҡай фермаһында 365 баш һыйыр малы иҫәпләнә. Ферма мөдире Йәмил Фирғәт улы Үҙәнбаев әйтеүенсә, улар 2016 йылды яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлаған. Һөт һәм ит етештереү буйынса күрһәткестәр юғары булған. Былтыр бөтәһе 350,  быйылғы йылдың 2 ай ярымынында 107 баш быҙау алынған.

—Әлеге көндә һәр һы-йырҙан көнөнә уртаса 15,4 литр һөт һауып алабыҙ. Көн һайын 3 тонна 700 литр аҡты «Баймаҡ-һөт» ҡабул итеү пунктына оҙатабыҙ. Беҙ тапшырған һөттөң сифаты гел яҡшы була,—ти ферма мөдире.

Таулыҡай фермаһы үҙе-нең уңған һауынсылары менән дан тота. 30 йылдан ашыу ошонда эшләүсе алдынғы һауынсы Фәнүзә  Байегетованы йәштәргә өлгө итеп ҡуялар. Ал-ял белмәй, маҡтаулылар рә-тендә Fәлина Тәслимә, Сәғә-ҙәтова Айгөл, Сәғитова Гөлсәсәк, Ишкинина Роза, Мазһарова Fилмияза, Ишкинина Мәймүнә һәм Сәғә-ҙәтова Риманы индерергә мөмкин. Отпуск мәлендә   уларҙы алмаштырыусы Әхмәтова Фәниә, Буранбаева Фирүзә һәм Ишалина Миңзәлә лә бик тырышып эшләй. Исмәғилева Гөлшат оҙайлы һәм намыҫлы хеҙ-мәте менән башҡаларға үрнәк булып тора. Фермала бөтә уңайлы шарттар   булдырылған. Иртәнге һәм киске һауынға һауынсыларҙы водитель Айбулат   Исхаҡов УАЗ автомобилендә алып йөрөй. Һөт ташыу машинаһында эшләүсе Наил Исхаҡов та үҙ эшенә яуаплы ҡарай.

Фермала ла, йәйләүҙә лә һауыу процесы автоматлаштырылған. Махсус торбалар аша үткән һөттө электрон иҫәпләү приборҙары ярҙамында үлсәйҙәр һәм һыуытыу ҡорамалдарына урынлаштыралар. Артабан иһә һөт ташыусы машинаның цистернаһына ҡоялар.

Һөттөң муллығы һәм сифаты туранан-тура малсыларҙың эшмәкәрлегенә бәйле. Ә улар һынатмай, малҡайҙарҙың алдынан һыуын, бесәнен өҙмәй яҡшы ҡарайҙар. Хужалыҡ етәкселеге йәйен-ҡышын һауын һыйырҙарын бағыусы Абдуллин Fәфүр, Ишкинин Рәйес, Үҙәнбаев Данил һәм Атанғолов Тимерйәндең эшенә ҡәнәғәтлек белдерә. Йәш тана малын ҡа-раусы Үҙәнбаев Фәнил, Юлбахтин Зәйнулла һәм Тулыбаев Хәлил дә тырыш хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Был ир-егеттәр эште һайлап тормай, йәйгеһен ауыл көтөүен көтөргә лә сыға, объездщик ролен дә башҡара.

Фермалағы тәртип һәм таҙалыҡ өсөн слесарь-мотористар Исмәғилев Сәлимйән, Исмәғилев Fәлимйән Һәм Fәлин Рәхимйән яуап бирә. Тракторсы Илшат Сәғәҙәтовҡа ла бында эш етерлек. Ул көн дә малдың тиҙәген сығарып түгә. Ҡыҫҡаһы, ферма эшселәренең барыһы ла үҙ эшен урын-еренә еткереп баш-ҡарырға өйрәнгән. Улар-ҙың талымһыҙ хеҙмәте тик маҡтауға лайыҡ.

Яҙ ҡояшы йылытыу менән малдар йәшел үлән көҫәп, туғайға сығырға ынтыла. Ошоно иҫәпкә алып «Ленин» исемендәге ауыл хужалығы кооперативы малсылары йыл да 9 май байрамынан һуң ферманан 9 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Бәләкәй йылға йәйләүенә юллана. Был осорҙа ферма биләмәһен тәртипкә килтереп, һарайҙарҙы ремонтлайҙар. Ә көҙгөһөн, октябрь айында малдар кире ҡураларға ҡайтарыла.   Бына шулай:  фермала ла, йәйләүҙә лә эштәр гөрләп тора. Хужалыҡ етәкселеге дәртләндереү маҡсатында тырыш эшселәргә даими рәүештә аҡсалата премиялар бирә. Бында ай һайын, йәйге һәм ҡышҡы осорҙа эш күрһәткестәре буйынса алдынғыларҙы билдәләү традицияға әүерелгән. Малсыларҙың эш хаҡы ваҡытында түләнә, ул 12 меңдән алып 17 мең һумғаса тәшкил итә. Хужалыҡтың тирмәне, пекарняһы бар. Эш хаҡы иҫәбенә он, йә бесән, ашлыҡ, быҙау, ит алырға мөмкин.

Хужалыҡтың малсылыҡ тармағы ышаныслы ҡулдарҙа тип әйтергә була. Сөнки бында, башлыса     20-30 йыл эш стажы бул-ған малсылар һәм һауынсылар эшләй.

Һүрәттә: «Малдың аҙығы етерлек»,—ти «ленин»дар. Өҫкө рәттә улдан беренсе : ферма мөдире Йәмил Үҙәнбаев, Данил Үҙәнбаев, Fәфүр Абдуллин, Рәйес Ишкинин; аҫҡы рәттәТимерйән Атанғолов. Хәйҙәр Сәйетов, Азамат Имелбаев.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap