Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
04.04.2017
«ЗАМАН» МАГАЗИНЫН БЕЛМӘГӘНДӘР ҺИРӘКТЕР
Untitled document

Альбина ҠОҘАШЕВА

Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе эшҡыуар Таштимер Хабрахман улы Фәхрисламов бынан 15 йыл элек һатыу эшенә тотонған. Тәүҙә урамда, баҙарҙа көнкүреш тауарҙары менән сауҙа итеүсе ир-егет оҙаҡламай ҡаланың ҡап уртаһында киоск аса. Эше уңышлы ғына барғас, магазин төҙөргә ҡарар итә. Был сауҙа нөктәһенә бик яңғырауыҡлы «Заман» тигән исем бирә. Тырыш эшҡыуар Баймаҡ районының Йомаш ауылында ла «Заман» тигән магазин асып, ауыл халҡын һәм эргә-тирәлә йәшәүселәрҙе ҡыуандырған. Күптән түгел Баймаҡ ҡалаһының Тыныслыҡ урамында (ял баҙары эргәһендә)  асылған «Замана» магазины ла һатып алыусыларҙың һөйөүен яулап алды.

Йорт һәм көнкүреш өсөн бик тә кәрәкле тауарҙар тәҡдим итеүсе «Заман» һәм «Замана» магазиндары Урал аръяғы халҡына  яҡшы таныштыр, моғайын. Әгәр ҙә уны белмәгәндәр булһа, ашығығыҙ. Был сауҙа нөктәләрендә нимә генә юҡ! Төҙөлөш материалдары, баҡса өсөн кәрәк-яраҡтар, төрлө үлсәмдәге теплицалар, пластик һәм быяла һауыт-һабаларҙы арзан хаҡҡа һатып алырға була. Гардин-кәрниздәр, буяуҙар, сөйҙәр, өҫтәл ябыуҙары, обойҙар, фотообойҙар, йыуыныу бүлмәһе өсөн кәштәләр—һәммәһе лә бар бында. Хаҡтары ла тешләшмәй.

Эшҡыуар, халыҡтың ихтыяжын тойоп эш итә белә. Шуға ла уның магазиндары көнкүреш тауарҙарына бай. Бында кәрәкле һәр нәмәне табырға була. Төрлө ҙурлыҡтағы һәм төҫтәге поликорбанат халыҡта ҙур һорау менән ҡулланыла. Йәшелсә, сәскә үҫентеләре өсөн һауыт, тупраҡ һәм ашламалар ҙа һатыла. Хайуандар һәм тауыҡтар өсөн аҡбур ҙа бар. Улар мәктәпкә лә ярап ҡала. Шуға төбәктән аҡбур эҙләп нәҡ уларға киләләр.

Аяҡ-кейемдәре арзанлығы менән айырылып тора. Резина итектәр, галоштарҙың бөтә размерҙары ла бар.

Иң осһоҙ түшәк кәрәк-яраҡтарҙы ла «Заман» һәм «Замана» магазиндарында осратырға була.

Газ, ут һәм һыу үткәреү ҡорамалдарының төрлөһө бар. Эш инструменттары һәм ҡоралдарының төрлөлөгөнә хайран ҡалырлыҡ. Ҡыҫҡаһы, «Заман» һәм «Замана» көн-күреш тауарҙары магазиндарына килгән берәү ҙә бынан буш  ҡул менән сыҡмаясаҡ. Сөнки был сауҙа нөктәләрендә һәр ваҡыт сифатлы һәм арзан тауар һатыла.

 

Тәжрибәле эшҡыуар, «Заман» көнкүреш тауарҙары магазиндар селтәре директоры Таштимер Фәхрисламов ғаиләһенән дә уңған. Ҡатыны Фәнүзә Әмир ҡыҙы—маҡтаулы уҡытыусы, ул ҡаланың 1-се мәктәбендә эшләй. Фәхрисламовтар береһенән-береһе һылыу өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Сибай институтының иҡтисад бүлеген тамамлаған өлкән ҡыҙҙары Алина—атаһының иң беренсе ярҙамсыһы. Уртансылары Розалия Юғары иҡтисад мәктәбендә уҡып, аспирантураны тамамлаған. Кесе ҡыҙҙары Әлфинә 7-се класта белем ала. Таштимер Хабрахман улы әйтеүенсә, улар балаларын рухлы, кешелекле һәм ярҙамсыл итеп тәрбиәләгән. Шуға ла Фәхрисламовтарҙың ғаилә бизнесы үҫә, «Заман» һәм «Замана» көнкүреш тауарҙары магазиндарының даны артҡандан-арта бара.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap