Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
04.04.2017
ӘСӘЙЕМ ҠЫҘЫҠТАРЫ
Untitled document

Баймаҡ районының Моҡас ауылында йәшәгән ҡәҙерле әсәйем Fилминиса Дәминдәр ҡыҙы Иҙрисоваға мартта 80 йәш тулды. Ул тәбиғәте менән йор һүҙле, шаян, телгә оҫта. Таҡмаҡ ҡоя башлаһа, туҡтай алмай. Һигеҙенсе тиҫтәһен тултырһа ла, ауылда яңғыҙы йәшәй, кәртә тултырып мал көтә, ҡош-ҡорт аҫрай. Оло йәштәге әсәйемдең ҡыҙыҡтарын гәзит уҡыусыларға тәҡдим итмәксемен.

Улай-былай ғына кеше түгелмен!

Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында әсәйемдең ике балаһы (беҙ бөтәбеҙ етәү) йәшәй—мин һәм Әҡсән ағайым. Бер көн ағайым миңә шылтыратты ла: «Беҙҙә сумочкаң ятып ҡалған»,—тине.

—Ә нишләп минеке тип уйлаһың?—тием, һуңғы арала уларға барғанымды хәтер-ләмәгәнгә.

—Бер остоҡай ғына кешенең сумочкаһы инде. Эсендә косметичкаһы бар. Көҙгө, кершәне, хушбуйы бар, помада ята. Тырнаҡ таҙалағысы, ҡаш йолҡҡосо ла күренә,—ти.

Сумочкамда үҙемдә, етмәһә, ысынлап та,  ағайҙарыма ингәнем дә юҡ. Ошо арала кемдәр килгәнен һорашһам, ағайым: «Әсәйҙе ҡалала алып йөрөгәйнем»,—тине.

Ә-һә, тинем дә әсәйемә шылтырата башланым.

—Әсәй, сумочкаң өйҙәме, ҡара әле,—тием.

—Шуны һиңә әйтергә тора инем, үткәндә ағайыңдың машинаһында әйберҙәрем тороп ҡалған, килһәгеҙ уларға барып алырға онотма әле,—ти уным.

Мин көлә башланым. Нимә шарҡылдайһың, ҡыҙыҡ нәмә һөйләмәнем дә инде тип әсәйем аптырай.

—Сумочкаңда нимәләрең бар ине?—Ҡатын-ҡыҙға кәрәкле бөтә нәмәм дә бар минең. Мин һиңә улай-былай ғына кешеме?!—тимәһенме. Остоҡайҙың сумкаһын ала барғанда ағайым менән рәхәтләнеп көлдөк.

«Прдам мох»

Эшһеҙ ултырырға яратмаған әсәйем малдары ҡырға сығып киттеме—кәсепселек итергә тотона. Ҡала яҡын булғас, төҙөлөш менән булышыусылар йыш ҡына мүк һорап килә. Тырма менән мүк сығара ла тоҡтарға тултырып һата. Хатта ул ҡапҡаһына аҡбур менән :«Прдам мох»,—тип яҙып ҡуйған. Әй, көләбеҙ ошо яҙыуҙан. Бер көн: «Һеҙҙең ауылда кем мүк һата?»—тип йырсы Альберт Салауатов шылтырата.       «Туп-тура әсәйемә бар»,—тинем. Оҙаҡ та үтмәне ул: «Әсәйең шул тиклем сос, һә тигәнсе тоҡтарымды тултырып бирҙе»,—ти. Был хәл онотола төштө. Өфөләге Миңһылыу апайым: «Әсәйгә барғанығыҙ бармы? Төшөмдә күреп бөттөм»,—ти. Нимә тип күрҙең тиһәм: «Әсәйҙең өйө ҙур, ете балаһына ете бүлмә бар икән. Залда ҡунаҡ бара, йырсы Альберт Салауатов әй йырлай имеш»,—тип һөйләй. Мин пырх итеп ҡалдым. Альберт бит әсәйемдән мүк алып ҡыуанып ҡайтып киткәйне. Был хаҡта апайым бер нәмә белмәй ине. Ә төшөнә шул хәл ап-асыҡ булып күренгән.

Мин түгелме икән?

Азат ағайым автотранспорт йәмғиәтендә эшләй. Күсей маршруты автобусын йөрөткәндә Моҡас аша үтеп барғанда зыяратта кемделер ерләүҙәрен күргән дә әсәйемә шылтыратып:

—Әсәй, кемде ерләйҙәр ул?—тип һораған.

—Күптән килеп хәлде лә белгәнегеҙ юҡ. Һәйбәтләп ҡара әле, мине ерләмәйҙәр микән?—тип ағайымды ҡурҡытҡан. Уныһы: «Кит, әсәй, юҡты һөйләмә!»—тигән ҡото осоп. Әсәйҙәрҙең ваҡытында хәлен белеп торорға кәрәк шул. Оло кеше бала менән бер. Әйткән ваҡытынан саҡ ҡына һуңлап барһаң да, үсегеп арты менән тора, йәки һеҙҙе көттөм-көттөм дә килмәгәс, самауырҙы ҡаҡтым, ти ҙә ҡуя.

 

Гөлдәр Ҡадаева.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap