Сибайҙа һауа торошо:
0, -2 ° C 3 - 5 м\с ЮЗ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
04.04.2017
СӘХНӘГӘ ҒАШИҠТАР
Untitled document

Театр сәхнәһендәге тормош беҙҙе уйландыра ла, илһамландыра ла, моңландыра ла, моңһоуландыра ла. Артистарҙың бар күңелен биреп образды һынландырыуҙарына һоҡланмау мөмкин түгел! Әгәр ролде башҡарыусы профессиональ булмай, ябай һөнәр эйәһе икән—был инде икеләтә ғәжәпләндерә.

Йылайыр районының Матрай ауылында эшләп килгән «Илһам» халыҡ театры даны тирә-яҡҡа таралған. Уның етәксеһе, режиссеры Мәүлиҙә Хәлиулла ҡыҙы Заманова был өлкәлә 1990 йылдан алып эшләй. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт ағартыу училищеһының театр бүлеген тамамлап килгән ҡыҙ хеҙмәт юлын Матрай мәҙәниәт йортонда башлай. Ике йыл эшләгәндән һуң, беренсе спектаклен сәхнәләштереп ҡарарға йөрьәт итә. Оло тәүәккәллек менән Туфан Миңнуллиндың «Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр»  исемле ауыр әҫәренә тотона. Оҙаҡ ҡына әҙерләнгәндән һуң, был спектаклде тамашасы хөкөмөнә сығара. Премьера шәп үтә. Уны күрше ауылдар халҡы яратып ҡарай. Шул мәлдән алып Мәүлиҙә Хәлиулла ҡыҙы режиссерлыҡ эшенә ылығып китә. Йылдан-йыл төрлө пьесаларҙы сәхнәгә сығарып тора.

—2007 йылда Матрай ауылы мәҙәниәт йорто директоры булып эшләгән Фатима Хәйбулла ҡыҙы Ишмырҙина беҙгә үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнамай, ситкә лә сығып ҡарарға тәҡдим итте. Шул уҡ йылда «Алтын тирмә» төбәк-ара милли театрҙар фестивалендә ҡатнаштыҡ. Теүәл ике йылдан халыҡ театры тигән исемгә лайыҡ булдыҡ. Шул саҡ мәҙәниәт бүлегенән режиссерға уҡырға тәҡдим иттеләр. Был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырманым, Өфө сәнғәт академияһының театр факультетының режиссура бүлегендә белемемде камиллаштырҙым,—тине Мәүлиҙә   Хәлиулла ҡыҙы.

Йыл һайын төрлө пьесалар менән ауылдаштарын ҡыуандыра халыҡ театры. Репертуарҙары бай, жанрҙары ла төрлө. Бөгөнгө көнгә тап килгән, проблемаһы актуаль булғандарын һайларға тырышалар. Улар араһында Ф.Бүләковтың «Таштуғай», Т.Миңнуллиндың «Ай булмаһа йондоҙ бар», А.Чеховтың һигеҙ хикәйәһе берләшмәһе һәм башҡалар.

—Беҙҙең халыҡ театрында сәнғәткә, сәхнәгә ғашиҡ төрлө һөнәр эйәләре тупланған. Төп төркөмөбөҙ бар, шулай уҡ йылдан-йыл яңы актерҙар менән тулыланып торабыҙ. Иң әүҙемдәре—Нурия һәм Басир Мәҡсүтовтар, Руслан Йәрмөхәмәтов, Радик Баязитов, Илшат Халиҡов, Гүзәлиә Шәкирова, Fәлим Монасипов. Улар барлыҡ спектаклдә ҡатнашырға ынтылып тора. Һәр береһенә үҙ геройҙарын табырға тырышам. Ролдәрҙе дөрөҫ бүлеү—ул спектаклдең ярты уңышы. Ҡайһы бер персонаждарға актер табыуы ҡыйын, ундай ваҡытта был ролде ауылдаштарҙың кемеһе килештерер ине икән тип уйлана башлайым, ошо образды һәр береһенә «кейҙереп» ҡарайым. Аллаға шөкөр, кемгә мөрәжәғәт итһәм дә, кире ҡаҡмайҙар, шуға барыһына ла рәхмәтлемен,—ти Мәүлиҙә Хәлиулла ҡыҙы.

Әле лә Матрай ауылының «Илһам» халыҡ театры үҙ тамашасыһына бүләккә яңы спектакль әҙерләй. Быйыл улар комедия менән һөйөндөрмәкселәр. Дәртле артистарға, ныҡышмал режиссерҙарына уңыштар теләп ҡалабыҙ.

 

Һүрәттә: А.П.Чеховтың «Хөкөм» спектакленән күренеш.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap