Сибайҙа һауа торошо:
0, -2 ° C 3 - 5 м\с ЮЗ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
04.04.2017
КИТАП УҠЫ, ДУҪҠАЙЫМ!
Untitled document

Линара ҠЫРЫМҒУЖИНА

1967 йылдан алып апрель айы башында балалар китабы көнө билдәләнә. Бынан теүәл 50 йыл элек Халыҡ-ара балалар китабы советы бөйөк әкиәтсе Ганс  Христиан Андерсендың тыуған көнөндә ошондай бәләкәй генә байрам үткәрергә ҡарар итә. Бәләкәстәргә кескәй саҡтарынан китапҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙе төп маҡсат итеп ҡуя улар.

Балалар китабы көнө айҡанлы Баймаҡ районының Билал ауылы китапханаһында «Китапханаға кил, дуҫтарыңды ла саҡыр!» исемле акция башланды. Уның шарттары буйынса мәктәп уҡыусылары класс етәксеһе менән бергә китапханаға килә. Бында улар өсөн махсус дәрес-осрашыу, «түңәрәк өҫтәл» артында һөйләшеү үткәрелә. Артабан балалар дуҫтарын, башҡа класс уҡыусыларын саҡырырға тейеш.

Акцияны 3-сө класс уҡыусылары (етәкселәре Илүзә Әфләтүнова) башлап ебәрҙе. Балалар яңы китаптар күргәҙмәһен байҡап сыҡҡандан һуң, Гөлнур Яҡупованың «Тылсымлы ҡәләм» китабындағы әкиәттәр менән танышты, тәбиғәткә ҡарата булған һөйөү, һаҡсыл ҡараш тураһында фекер алышты. Уҡыусылар 2017 йыл—Экология һәм айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы уңайынан ятлаған шиғырҙарын да һөйләп ишеттерҙе. Эстафетаны улар 2-се класс уҡыусыларына (етәкселәре—Эльмира Fәбдрәшитова) тапшырҙы. Бәләкәстәр китапхана эше менән танышҡандан һуң, Зөһрә Фәйзуллинаның «Үҫеп етәрбеҙ әле» китабын ҡулына алды. Төрлө йылдарҙа яҙылған шиғыр, пьеса, хикәйәләрҙе туплаған йыйынтыҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Дәрес ваҡытында «Fилмияза» хикәйәһен уҡырға теләк белдерҙеләр. Тыуған илгә, йортҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләгән әҫәр һәр береһенең күңеленә хуш   килде. Бәләкәстәр эстафетаны олораҡ ағай-апайҙарына тапшырҙы. Сираттағы дәрескә килгән 8-селәргә (етәкселәре—Альбина Әминева) «Рәсәй менән Ҡырым мәңге бергә» темаһына әңгәмә тәҡдим ителде. Осрашыуға тарих менән ҡыҙыҡһыныусы ауылдаштары Носрат Айытбаев һәм Ҡырым татарҙары менән ҡоҙалашыусы Мәҙинә Fайсина саҡырылды. Әңгәмә бик йәнле барҙы. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды, яңы мәғлүмәт туплап, эстафетаны кескәй дуҫтары 4-селәргә (етәкселәре—Раушания Күсәрбаева) бирҙе. Кескәйҙәр өсөн «Бөтә белем китапта» исемле «түңәрәк өҫтәл» үткәрелде. Бында уҡыусылар «Башҡорт халыҡ ижады» китаптар серияһы менән танышты. Унда ингән йомаҡ, мәҡәл, әкиәттәр тураһында белешмә алды. Сараға махсус саҡырылған мәғариф ветарын, хажиә Гөлдәр Әлибаева балаларға хәҙистәр, мөнәжәттәр тураһында һөйләне. Бер нисәүһен көйләп тә ишеттерҙе. Артабан китапхана дәресе 1-се класс уҡыусылары (етәкселәре—Флүрә Яруллина) өсөн үткәрелде. Улар китапхананың эше, китаптарҙың төрлөлөгө менән танышты, белем донъяһының киң, мауыҡтырғыс булыуын аңланы. Киләсәктә бында йышыраҡ килергә теләк белдерҙеләр.

Бына ошондай күңелле саралар менән үрелеп бара Халыҡ-ара балалар китабы көнө айҡанлы иғлан ителгән айлыҡ. Был акцияның инициаторы ауыл китапханаһы китапханасыһы Райхана Эдуард ҡыҙы Булатова.

—Хәҙерге юғары технологиялар, компьютер, интернет заманында балалар китап уҡымай тигән фекер йөрөй. Бының менән ниндәйҙер кимәлдә  ризалашмайым. Беҙҙең китапхана көн һайын эшләп тора. Олоһо ла, кесеһе лә килеп китаптар ала, уҡый. Беҙ үткәргән сараларҙа әүҙем ҡатнашалар. Балалар китабы көнө уңайынан үткәргән акция ла уҡыусыларыбыҙ күңеленә хуш килде. Уҡыйым тигән кешегә китаптар, гәзит-журналдар китапханаларҙа күп, йәнең теләгәнен табырға була. Ә балалар китабы тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Сағыу биҙәлеше менән улар үҙҙәренә тартып тора. Шуға ла балалар ҡыҙыҡһынып уҡый. «Китапханаға кил, дуҫтарыңды ла саҡыр!» акцияһы дауам итә. Уҡыусыларыбыҙҙы көтөп ҡалабыҙ,—ти Райхана Эдуард ҡыҙы.

Ысынлап та, китап—кешелектең хәтере, уның тарихын туплаусы. Ул кәрәк саҡта юлдаш та   булған, кәңәшсе лә. Шуның өсөн дә уға һөйөү бала саҡтан тәрбиәләнергә тейеш. Ошондай матур акция ойоштороп ебәреүсе билалдарға уңыштар теләйбеҙ.

 

Һүрәттә: ауыл китапханасыһы Р.Э.Булатова 1-се класс уҡыусылары менән.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap