Сибайҙа һауа торошо:
-4, -6 ° C 4 - 6 м\с З
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
ҺАУЫНСЫ ЭШЕ МАҠТАУЛЫ
Untitled document

Рустарҙа шундай бер мәҡәл бар: «Где родился, там и пригодился». Был һүҙҙәр мәҡәләм геройы Фәнүзә Әхмәт ҡыҙы Байегетоваға (һүрәттә) тап килеп тора.


Таулыҡай ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ, мәктәпте тамамлағас, Баймаҡ ҡалаһының һөнәрселек училищеһына уҡырға инә һәм тегенсе һөнәрен үҙләштерә. Хеҙмәт юлын Түбә ҡасабаһының тегеү фабрикаһында башлай. Дүрт йыл үҙ һөнәре буйынса уңышлы ғына эшләп йөрөгән Фәнүзәгә яҙмыш ҡушыуы буйынса кире тыуған ауылына ҡайтып төпләнергә тура килә. Ул 1989 йылда үҙенең ауылдашы, класташы булған Ришатҡа кейәүгә сыға. Шул уҡ йылда ул Таулыҡай фермаһына эшкә төшә һәм бөгөнгәсә ең һыҙғанып хеҙмәт итә. Алсаҡ, мөләйем ҡатын бергә эшләгән иптәштәре менән дә уртаҡ тел таба, үҙенең ҡарамағында булған һәүкәштәргә лә тиҙ өйрәнә. Тырышып эшләгәс, уңыш та көттөрмәй. Йылдар үтеү менән Фәнүзә алдынғы һауынсылар рәтенә сыға. 2003 йылдан алып уның йыл һайын тиерлек «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» тип билдәләнеүе күпте һөйләй. Был ҡыҙыл таҫмалар һәм бихисап  Почет грамоталары Фәнүзә апайҙың өй түренән урын алған. 2007 йылда Ф.Байегетова Баймаҡ районының алдынғы һауынсыһы, Социалистик хеҙмәт геройы Гәүһәр Фәйзуллина исемендәге призға лайыҡ була һәм вымпел менән бүләкләнә.

Хужалыҡ буйынса ғына түгел, ә район кимәлендә иң алдынғы һауынсы булып танылған Фәнүзә апайға 2010 йылда «Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Бөгөн Фәнүзә Байегетова    Таулыҡай фермаһының иң оло һауынсыһы һанала. Ул бар яҡлап йәштәргә өлгө күрһәтә, уңышлы эшенең сере менән уртаҡлаша. Тәжрибәле һауынсы ҡарамағында 45 һыйыр, шуларҙың 42-һен иртәле-кисле өс аппарат менән алмаш-тилмәш   һауа ул.

—2010 йылда йәш таналарҙы бәйләп, өйрәтеп алғайным. Әле уларҙың иң һөтлө сағы. Һәү-кәштәрем ыңғай һәм сабыр холоҡло булыуҙары менән айырылып тора. Малдарҙы тигеҙ ҡара-йым. Уларҙың һәр береһенә матур исем ҡушырға тырыштым. Илек, Ромашка, Ҡаракүҙ, Муйыл, Иркәш—иң һөтлө һыйырҙарым. Әле көндәлек 590 литр аҡ тапшырып торам. Фермала уңайлы эш шарттары булдырылған. Бында йылы, яҡты һәм таҙа. Малдарҙың көр булыуына һөйөнәбеҙ. «Ашаған малда өмөт бар», тигәндәй һауымдың артыуы туранан-тура малды туҡландырыуҙан тора,—ти Фәнүзә апай.

Хужалыҡ етәкселеге эш-ләгән кешегә оло хөрмәт менән ҡарай. 2016 йылдың апрелендә Фәнүзә Байегетова «Талҡаҫ» шифаханаһына юллама менән бүләкләнә. Йыл йомғаҡтары буйынса 150 тонна һөт һауып алыуға өлгәшкән өсөн уға 50 меңлек премия тапшырыла. Һауынсыларҙың эш хаҡы ла яҡшы. Һауылған һөткә ҡарап, уларға айына 15-16 мең һум түләнә.

Эшсән ҡатын өйҙә лә өлгөрә, ике һыйыр һауа, 50-ләп баш һарыҡ, ҡош-ҡорт көтә. Ата-бабаларҙан ҡалған шөғөлдө тергеҙеү уйы менән бер бейә лә алып ҡуйғандар.

Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тигәндәй Фәнүзә апайҙың ире йәшләй генә мәрхүм булып ҡал-ған. Ике бала менән тол ҡалған йәш ҡатынға тормош көтөүе ауырлаша. Юлында яҡшы кеше осрағас, ул кейәүгә сығырға йөрьәт итә. Айҙар Әнүәр улы терәк-таяныс  булып, балаларҙы үҫтереп аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итә. Быйыл уларҙың бергә йәшәүҙәренә лә 15 йыл тулған. Ә февралдә бәхетле хужабикә үҙенең алтын юбилейын билдәләгән.

Балалары ла әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерерлек түгел, тырыштар. Улы Рифат кәләше Нурзилә менән Раян исемле шуҡ малай үҫтерә. Ә ҡыҙы Гөлиә Таулыҡайҙа асылған «Колибри» тегеү цехында эшләй.

Эшенән һәм тормошонан ҡәнәғәт булып йәшәй белгән Фәнүзә Байегетоваға киләсәктә лә уңыш юлдаш булһын.

 

Альбина Ҡоҙашева.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap