Сибайҙа һауа торошо:
0, -2 ° C 3 - 5 м\с ЮЗ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
КЕШЕЛЕККӘ ТОҒРОЛОҠ
Untitled document

Хикәйә

Мөнир ҠУНАФИН

Аҙағы.

Хәүеф, шом менән тағы көн үтте. Сәсеүгә төштөләр. Иҙрис хәҙер көн менән төндө ялғап баҫыуҙа буласаҡ. Һин тиҙерәк ҡайтырға тырыш, беҙ һине көтөп көтөк буласаҡбыҙ, тип оҙатып ҡалды хәләле. Ҡояш кеүек балҡыған атай кеше көлөп башын һелкеп тик торҙо.

Эңерҙә тағы тәҙрә сирттеләр. Өйҙә сабыйы менән генә ҡалған Нәфисә ныҡ    ҡурҡты, ҡулындағы сынаяғы иҙәнгә төшөп селпәрәмә килде. Ярай ҙа йоҡлаған бала уянманы. Иҙәнгә сүгәләй һалды. Тағы сирттеләр. Үрелеп ҡарағайны, «шул үҙе, шайтан балаһы»—Рәсүлде таныны ҡатын. Нишләргә? Башҡаса килмәҫлек ни уйлап табырға? Кешесә һөйләшеп ҡарарғамы?

Ҡатын эстән бикле солан ишеге янына килде лә, кем унда, тип һораны. Телһеҙ шәп-шәп атлап ишек алдындағы күтәрмәгә менде. «Һеү-һеү» килеп, Рәсүл икәнен белдерҙе. Ҡатын, бар батырлығын йыйып, ишекте асты. Йылмайып торған Рәсүлде күреп, тайшанып ҡуйҙы. Мәғәнәһеҙ, буш ҡарашын тойҙо ла, уға ерәнгес булып китте.

—Мин һиңә нимә тинем, шаҡшы,—тип аҡырҙы ҡатын.—Килеп йөрөмә тинем түгелме. Әйттемме?!—уны этеп ебәрҙе. Телһеҙ күтәрмәнән йығылып килеп төштө. Ҡалҡҡас, һалҡын ҡараш менән бисәгә ҡараны ла, буш ҡосағында бала бәүелткән хәрәкәттәр яһаны. Әсә түҙмәне, йүгереп өйгә инде лә, яңы ҡайнаған сәйнүген тотоп килеп сыҡты.

—Нимә тинем мин һиңә, тағы бында бәпес күрәм тип килһәң, ошо эҫе һыу менән ғәүрәт ереңде бөтөнләй яндырам,—ҡатын ныҡ ҡыҙғайны. Булған бәхетенә ҡунған ҡортто ул иҙеп кенә түгел, тыны менән яндырып үлтерергә әҙер ине. Телһеҙ ҡурҡты, тиҙ үк сығып китеү яғын ҡараны. Ҡапҡаны ябыр саҡта ҡасандыр фәрештәгә тиң булған, бөгөн килеп аяуһыҙ дейеүгә оҡшаған ҡатынға әшәке итеп ҡараны. Йөҙө уның ҡот осҡос ҡараңғы һәм ҡурҡыныс ине.

* * *

«Туҡ-туҡ» килгән тауышҡа Нәфисә йүгереп килеп сыҡты. Телһеҙ алмағастың төбөнән үк балта менән саба ине. Һуҡҡан һайын ағас ҡалтырана, ап-аҡ сәскәләр ергә ҡойола. Тирә-яҡ ап-аҡ төҫкә батҡан ине. Мәңге алма булмаҫ сәскәләр балта һелтәнгән елгә лә осорға әҙер ине. Аҡҡа, сәскәгә мансылған берәү балта һелтәй: иҫ киткес күркәм дә, мәғәнәһеҙ ҙә күренеш ине был. Нәфисә йүгереп барып һелтәнгән балтаны тотто. Рәсүлдең ҡарашы менән осрашты. Гөрҫ итеп ауып барған алмағас баҡсаның кәртәһенә барып һөйәлде лә, бер аҙ торғас, серек бағана төбөнән һынып, бергә ауып китте. Рәсүл балтаһын бушатты, ҡорал Нәфисәнең ҡулына төштө. Мөлдөрәп ҡарап, ҡатындың тубығын барып ҡосаҡланы. Һыҡтап-һыҡтап иларға тотондо, ерҙе услап биттәрен ыуҙы. Танау тишектәренә аҡ сәскә тулды. Буш ҡосағында бала бәүелткән хәрәкәттәр яһаны. Үҙе ҡарашын йәш әсәнең күҙҙәренән алманы. Нәфисә, балта тотоп торған әсә, алмағастың ғүмерен өҙгән ҡоралды өҫкә күтәреп ҡатып ҡалды. Ҡулындағы балтаны эштән ҡайтҡан Иҙрис килеп тотҡас ҡына, иҫенә килде, бармаҡтарын бушатты. Рәсүл һикереп торҙо ла Иҙристе этәп ебәрҙе. Ир йығылманы, балтаны ситкә быраҡтырҙы ла йән көсөнә йоҙроҡлап йәш ирҙең битенә тондорҙо. Тегеһе осоп барып төштө лә башын ҡаплап ятты. Иҙрис уның өҫтөнә һикерҙе.

—Был минең улым, был минең улым, бел шуны,—тип телһеҙҙең башын төйҙө.

Нәфисә ултыра төштө: «Иҙрис бит барыһын да белеп йөрөгән, түҙгән, бахырым минең. Мөхәббәтебеҙ хаҡына…» Ҡатын ирҙәр яғына ҡараманы ла, айырманы ла, дүрт аяҡлап тигәндәй күтәрмәгә барҙы ла ғәмһеҙ генә өйөнә инеп китте. Унда уны сабыйы көтә, ул әсәй ҙәһә.

* * *

Иртән Иҙрис таң менән солан ишеген асып килеп сыҡҡас та, күтәрмәлә кеше һынын күреп тертләп китте. Тирә-яҡҡа таралған шыйыҡ томан араһынан тәүҙә ул өрәк кеүек күренде. Иҙристе күргәс тә, кәүҙә тороп ситкә тайшанды. Эйе, был Рәсүл ине. Ауыҙ эсенән шайыҡтар ағыҙып, таныш түгел өндәр сығарып һөйләнеүенә, өй яғына төртөп күрһәтеүенә ҡарағанда, уның һаман да бер балыҡ башы сәйнәүе аңлашыла ине. Кисә үҙенә ярайһы уҡ эләккән икән, һул яҡ күҙе тирәһе шешкән, күгелйем төҫкә ингән. Иҙрис һарай артына йөрөп килгәнсе, телһеҙ яңынан күтәрмәгә килеп ултырған да, әллә көлә, әллә илай, әллә сеңләй ине. Иҙрис уның ҡаршыһына килеп оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Шунан өйгә инде. Рәхәтләнеп йоҡлап ятҡан һөйөклөһөн арҡаһын һыйпап яҡшылап ябындырҙы. Уныһы йылмайып ҡуйҙы. Шунан сәңгелдәккә килде. Өҫтөндәге күлдәген систе лә өҫтәлгә йәйҙе. Мыш-мыш килеп йоҡлаған сабыйҙы ипләп кенә ҡулына алды һәм шул күлдәккә төрҙө. Сабыйҙы күтәреп тышҡа сыҡты. Саф һауа ҡапыл сабыйға килешеп етмәнеме, әллә йоҡлаған тәнен иҙрәттеме, ул ҡапыл ҡысҡырып илап ебәрҙе. Сабый тауышына телһеҙ ҙә тертләп китте, урынынан һикереп торҙо ла, баяғыса ситкә тайшанды.

—Сеү, сеү, аҡыллым, алтыным минең,—Иҙрис сабыйҙы бәүелтеп күкрәгенә ҡыҫты. Бала тынып ҡалды.—Кил, телһеҙ иҫәүән, ҡара, кемгә оҡшаған? Минең     малай был.

Рәсүл йәшле күҙҙәрен сабыйҙарса уйнатып тере төргәккә текәлде. Оҙаҡ ҡарап торҙо. Ҡуҙғалмайса. Бик оҙаҡ. Ҡулына алам тип тә сәбәләнмәне. Ҡарашын ала алмай тик торҙо. Оҙаҡ торҙо. Тынлыҡты боҙоп ике тапҡыр сәпәкәй итте лә, бер ни өндәшмәй ҡапҡаға табан атланы. Усын усына һуҡҡан тауышҡа сабый уянманы ла. Иҙристе ул айнытып ебәргәндәй булды. «Сәп-сәп»… ҡолаҡ төбөндә оҙаҡ яңғырап торҙо был тауыш.

* * *

 

Былай йәшәп булмаҫын аңлағайны йәш әсәй менән йәш атай... юҡ, Иҙрис, шуға бер айҙан саҡырыу буйынса икенсе районға күсеп китергә мәжбүр булды. Һикһәненсе йылдарҙа, Брежнев үлеп власҡа Горбачев килеп өлгөрмәгәйне һәм СССР тигән бөйөк илдең тарҡалыуына ла, уның артынан Көнбайыштан киләсәк «сексуальная» революцияға ла йыраҡ, «кешене клонлаштырыу», «патронат ғаилә», «суррогат әсә», «экстракорпораль аталандырыу»… кеүек төшөнсәләр бөтөнләй ят ине әле. Юғары белемле белгестәргә ҡайҙа ла ҡытлыҡ, уларҙы яңы урында ҡыуанып ҡаршы алдылар. Йәш ғаилә һөйөнөп яңы урында йәшәй башланы. Тик... ҡатындың Кешелек алдындағы тоғролоғон Хоҙай ҡабул итмәнеме, әллә хыянаттың бер ваҡытта ла кисерелмәгәнен аңлаттымы, йәш тигәндә малайҙың телһеҙ ҙә, күҙһеҙ ҙә икәне асыҡланды. Табип шундай ҡаты ҡарар сығарған көндә йыраҡтағы Аҡморонда беренсегә ауылда тәүгә ҡышларға ҡалған Рәсүлдең: «Минең улым ба-а-ар!»—тип яңынан теле асылды. Быны ишеткән Сара ҡарсыҡ, ғүмере буйы телле булыуын теләгән ейәнең яңы теле асылғанына һөйөнөр урынға: «Күк тәңреләре ишетер, сеү, телең ҡороғор»,—тип тыйҙы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap