Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
КЕШЕЛЕККӘ ТОҒРОЛОҠ
Untitled document

Мөнир ҠУНАФИН

Хикәйә

Дауамы. Башы 10-сы, 11-се, 12-се һандарҙа.

Төн уртаһында төшәнеп уянды ҡатын. Ире бик ҡәнәғәт төҫтә, ҡулдарын киреп рәхәтләнеп йоҡлап ята. Төшөндә мөгөҙлө затты күрҙе ул, Шайтан булды, шикелле, тип күргән йән эйәһен күҙ алдына килтерҙе. Шул шайтан уны күтәреп тау башына алып менеп китте. Үҙе көлә, үҙе, әйҙә кети-кети тигән ҡытыҡлашыу уйыны уйнайыҡ, ти. Нәфисәгә рәхәт, ул да көлә. Шул саҡ Иҙрис балта күтәреп килеп сыҡты ла шайтандың мөгөҙөн һындыра бәрҙе лә ҡуйҙы. Мөгөҙ эсенән күктәге йондоҙҙар, «Астрономия» китабындағы һүрәттәге кеүек Ҡояш тирәләй планеталар ағып килеп сыҡты, улар артынса кешеләр сыға башланы… Нәфисә уларҙы күрә, тик кешеләр ағымын туҡтата алмай, улар сығалар ҙа сығалар. Туҡтағыҙ, тип ҡарай, кешеләр туҡтамай. Тертләп ҡысҡырып уянып китте.

* * *

Алтынсы дәресте уҡытып торғанда мәктәп тәҙрәһенән Рәсүлдең урманға юлланғанын күреп ҡалды. Дөрөҫ һиҙенгән, Ҡарлытүбәгә табан атлауы.

Эшенә барышлай Рәсүл бер нисә тапҡыр юлына ҡаршы сығып ҡараны. Күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарай ҙа, «һеү-һеү» килеп ҡатын янынан йәнәш атларға тотона. Шулай инде, алманың бер тәмен белгән ҡорт талымһыҙланмай ҙа, оялмай ҙа эскә үтә бирә, үтә бирә. Туҡтатырмын тимә. Тик Нәфисә бик ҡаты әйтте, хатта «балам»дан һалдырҙы:

—Былай йәмһеҙ ҡыланып күңелебеҙҙәге байрамды боҙма, Рәсүл балам. Кәрәк булһаң, үҙем табырмын,—тигәс тынысланды. Башҡа күренмәне. Әле тәҙрә аша шул «баланы» күргәс, ҡатында яңынан ут ҡабынды.

Тиҙ генә ҡайтып кейемен алыштырҙы ла, көҙгө урманда йөрөп киләм әле, тип үҙенә һылтау тапҡан булып, егет киткән яҡҡа ыңғайланы. «Бәлки, бәшмәк тә булыр»— килештереп бәләкәй кәрзин дә эләктерҙе. Һиҙенеүе дөрөҫ булған, телһеҙ улар ҡауышҡан битләүҙә уйға сумып ултыра ине. Нәфисәне күреп ҡалғас, ул юғалып ҡалды.

Шулай ҙа, егетлеген күрһәткеһе килдеме, пинжәген сисеп, ергә йәйҙе: «Ултыр әйҙә». Ҡатын аңланы, аяҡтарын яҙып ултырҙы. Рәсүл тубыҡланып торҙо ла, уның алдына башын эйҙе. Ҡатындың аяғына башын һалып, күҙҙәренә ҡараны. Ҡараштар осрашты. Егеттең ике күҙенән дә эре йәш бөртөктәре ағып төштө. Нимәлер бышылданы ла шикелле. Шунан артына йығылып китте лә, ҡулдарын өҫкә һоноп оҙаҡ күккә ҡарап ятты. Күҙҙәрен һөртмәне, сикәһенән аҡты ла аҡты йәше. Тәңрегә рәхмәте булдымы, яҡты донъяға бушҡа тыумауы, шундай ләззәттәре өсөн күккә табыныуы, әллә был көндәрҙә ерҙә түгел, күктә йөҙөүен аңғартыуы инеме, устарын күк йөҙөндә оҙаҡ тотҡандан һуң ғына, битен ҡапланы. Ирендәре генә ҡыймылданы. Шунан рәхәтләнеп көлөп, ҡатынға ҡараны. Тороп өҫтөн ҡаҡты ла, ҡатынға ҡулын һуҙҙы. Нәфисә торғас, пинжәген алып иңенә һалды һәм тауҙан төшөп китте. Бер аҙ барғас, эйелеп ниҙер өҙҙө. Яңынан килде. Аҡ төрткөлө ҡыҙыл бәшмәк ине ҡулында. Халыҡ телендә әйткәнсә, ағыулы мухамыр ине ул. Шуны ҡатындың кәрзиненә һалды ла, ауылға табан ыңғайланы. Бәшмәк ятҡан кәрзинде Нәфисә бар көсөнә ырғытып ебәрҙе. Егеттең ни әйтергә теләгәнен аңламаны ул. Тик шуны белде, башҡаса уға өмөтләнмәһә лә була, башҡаса ул уның юлына сыҡмаясаҡ. Тик... яңылышты ҡатын. Күңел кәрзинендә тамыр йәйгән ағыулы бәшмәк тағы ла ҡалҡып сығасағын белмәй ине әле.

* * *

Рәсүл башҡа күренмәне, ә ер туңғас, октябрь аҙаҡтарында, ҡышларға әсәһе янына ҡайтып китте.

Унан алда ғына Нәфисә көткән байрам килде. Теге айҙа күреме килмәгәс, түштәре ҡатып һыҙлай башлағас та был донъяға гүзәл зат булып яратылған әҙәм аңлата алмаҫлыҡ илаһилыҡҡа төрөндө. Был яңылығына күҙ тейеүҙән һағайҙы, хатта үҙенә лә шым ғына өндәште, эсен тотҡолап ҡарарға ҡурҡты. Ике айҙан ҡоҫа, тик торғандан үҙәге көйә башлағас, тамам ышанды—Ул ауырлы, ул Әсәй буласаҡ! Был хаҡта бер кемгә лә, хатта Иҙрискә лә белдермәне. Йырылған ауыҙын йыйып ала алмаған кешегә оҡшаһа ла, киреһенсә, артыҡ уйсанға әйләнде, иренең шаярыуҙарына яҙа-йоҙа ғына яуап бирҙе.

Ноябрь байрамында яңғыҙы район үҙәгенә сығып китте. Иренә лә өндәшеп торманы. Килеп төшкәс тә, туп-тура универмагка юлланды. Балалар бүлегенә инеп, кейемдәр ҡарап кинәнде. Ҡыҙым булһа, ҡыҙыл күлдәк, улым булһа, зәңгәр салбар алырмын, тип йылмайҙы. Уйынсыҡтар ҡарап йөрөй торғас, үҙенең дә «бәү-бәү» итеп ҡурсаҡтар, «выж-выж», «тыр-тыр» итеп машина-тракторҙар менән уйнағыһы килеп китте. Ысынлап, ны-ыҡ-ны-ыҡ уйнағыһы килде. Бала саҡтағы кеүек онотолоп, бирелеп. Хатта бер бәләкәйерәк еңел машинаны алырға ла уйлағайны. Тик ҡыҙ тыуһа, үпкәләп ҡуйыр, һин быны малай теләп алғанһың, мине көтмәгәнһең, тип әйтер кеүек ине. Сығыр саҡта ике яғына шаҡмаҡтар төшөрөлгән ҙур булмаған туп һатып алды.

Өйөнә ҡайтып ингәс тә, донъяһын онотоп телевизорҙа хоккей ҡарап ултырған Иҙрис яғына «тот» тип тупты тәгәрләтеп ебәрҙе. Ире һиҫкәнеп китте лә тупты тотоп алды.

—Оһо, ҡыш еткәс футбол уйнайбыҙмы?

—Йомро-йомро йомғағымды күрмәнеңме, ағаҡай,—Нәфисә сисенеп тә тормайынса иркәләнеп иренең муйынына килеп аҫылынды. Тағы ла баяғы һамағын ҡабатланы.— Йомро-йомро йомғағымды күрмәнеңме, ағаҡай?

—Күрҙем, күрҙем, һылыуҡай. Тауҙар-диңгеҙҙәр аша байлыҡ эҙләп китте ул,—ҡатынын биленән күтәреп әйләндереп алды.

—Ул байлыҡ тигәнең, бәпес булыр, ағаҡай.

—Бәпе-ес?—Иҙрис ҡапыл туҡтаны.

—Эйе, эҙләгән байлығын тапты ул, ағаҡай.—Ҡатын сабыйҙарса иренә ҡараны.

Иҙрис тағы аҡайҙы, тағы һораны.

—Бә-әпес?! Ысынлапмы, Нәфисә, беҙҙең буламы?—Иҙрис хәләлен күтәреп алды.—Ур-ра! Бәпес, бәпес…—ток һуҡҡан һымаҡ ҡапыл туҡтаны ла Нәфисәне төшөрҙө һәм әкрен генә диванға барып ултырҙы.—Ә кемдән?

Иренең ҡарашын күреп, Нәфисәнең шашыуы артты ғына:

—Кемдән булһын, һинән, һантый! Атай кеше һин дә һуң!—тип пальтоһын сисеп иҙәнгә ырғытты ла ирен барып ҡосаҡланы. Иркәләнеп тубығына башын һалды.—Тик һинән генә табасаҡмын, тип әйттем бит, әйттем.

—Ысынды һөйләйһеңме ул?

—Әлбиттә. Мин һине Йософ пәйғәмбәр итеп күрҙем дә теләгемә ирештем.

—Әкиәт һөйләмә әле. Хәҙер күрһәтәм мин һиңә Йософто,—ир ҡатынын ҡосаҡлап үбергә тотондо.

Ир, үҙе әйтеүенсә, «ошо халәтенә» риза булдымы, ҡатындың эсе ҙурая, сабый ҡыбырҙай башлағас та, кемдән, тип һорашманы. Тик бер тапҡыр ғына һорау бирҙе ул ҡатынына.

Һигеҙенсе мартҡа күңелле әҙерләнделәр. Буйына ныҡ ҡына сыҡҡан ҡатынын ире артыҡ ауыр эшләтмәҫкә тырышһа ла, Нәфисә дәртләнеп табын әҙерләне. Килеүселәр ҙә, ҡотлаусылар ҙа булды. Дуҫтар-белештәр уларҙың ғаиләһендәге изге яңылыҡҡа үҙҙәре кеүек шат ине. Шулай ҙа, ниңә шулай оҙаҡҡа һуҙҙығыҙ, йәш саҡта, көслө саҡта уйламанығыҙ, тигәнерәк һорауҙар йыш ҡабатланды. Урынлашҡансы, нығынғансы ваҡыт үткән дә киткән, тигән булып шаярҙы Заһитовтар. Ҡунаҡтар таралышҡас, Иҙрис одеалға төрөлгән ҙур дүрткел төйөнсөк алып инде.

—Бына, ҡәҙерлем, һиңә байрам бүләге эшләнем. Асмай тор. Алдан уҡ шуны үтенәм. Һиңә бер һорау бирәм. Асыҡ ҡына, аңлатып ҡына яуап бир, йәме тәүҙә.

—Ҡурҡытма әле, Иҙрис. Эсендә бомба түгелдер бит.

—Бер генә һорау. Башҡаса теңкәңә теймәм.

—Һора һуң улайһа.

—Бер генә һорау. Киләсәктә хоҡуҡ даулап, был бәхетебеҙҙе урларға килеүселәр булмаҫмы?

—Яҙмышыбыҙға беҙ үҙебеҙ хужа.

—Нимә тураһында, дөрөҫөрәге, кем тураһында һүҙ барғанын аңлайһыңдыр.

—Аңлайым. Буласаҡ атай хаҡында. Яуап бер. Әгәр беҙ хужа икән, беҙҙең бәхеткә бер кем дә дәғүә итә алмай.

Иҙрис тубыҡланды ла дүрткел бүләкте һуҙҙы:

—Аңланым. Беҙ хужа. Мин хужа! Күҙеңде йом, асам бүләкте.

Уны диванға ҡуйғас, ир одеал төйөнсөгөн сисә алмай бер булды. Сискәс, бисәһенә:—Күҙеңде ас, һөйөклөм,—тине. Нәфисә күҙен асты ла, быуындары йомшап, ауа башланы, ире уны саҡ тотоп ҡалды.

—Рәхмәт, ҡәҙерлем, мең рәхмәт,—тип шыбырҙаны йөҙө ағарған ҡатын.

Диванда үҙ сәғәтен көтөп, һыуыҡтан йылыға инеп ут яҡтыһында ҡояш кеүек ялтыраған Иҙристең үҙ ҡулы менән эшләгән бишеге балҡый ине. Быны Нәфисә иренең баланы ҡабул итеүе тип тә, уның гонаһлы аҙымына һуңлап булһа ла фатиха биреүе тип аңланы.

* * *

Апрель аҙаҡтарында Заһитовтарҙың улдары тыуҙы. Еңел тапты йәш, көслө ҡатын. Бәпес менән бергә өйгә ҡот-һөйөнөс ҡайтты. Иҙрис ҡатынын, улын  барып алды, ҡайтҡансы бәпесте ҡулынан төшөрмәне. Үҙен ысын атай итеп хис итте, улай ғына түгел, быға ул тулыһынса ышана ла ине, шикелле. Шулай булмай, бисәһе тураһында, исмаһам, берәй һүҙ булыр ине лә. Бәлки, уларға ысынлап та Йософ пәйғәмбәрҙең рухы ла ярҙам иткәндер. Кем белә. Мөхәббәт аямаҫлыҡ сирҙәрҙе төҙәтә, һулыған сәскәләрҙе терелтә, ябай ҡамсыларҙан ут сығара ала лаһа. Юҡ, бисәһе уға хыянат итмәгән, уның теләге лә, минең ниәтем дә йыһан бейеклегенә күтәрелеп тәңреләрҙән фатиха алышыуға өлгәшкәндер ҙә, ошо сабый, минең улым тыуғандыр. Иҙрис бисәһенә лә, улына ла, бар донъяға ла яңынан ғашиҡ ине...

Еңеү байрамынан һуң сәсеүгә төшөргә йыйыналар ине. Эңерҙә, ергә яҙғы һиллек ятҡанда, тәҙрә шаҡынылар. Ул мәлдә Иҙрис тояғы ҡаҡшай биргән ултырғысты нығытмаҡсы ине. Хужаның: «Үтегеҙ, кем унда?» тигән шатлыҡлы тауышына яуап биреүсе булманы, тағы тәҙрә сирттеләр. «Кем шаяра?» тигән хәүефлерәк һорауға ла яуап ишетелмәне. Нәфисә лә һағайҙы. Ҡоро ергә баҫҡас та, күңеленә шом оялай башлағайны шул. Киткән затлы ҡоштар кире ҡайта ҡалһа...

Ҡулындағы сүкешен ултырғысҡа ҡуйҙы ла, Иҙрис тышҡа сыҡты. Унда ҡолға кеүек оҙон йәшерәк егет тора ине. Таныманы. Таныны ла…

—Кем һин?—тине.

Уныһы телһеҙ булып сыҡты, һөйләшә алмауын ҡул бармаҡтары ярҙамында аңлатты, ауыҙын йырҙы.

—Нимә кәрәк?—был сәйер кеше яңылыш килеп ингәндер тип ҡорораҡ өндәште ир. Саҡырылмаған ҡунаҡ башын ғына һелкте лә тәҙрә аша өйгә ҡараны, шунан түбәгә эленгән бишеккә төртөп күрһәтте. Салбар кеҫәһенән шылтырауыҡ уйынсыҡ килтереп сығарҙы ла Иҙрискә һуҙҙы.

—Нимә, бәпес күрергә килдеңме ни? Әле иртәрәк, ҡырҡ көнө тулмаған әле,—тине хужа, бер ни аңламай. Дөрөҫөрәге, аңларға теләмәй. Был яҡтарҙа бәпес күрергә килеү, ауылдағы һәр кеше тиерлек яңы тыуған ил, ауыл гражданинын ҡотлау йолаһы бар икәнен белә ул. Күрше-тирәләге оло әбейҙәр генә күреп, килендең хәлен белеп, ҡорот, май, бал, бәпәй ҡоймағы, бәпес бәлеше индереп сыҡтылар ҙа инде. Сабыйҙың оло йыһанда тауыш биреүенә ҡырҡ көн тулғас, башҡалар ҙа киләсәк. Был ғәриптең белмәйсә иртәрәк килеүелер, тип аңланы. Дөрөҫөрәге, шулай аңларға теләне. Шулай ҙа бүләген алды. Тәҙрәнән күҙен алмаған ғәрипте, һуңғараҡ килерһең, йәме, тип этеп тигәндәй сығарып ебәрҙе Иҙрис.

—Кем ул?—тип үтә лә хәүефләнеп ҡаршы алды ҡатыны.

—Ниндәйҙер телһеҙ ғәрип бәпес күрергә килгән, бына уйынсыҡ ҡалдырып китте,—тип ғәмһеҙ генә һүҙ әйтте лә Иҙрис, шылтырауыҡты кейем элгестәре башына ырғытты. Яңынан үҙ эшенә тотондо. Тотондо ла, сүкеш тотҡан ҡулының ҡалтыраныуын тойҙо. Тулҡынланыуын йәшерепме:

—Ултырғыстар ҡаҡшаны, йә нығытырға, йә ырғытырға кәрәк,—тигән булды.

Йоҡо алманы ҡатынды. Үәт, гонаһ шомлоғо, пәйғәмбәр тигәне бер иблис булып сыҡты лаһа. Нисек тә бынан ҡотолорға кәрәк. Иҙрискә аңлатырғамы быны, юҡмы? Их, алданыраҡ әйтмәне. Белһә, унан да, баланан да мәңгегә төңөләсәк бит. Нишләргә?

 

Дауамы киләһе һанда.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap