Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
20.03.2017
УЛАР АЛДЫНҒЫЛАР РӘТЕНДӘ
Untitled document

«Эш менән генә кеше донъяла шат һәм шәп тора, эш кешенең кешелеген дә, дәрәжәһен дә арттыра», тип яҙған Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Fафури. Хаҡ һүҙҙәр. Ысынлап та, яратҡан эш—ярты бәхет һәм эшләгән кешенең генә донъяһы алға бара. Оҙаҡ йылдар торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағында эшләп, абруй ҡаҙанған Хәмиҙә Игишева менән Йәноҙаҡ Ҡорбанғоловтарға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел.

90-сы йылдарҙа Баймаҡ районының Төркмән ауылы мәктәбендә секретарь-машинистка булып эшләүсе Хәмиҙә Игишева Сибайға күсеп килгәс, һөнәрен ҡырҡа үҙгәртә. 1997 йылда ул ҡаланың Торлаҡ-ремонт эксплуатация тресына эшкә төшә. Ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайынса Хәмиҙә Морат ҡыҙы иң ауыр эшкә тотона: урам һепереүсе булып урынлаша. 2007 йылда өс балалы Игишевтар ғаиләһенә ҡала хакимиәте 3 бүлмәле фатир бирә. 2009 йылда улар ике етем баланы тәрбиәгә ала. Шулай итеп, биш бала әсәһе «ҡырҡҡа ярылып» эшендә лә, өйөндә лә өлгөрөргә тырыша. Ныҡышмал, һис алдынғылыҡты бирмәҫ Хәмиҙәне коллегалары ла, үҙе эшләгән «Бытсервис» йәмғиәте һәм «Мәғлүмәт иҫәп-касса үҙәге» идаралыҡ кампанияһы етәкселеге лә хөрмәт итә. 2014 йылда Хәмиҙә Игишева Учалыла үткән «Иң яҡшы урам һепереүсе» конкурсында ҡатнашып, 2-се урынға лайыҡ була. 2016 йылдың апрелендә Сибайҙа уҙғарылған «Опекун ғаиләләр» конкурсында Игишевтар 1-се урынды яулай. Хәмиҙә тормош иптәше Заһир менән балалары Алина, Зарина, Замир, Динис һәм Вадимдың һәр уңышына ҡыуанып йәшәй.

«Жилсервис» йәмғиәте механизаторы Йәноҙаҡ Насырйән улы Ҡорбанғолов та күптән инде үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған. 36 йыл эш стажы иҫәпләнгән ир уҙаманы үҙенә беркетелгән МТЗ-82 тракторында һәм КУН-10 тейәгесендә йыл әйләнәһенә ҡала урамдарында тәртип урынлаштырыу менән мәшғүл. Йәйгеһен сүп-сар ташыһа, ҡышҡыһын юлдарҙы, тротуарҙарҙы ҡарҙан таҙарта ул. 2016 йылда оҙайлы һәм тырыш хеҙмәте өсөн Йәноҙаҡ Ҡорбанғолов йәмғиәттең Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

Кешеләр яҙмышының ни тиклем ҡатмарлы икәнен улар менән осрашып, һөйләшкәндән беләһең. Беҙҙе йылмайып ҡаршы алыусы Йәноҙаҡ ағай ҙа тормош ауырлыҡтарын күп күргән, күп кисергән. 2001 йылда ул ҡатынын юғалта. Әммә ике бала менән яңғыҙы тороп ҡалған ир һынмай, үҙендә көс таба, башкөллө эшкә сума. Ҡыҙы Әлиә һәм улы Рөстәмде уҡыта, белем бирә. Әле уларҙың үҙ ғаиләләре бар. Йәноҙаҡ ағай улы һәм килене Айзилә менән бергә йәшәй. Бәхетле ҡартатай 6 ейән-ейәнсәренә һөйөнөп бөтә алмай. Бәлки, ейәндәре араһында уның эшен дауам итеүселәр табылыр, тип өмөт итә.

Альбина Таһирова.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap