Сибайҙа һауа торошо:
0, -2 ° C 3 - 5 м\с ЮЗ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
04.04.2017
КҮМӘКЛӘШЕП—ЯРЫШҠА!
Untitled document

Үткән аҙнала Йылайыр районының Юлдыбай ауылында тәүге тапҡыр үҙенсәлекле «Ҡышҡы ауыл уйындары» үтте. Был ярыш «Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» маҡсатлы федераль программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарылды. Уның төп инициаторы булып урындағы үҙидаралыҡ һәм депутаттар сығыш яһаны.

Был ярыш депутаттар һәм халыҡтың бәйләнешен, уларҙың эшмәкәрлеген күрһәтеү өсөн дә йүнәлтелде. Юлдыбай ауылы һигеҙ депутат округына бүленгән. Һәр депутат һигеҙ кешенән торған команда тупланы.

Ауыл биләмәһе башлығы Юлай Fәйнетдин улы Иҫәкәев ҡатнашыусыларҙың барыһына ла күңелле ял, күтәренке кәйеф, был ярыштың киңерәк ҡолас йәйеп, матур традицияға әйләнеүен теләп, үҙенсәлекле тантананы асып ебәрҙе. Уйын шарттары менән төп судья Венер Ҡоҙашев таныштырҙы.

Өс төрлө йүнәлештә барған ярышта һәр кем үҙ оҫталығын күрһәтә алды. Барыһы ла яратып ҡараған биатлон ярышына оҡшаған полиатлон эстафетаһы халыҡ күңеленә хуш килде. Ярышыусылар ҙа, тамашасылар ҙа ҡәнәғәт ҡалды. Бында ике ҡатын-ҡыҙҙан һәм ике ир-егеттән торған командалар саңғы уҙышында һәм мәргәнлектә үҙҙәренең сослоғон күрһәтте. Был төрҙә 6-сы округ командаһына етеүселәр булманы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренселекте Рәзилә Fәлиәкбәрова яулаһа, ир-егеттәрҙән Илнур Ҡорбанғәлиев сыҡты.

Шулай уҡ был көндө сараға ғаиләләре менән килеүселәр ҙә булды. Улар өсөн «Атай, әсәй, мин—спортсы ғаилә» үткәрелде. Бында балалар ҙа, ата-әсәйҙәр ҙә үҙ көсөн һынап ҡараны. Улар өсөн ябай спорт ярыштары түгел, ә үҙенсәлекле конкурстар әҙерләнгән ине. Балалар сәкән һуғып ҡараһалар, әсәйҙәр көйәнтә менән һыу ташыны, ә атайҙар утын ярыу оҫталығын күрһәтте. Был уйындар ғаиләләрҙең берҙәм, бөтөн эште лә бергәләшеп йырып сыға алыуын күрһәтте. Беренселекте Моталлаповтар яулаһа, икенсе урынға—Ҡолһариндар, ә өсөнсөгә Ишбирҙиндар сыҡты.

«Ҡышҡы ауыл ярышы»ның иң ҡыҙыҡлы, үҙенсәлеке төрө—тракторҙы фигуралы йөрөтөү булды. Бында механизаторҙар һөнәри оҫталыҡтарын күрһәтте. Билдәле трассаны ваҡытҡа үтеү, зигзаг буйлап барыу, артҡа сигеп, тракторҙы гаражға индереү һәм йөктө урынынан күсереп ултыртыу кеүек йөкләмәләрҙе үтәргә кәрәк ине. Ҡатнашыусылар бар тырышлыҡтарын һалып тотондолар был эшкә. Уйын ҡыҙыу һәм көсөргәнешле барҙы. Еңел булмаған был этапта беренселекте Fәҙел Fәлиәкбәров яуланы.

Ярыш булғас, еңеүсеһе лә була. Шулай итеп, был көндө беренсе урынға—6-сы округ (депутат Ҡорбанғәлиев И.И.), икенсегә—5-се округ (депутат Байназаров Р.Б.), өсөнсөгә 2-се округ (депутат Юлдашев Ю.З.) командалары сыҡты.

«Ҡышҡы ауыл уйындары» сараһының аҙағында еңеүселәргә һәм призерҙарға дипломдар, миҙалдар, кубоктар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Ойоштороусылар бағыусы, район депутаты Морат Fәлимйән улы Иҫәндәүләтовҡа, мәктәп директоры Илфат Сәмиғулла улы Алғошаевҡа, Ял һәм мәҙәниәт үҙәге хеҙмәткәрҙәренә рәхмәттәрен еткерҙе.

Ярыш үткәрелгән көн матур, ҡояшлы булды. Ағинәйҙәр ҡоро тарафынан әҙерләнгән эҫе сәй һәм тәмле ҡоймаҡтар уны тағы ла йәмләп, күңелдәрҙе нурландырып ебәрҙе.

 

Арсен Юнысов.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap