Сибайҙа һауа торошо:
0, -2 ° C 3 - 5 м\с ЮЗ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
04.04.2017
УЙЛАМАЙ БАҪҠАН—ҠАЙҒЫҒА БАТҠАН
Untitled document

Миллионлаған кешеләрҙең өмөттәрен селпәрәмә килтергән, төпһөҙ финанс көрсөгөнә терәгән «МММ», «Древпром»дың эре күләмле мутлыҡтары әле лә халыҡ хәтерендә. Финанс пирамидаларын ойоштороусылар язаға тарттырылды тарттырылыуын. Әммә дейеү башын сабып ташлап торған һайын, урынына яңыһы үҫеп торған шикелле тиҙ байығыуҙы маҡсат итеп ҡуйыусылар яңы проекттар уйлап табып тора.

Интернет селтәрендә «Древпром»дың ауаздаш ойошмалары халыҡҡа бөтә төр кредиттарын ябыуға ярҙам тәҡдим итеп, телефон һандары һәм компания сайтын күрһәтеп, смс-хәбәрҙәр ебәрә башланы.

Үҙҙәрен инвестиция фонды һәм төрлө коммерция проекттары итеп танытып, мутлыҡ ҡылыусы компаниялар күбәйгәнлектән, хоҡуҡ һаҡлау органдары граждандарҙы уларҙың ауына эләгеүҙе киҫәтә һәм аҡсаны еңел генә арттырыу мөмкин түгеллеген иҫкәртә.

Афераны ҡапыл ғына асыҡлау еңелдән түгел. Финанс пирамидаларының беренсе мөһим билдәһе—устав капиталының булмауы. Бөтә диведенттар яңы аҡса һалыусыларҙы йәлеп итеү иҫәбенән түләнә.

Мутлашыусыларҙың тоҙағына башлыса «аҡса еткерә алмаусылар» эләгә. Улар хатта үҙ «инвестицияларын»ан тиҙ генә ҙур процент алыу өсөн аҡсаны бурысҡа ла ала.

Интернет селтәре киң таралған заманда пирамида схемалары онлайн-зонаға күсә бара. Уларҙың үҙенсәлеге шунда: бындай проекттарҙы ойоштороусылар традицион акциялар йәки тауар урынына ҙур табыш килтерерлек виртуаль мөмкинлек тәҡдим итә. Ҡағиҙә булараҡ, аҡса һалыусы инеү иғәнәһен түләргә, шунан һуң унда яңы ағзалар йәлеп итергә тейеш. Һәр индерелгән иғәнә өҫтә торған инвесторҙарҙың килемен арттыра.

Намыҫлы инвестицион компания баланстарын, финанс отчетын үҙ эсенә алған тулы эшмәкәрлектәре хаҡында отчет бирергә бурыслы. Әгәр бындай мәғлүмәт йәшерелә икән, компанияның рәсмилеге тураһында уйланырға урын бар.

Күп осраҡта мутлыҡ ҡылыусылар схеманы ойоштороусыларҙың шәхси мәғлүмәттәрен йәшерә, даими эшләгән офистар асмай, дәүләт теркәүе үтмәй һәм ойошмаларының уставы булмай. Уларҙың PR-кампаниялары презентациялар уҙғара,    листовкалар тарата, почта аша һәм электрон хаттар ебәрә. Башлыса алтын тауҙар вәғәҙә иткән мәғлүмәт ойошманың финанс хәле тураһындағы белешмәләр менән нығытылмай, ҙур килем алыуҙың юлдары күрһәтелмәй.

Шулай итеп, финанс пирамидаһының төп билдәләре: ярайһы ғына күләмдә аҡса һалыу зарур; ҙур проценттар вәғәҙә итеү һәм һалған аҡсаны тиҙ ҡайтарыу; түләүҙәрҙе алыу өсөн таныштарҙы йәлеп итеү, уларҙың да һеҙҙең кеүек аҡсаһын күбәйтеүгә һалыуы мотлаҡ; проект «ноу-хау» булараҡ тәҡдим ителә.

 

Әгәр ҙә финанс пирамидаһы селтәренә эләгеп, үҙ аҡсағыҙҙы ҡайтарғығыҙ килһә, быны еңел генә эшләү мөмкин түгеллегенә әҙер булығыҙ. Аҡсағыҙҙы ҡайтарыуҙан баш тарталар икән, хоҡуҡ органдарына мөрәжәғәт итегеҙ.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap