Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
ИҠТИСАДИ ҮҪЕШ БАР
Untitled document

Сибай ҡала хакимиәтендә уҙған кәңәшмәлә 2016 йылда ҡаланың иҡтисади үҫешенең ҡайһы бер мәсьәләләре һәм үҫеш перспективалары ҡаралды. Башлыҡтың иҡтисад буйынса урынбаҫары Н.F.Хәлиуллин иҡтисад блогының уҙған йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны.

Рәсәй Федерацияһы Президентының Федераль Йыйылышҡа, Башҡортостан Республикаһы башлығының Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәләрендә иҡтисадты күтәреүгә, яңы эш урындары булдырыуға, инвестициялар йәлеп итеүгә айырым иғтибар бирелә. Наил Fилмихан улы үҙенең сығышында 2016 йылда ҡала предприятиелары һәм ойошмалары тотороҡло, килемле эшләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Сибайҙарҙың хатта республика күрһәткестәренән яҡшыраҡ һөҙөмтәләре бар. Сәнәғәт производствоһы индексы һуңғы биш йылда тотороҡло юғары планкала тороуын дауам итә. Төбәктә 11 производство майҙансығына инвестициялар йәлеп ителгән.

Н.F.Хәлиуллин инвестиция проекттарына айырым туҡталды. Ҡалала ОСП-плитәләр етештереү заводы төҙөлөшөнөң проект документацияһы әҙер. Цемент заводына килгәндә, проект алды әҙерлеге бара. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары билдәләүенсә, был предприятие иң заманса һәм юғары технологиялы прозводство буласаҡ. Уны әле эшләп торған заводтар менән сағыштырып булмай. Шуға күрә ҡалалаштарға хәүефләнергә урын юҡ: тирә-яҡ мөхитте һаҡлау талаптары законға ярашлы атҡарыла.

Ҡалала шулай уҡ генерация объекттарын төҙөү күҙаллана.

Ҡала хакимиәтенең сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ буйынса бүлек начальнигы О.Л.Мостовая Сибайҙа эшҡыуарлыҡ үҫеше тураһында һөйләне. Иҡтисад бүлеге хеҙмәткәрҙәре Г.В.Рузанова, Т.К.Филиппова ҡала биләмәһендә тормошҡа ашырылған программаларға туҡталды, муниципаль программаларға мониторинг үткәрҙе.

Дәүләт статистикаһының Сибай ҡалаһындағы бүлеге начальнигы З.Р.Сәйетгәрәев статистик мәғлүмәттәрҙе формалаштырыу буйынса предприятиелар менән эшләүҙең айырым аспекттарын һанап үтте. Зиннур Рәхимйән улы сығышында быйылдан бөтә статистик отчеттар тик электрон вариантта ҡабул ителеүгә айырым баҫым яһаны.

Й.Р.Хәбирова хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереү, легаль булмаған мәшғүллекте бөтөрөү, ҡала биләмәһендә иғәнәләр йыйыуҙы әүҙемләштереү, террорҙан һаҡланыу кеүек мөһим мәсьәләләргә туҡталды.

Күп тармаҡлы үҙәк директоры Р.Б.Исҡаҡов ҙур һорау менән ҡулланылған хеҙмәттәрҙе барланы, дәүләт хеҙмәттәре порталы менән файҙаланырға  саҡырҙы.

«Урал аръяғының эшлекле донъяһы» бизнес үҙәге директоры А.F.Ишмөхәмәтов уҙған йылғы эшмәкәрлектәренә ҡыҫҡаса йомғаҡ яһаны.

 

Һәр доклад слайдтар менән тулыландырылғанлыҡтан, ҡаланың үҫеше һандарҙа һәм факттарҙа күҙ алдына баҫты.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap