Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
04.04.2017
ҺӨЙҘӨРГӘН ДӘ, КӨЙҘӨРГӘН ДӘ ТӘҮГЕ МӨХӘББӘТ
Untitled document

Беҙҙең поезд бер станцияла туҡтаны. Вагон тәҙрәһенән ҡарап ултырам.

—Кәрзинде өҫтәлгә ҡуйһам нисек булыр?—тигәнгә әйләнеп ҡараһам, гөлләмә тулы кәрзин тотҡан бер ир миңә өндәшә икән.

—Әйҙә, улайһа.

Кәрзиндәге рауза сәскәләре күҙҙең яуын ала.

—Ҡустым, сәскә һатаһыңмы әллә?—тип һораным.

—Юҡ, үҙем әле генә һатып алдым.

Асыҡ йөҙлө, алсаҡ кеше ине юлдашым. Ул да мин йәшәгән нефтселәр ҡалаһына ҡайтып бара икән.

—Был тиклем сәскәне ҡайҙа алып бараһығыҙ?

—Ҡатыныма бүләк—45 рауза гөлө тыуған көнөнә.

—Бәхетле ҡатын. Нисә йыл бергә йәшәйһегеҙ?

—Өс ай торабыҙ, ә уны белгәнемә—26 йыл.

Оҙон юлға сыҡһа, кеше ниңәлер осраҡлы ғына тап булған юлдашына бер кемгә лә әйтмәгән ҡайғыһын да, шатлығын да һөйләп ташлай ҡайһы саҡта. Шулай итеп Фәрит исемле был ир асылып китеп, үҙенең тормошон бәйән итте.

—Мин үҙем ауыл малайы.  Нефтсе булырға хыялландым. Ҡалаға килеп нефтселәр әҙерләүсе техникумға уҡырға индем,—тип һөйләй башланы юлдашым. —Көҙгө бысраҡ юл. Бер соҡорҙо аша сығам тигәндә, тайып ҡоланым, кепкам осоп китте. Янымда ғына көлгән тауыш:

—Бир ҡулыңды, егет,—ти. Нескә генә билле ҡыҙыҡай мине тартып торғоҙҙо, кепкамды ла алып бирҙе. Шулай таныштыҡ Фаягөл менән. Ул да ауылдан килеп, Яһалма күн фабрикаһына өйрәнсек булып урынлашҡан икән. Бер күреүҙән оҡшаттым мин уны. Биленә төшөп торған толомдары, шаян ҡара күҙҙәре мине әсир итте. Осраша башланыҡ. Уҡыуҙы тамамлауға мине әрмегә алдылар. Хаттар яҙышып торҙоҡ. Ҡайтып, нефть быраулаусылар бригадаһына эшкә урынлаштым, ятаҡта йәшәйем. Бер аҙ эшләп аяҡҡа    баҫҡас, өйләнергә иҫәп, ныҡ яратам Фаягөлөмдө. Бригадир ағай ял көнө баҡсаһында ярҙамлашырға саҡырҙы. Ҙур өй, ихата иркен, артта йылға буйында баҡса.

—Фәрит, һин яҡшы егет, тырышһың, миңә бик оҡшайһың. Бер бөртөк кенә ҡыҙым бар, һине кейәү итергә ине,—ти миңә бригадир. Ҡыҙы Лилиә зәңгәр күҙле, бөҙрә сәсле матур ғына. Ул дарыуханала эшләй, үҙе айырым бер бүлмәле фатирҙа йәшәй икән. Эш бөткәс, уны оҙатып ҡуйҙым.

Бер көн вахтанан ҡайтып килгәндә автобустан төшһәм, Фаягөлдө күреп ҡалдым. Ул бер егет менән ҡулға-ҡул тотоношоп һөйләшеп тора ине. Аҙаҡ уны сикәһенән үбеп хушлашты, егет автобусҡа ултырып китте. Фаягөл минең яҡынлашып килгәнде күреп, ҡаушап ҡалғандай булды.

—Кем ул?

—Бер таныш егет, электән беләм,—ти. Күңелдә шик тыуҙы. Тимәк, Фаягөл миңә тоғро түгел...

Туҡта, былай булғас тинем дә Лилиә менән осраша башланым. Шулай ике ҡыҙ араһында йөрөйөм. Фаягөл ниҙер аңлатырға тырыша, мин аҡланыуҙарын ҡабул итмәйем.

Бригадир мине йыш ҡына үҙҙәренә саҡыра башланы, мунса инәбеҙ. Бер көн Лилиә янында ҡунып ҡалдым...

Гөрләтеп туй үткәрҙек. Оҙаҡламай  мастер булып киттем. Тормош етеш ине. Ҡатыным бик ипле, тәрбиәле булды, 2 бала үҫтерҙек. Тик йәшләй ауырып донъя ҡуйҙы. Балалар ҙурайғайны инде. Туғандар, дуҫтар яңы ҡатын димләй башланы. Бер саҡ телефондан таныш тауыш миңә өндәшә:

—Сәләм! Хәлдәрең нисек? Был Фаягөл,—ти.—Әйҙә осрашайыҡ,—тип тә өҫтәне.

Бер кафела күрештек. Ул элеккесә һылыу, бер ҙә үҙгәрмәгән, буй-һыны зифа. Ире автопаркта эшләй, ике ҡыҙҙары бар икән.

—Теге юлы автобус туҡталышында һин күргән йәш кеше минең иптәш ҡыҙымдың егете ине. Улар өйләнеште,—ти Фаягөл.—Фәрит, мин һине онота алманым бит, беренсе мөхәббәтем һин. Ирем барыһын да белә, гел генә берәй нәмә булһа «Ана, һинең Фәритең» ти башлай, ул-был һүҙҙәре менән мине рәнйетә...

Ҡатындың күҙҙәренән йәштәр тәгәрәне.

—Беҙ һинең менән ниндәй бәхетле булыр инек,—тип өҫтәне.

—Һинең ирең, балаларың бар, һуң инде ул турала һөйләшеү,—тинем мин хушлашҡанда.

—Кемгә өйләндегеҙ?—тип һораным.

—Фаягөлгә.

—Ире менән асыҡтан-асыҡ һөйләштем. Беренсе мөхәббәт, бер-беребеҙҙе яратабыҙ тинем. Аңланы шикелле, беҙҙең теләккә ҡаршы килмәне.

—Ә балалар?

—Уның бер ҡыҙы кейәүҙә, икенсеһе институтта уҡый. Әсәләрен йәлләгәндәрҙер, тормошо шәптән булмаған бит. Минең балалар риза, өйлән тинеләр. ЗАГС-ҡа торҙоҡ, ресторанда туй үткәрҙек. Мин ниндәй бәхетле, апай! Беренсе мөхәббәтемде ҡайтара алдым. Тиҙҙән мин уны Мысырға алып китәм,—тип дәртләнде ир кеше.

«Ваҡытында береңде берең аңлай алмай, юҡҡа ғына үпкәләүҙән күпме яратышҡан йәш йөрәктең юлдары айырыла. Мәңге бергә була алмай аңҡы-тиңке булып аҙашып йөрөйҙәр»,—тип уйланым.

Бер нисә йыл үтеп китте.Ҡала паркынан китеп барам.

—Апай, һаумыһығыҙ!—тигән тауышҡа туҡтаным. Ҡараһам, Фәрит йылмайып тора. Янында 4 йәштәр тирәһендәге малай бар. Бына ейәнемде паркка алып килдем,— ти.

—Әйҙә ултырып торайыҡ,—тинем мин.—Фаягөл ни хәлдә?

—Һөйгәнең менән бергә булыуҙан да ҙурыраҡ бәхет юҡ икән. Мысырға, Төркиәгә, Кавказға сәйәхәт ҡылдыҡ. Ике бүлмәле фатир һатып алып, уның исеменә яҙҙырҙым. Машина алып бирҙем, уны йөрөтөүгә танытмаға уҡып алды.

—Афарин, былай булғас,—тим.

—Әммә бәхетебеҙ оҙаҡҡа барманы шул, апай. Бер көн командировканан ҡайтһам, өй буш. Ҡатын әйберҙәрен, яңы йыһаздарҙы алып күсеп киткән. Аптыраным был хәлгә. Шылтыратһам, телефонын алмай. Бер аҙна ваҡыт үткәс, ишеттем: кире элекке иренә ҡайтҡан икән. Аҙаҡ фатирҙы яңынан минең исемгә күсерҙе. Биш йыл тигәндә юлдарыбыҙ йәнә айырылды.

—Ниңә киткән?

—Ни эшләптер минең балаларымды баштан уҡ үҙһенмәне. Элекке ҡатыныңдың фотоларын юҡ ит, балаларың йыш килмәһен, тип юҡ-бар сәбәптәр тапты. Ҡыҙҙарын яҡынлатманы, гел үҙе генә барып йөрөнө уларға. Ире һаман яңғыҙы булған, икенсегә өйләнмәгән.

—Хәҙер ни эшләйһең инде?

—Ҡатын-ҡыҙға ышаныс бөттө, яңғыҙ торам. Әле кисә генә ул телефоныма: «Миңә ҡыйын, мин бәхетһеҙ...»,— тигән смс-хәбәр ебәргән.

Ә мин уға: «Үҙең һайлаған яҙмыш»,—тип яҙҙым. Телефондың номерын да алыштырҙым.

Ейәнен етәкләгән Фәрит аллея буйлап китте. Мин оҙаҡ уйланып ултырҙым. Бына яҙмыш, ҡатын-ҡыҙҙы аңла инде.

Ә ҡолаҡта йыр ишетелгәндәй: «Мөхәббәтем, тәүге мөхәббәтем... Һин ҡайҙарҙа ҡалдың аҙашып».

* * *

Мин эшләп йөрөгән ҡала мәктәбенә йәш кенә математика уҡытыусыһы килде. Минең етәкләгән 7-се класҡа ла уны тәғәйенләнеләр. Әлбиттә, йәш кешегә еңел түгел ине, һәр саҡ ярҙам итергә тырыштым, дәрестәренә лә инеп ултыра торғайным.

Нурзилә Дәүләт ҡыҙы бик аҡыллы, тотанаҡлы ине, балалар йәш уҡытыусыға тиҙ өйрәнеп китте. Уның исемен ҡыҫҡартып Зилә тип йөрөттөләр. Уҡытыусының кейәүҙә булыуын, өс йәшлек балаһы бар икәнен белдек.

—Үҙегеҙ йәш кенә булһағыҙ ҙа ғаиләгеҙ бар икән?—тип һораным бер көн.

—Мин институтта уҡығанда уҡ кейәүгә сыҡтым. Рәмил матур, ҡыйыу, күп ҡыҙҙарға оҡшай ине. Волейбол секцияһына йөрөгәндә таныштыҡ. Матур ғына йөрөп алып киттек. Үҙҙәренә лә алып ҡайтты. Ата-әсәһе ауылда абруй ҡаҙанған күренекле кешеләр, бик мул, бай йәшәйҙәр. Егет үҙе лә минең өсөн үлеп тора. Ата-әсәһе мине күргәс тә, улдарына өйләнәһең тигән талап ҡуйҙы. Уҡыу йылын тамамлағас, туй үткәрҙек. Ситтән тороп уҡырға күстек тә, уларҙың ауылы мәктәбенә эшкә урынлаштыҡ.

Тышҡы ялтырауыҡ алдаҡсы  икәнен аңламаған бер ҡатлы ҡыҙ булғанмын. Был ғаиләлә байрам итергә яраталар. Сәбәптәре табылып тора: тыуған көн, билдәле дата, берәүҙең балаһы тыуған, туй һәм башҡалар. Ирем дә эсә башланы. Эсһә, холҡо юҡ, йоҡламай, төнө буйы болара, ҡул күтәрергә лә оялмай. Ҡайнымды ғына тыңлай. Балабыҙ тыуһа тынысланыр тиһәм, юҡ, киреһенсә эсеүҙәре, һуғышыуҙары йышайҙы ғына. Балаға 1 йәш тулғайны эшкә сыҡтым. Мәктәптә оялам, Рәмил дә уҡыта бит, беҙҙең хәлде белеп торалар кеүек. Бер саҡ баламды төрөп алдым да үткән автобусҡа ултырып ҡайтып киттем. Fаиләлә кинйәкәй алтынсы бала инем. Мине иркәләтеп кенә үҫтерҙеләр, үҙ һүҙле, еңмеш булдым. Әсәйемдәр бындай хәл килеп сыҡҡанға аптыраны. Артымдан ҡайным, ирем килеп алып ҡайтып киттеләр. Рәмил ғәфү үтенә, башҡаса эсмәҫкә һүҙ бирә. Ләкин тағы шул хәл ҡабатлана. Балама 3 йәш тигәндә бөтөнләй ҡайтып киттем. Әле әсәйем улымды ҡарай, үҙем көн дә автобус менән эшкә килеп-ҡайтып йөрөйөм,—тине йәш ҡатын.

—Әле ирегеҙ ни эшләй?

—Ҡайным үлгәс, бөтөнләй бәйһеҙләнде, әсәһен тыңламай, мәктәптән эштән китте. Малайым янына килеп йөрөй. Әсәйем: «Кейәүҙең төҫ-башы бар. Төҫө  барҙан төңөлмә, тиҙәр бит, айырылышырға ашыҡма, улыңдың атаһы, килешегеҙ, ярашығыҙ»,— ти.

—Эсеүен ҡуйһа ярар ҙа ул...—тип уфтанды әңгәмәсем.

...Беҙҙең класс мәктәп буйынса дежур ине. Мәктәпкә ингән ерҙә торһам, бер егет килеп инде лә минән Зилә Дәүләт ҡыҙын һораны. Оҙон буйлы, ҡаҡса кәүҙәле, ипле генә һөйләшә.

—Ул дәрестә әле. Кем булаһығыҙ?—тим.

—Класташы, мәктәптә бергә уҡыныҡ,—тине лә сығып китте.

Аҙаҡ Зилә миңә һөйләне:

—Шамил эҙләп килгән, ауылға ла барған. Интернатта бергә уҡыныҡ. 6-сы кластан дуҫлашып йөрөй башланыҡ. Ул рәсем төшөрә, ә мин стена гәзитебеҙҙең редакторы. Ҙур класҡа еткәс, иптәш ҡыҙым янына Шамилдың ауылына барып ҡайттым. Бик оҡшағайны. Аттестат алғас, мин институтҡа, ә ул техникумға уҡырға индек. Ваҡыты еткәс, уны армияға саҡырҙылар, миңә хаттар яҙа ине. Институтҡа һалдат кейемендә яныма килеп йөрөнө. Ояла торғайным иптәштәрҙән. Минең тирәлә егеттәр күп урала, ә Шамил ныҡ көнләшә ине. «Ниңә был егеткә йылмайып ҡараның, ниңә анау һиңә йылмайып ҡарай, нишләп уның менән һаулыҡ һорашаһың»,— тип үткән бер егеттән ҡыҙғана. Шуғамылыр инде, ҡапыл икенсе егетте һайланым да ҡуйҙым. Тормоштоң ошолай боролош алыуына үҙем генә ғәйепле.

—Шамил өйләнгәнме?

—Эйе. Ауылдарына йәш уҡытыусы ҡыҙ килгән дә, шуны алған. Ҡыҙҙары тыуғас, ҡайныһы ҡаланан фатир алып биргән. Ҡатыны һүҙ сыҡҡан һайын, торлаҡ уныҡы булыуын, уның атаһы алып биреүен әйтә икән. Ҡайныһы ла: «Бешмәгән ирһең, ялҡауһың, ғаиләңде аҫрай алмайһың»,—тип ҡыҙын ҡыҙғана икән. Шамил ситкә китеп эшкә төшкән. Ә ҡатыны уның янына күсмәй, баланы әсәһе ҡарай. Ул әле: «Һине онота алмайым. Яратам үҙеңде. Нисек тә бергә булайыҡ»,—ти. Үҙем дә бик үкенәм Шамилды рәнйеткәнемә,—тине ул, күҙ йәштәрен һөртөп.

Мин уны йыуатырға тырыштым:

—Һеҙ әле йәш, барыһы ла алда, тик уйлап эш итергә кәрәк, йөрәгеңде тыңла,—тинем.

Бер аҡыл эйәһенең әйткәне хәтергә килде. «Кеше донъяға килгәндә, уға тәғәйен яртыһы ла тыуа. Шул ике ярты йән бер-береһен эҙләй икән. Әгәр ҙә тап килеп ҡауышһалар, бәхетле пар булып ғүмер итәләр. Ә күпме йән үҙенең яртыһын таба алмай аҙашып йөрөй, интегеп йәшәй. Йөҙ кешенең егермеһе генә үҙ бәхетен таба икән»,—тип яҙған әүлиә.

Шундай рус әйтеме лә бар: «Жили счастливо, душа в душу».

... Күп йылдар үтеп китте. Көтмәгәндә Өфөлә Зиләне осраттым. Тулы кәүҙәле, матур ҡатын сәләм биргәс, танымай торҙом.

—Колледжда уҡытам, өйгә ҡайтып барам, әйҙәгеҙ беҙгә барып ял итеп алығыҙ,—тип ҡыҫтай башланы. Таксиға сығам тигәс, еңел машинала автовокзалға алып барҙы. Байтаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ.

—Шамил менән өйләнештек. Ул эшсән, уңған ир булып сыҡты. Ҡаланан алыҫ түгел ер алып, атай-әсәйҙәр, туғандар ярҙамы менән өй күтәрҙек, донъябыҙ бөтөн. Ирем механик, заводта эшләй. Уртаҡ ике балабыҙ бар. Минең улымды ла үҙенекеләй күреп үҫтерҙе. Әле ул хәрби училищела уҡый. Рәмилдән ярҙам алырға рөхсәт итмәне, үҙенең ҡыҙына ай һайын аҡса ебәреп, һәр яҡлап ярҙам итеп тора. «Йәш ғүмерҙең күпме матур мәлдәрен заяға үткәрҙек. Бында икебеҙ ҙә ғәйепле»,—ти. Һине аңлаған, яратҡан кешең менән ғүмер итеүе оло бәхет икән,—ти Нурзилә Дәүләт ҡыҙы. Уның тормошона мин ҡыуандым. Яҙмыштың ҡоло түгел,  ә хужаһы булырға кәрәк. Fүмер ике килмәй.

Рәсимә Айсыуаҡова.

 

Сибай ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap