Сибайҙа һауа торошо:
0, -2 ° C 3 - 5 м\с ЮЗ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
07.04.2017
ҺӨНӘР ҺАЙЛАУҒА ЕТДИ ҠАРАЙЫҠ
Untitled document

Эшсе һөнәрҙәренә ихтыяж артҡандан-арта. Хеҙмәт баҙарында уларға һорау ҙур. Сибай ҡалаһының Төҙөлөш һәм сервис колледжы заман талабына яуап бирерлек, йәғни эшсе һөнәрҙәр әҙерләүсе уҡыу йорттарының береһе. Уны тамамлаусыларҙың күпселеге уңышлы ғына эшкә урынлаша. Колледждың эшмәкәрлеге, бөгөнгө һулышы, киләсәккә пландары хаҡында уҡыу йортоноң директоры Fайса Әхмәҙулла улы Хәсәнов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

—Fайса Әхмәҙулла улы, бөгөн урта һөнәри белем биреү системаһы элек юғары уҡыу йорттарына ғына ҡағылған эффектлы эшмәкәрлек мониторингын, оптимизация кеүек үҙгәртеп ҡороуҙар осорон кисерә. Һеҙҙең колледжда был йәһәттән хәлдәр нисек?

—Төҙөлөш һәм сервис колледжының 60 йыллыҡ тарихы бар. Был осорҙа ул 76 һөнәр буйынса 46 мең квалификациялы эшселәр әҙерләп сығарған. Әлеге көндә беҙҙә 653 студент белем ала, уларҙың 50%-ы социаль яҡтан яҡлауға мохтаж булһа, 45%-тын аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар тәшкил итә. Студенттар Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған. Урал аръяғы райондары, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Ханты-Манси автономиялы округы, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан республикалары, Санкт-Петербург ҡалаларынан да студенттарыбыҙ бар.

Былтыр барлыҡ колледжар ҙа тәүге тапҡыр эффектлы эшмәкәрлек буйынса мониторинг үтте. Уның һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең уҡыу йорто яҡшы баһа алды. Ул белем биреүҙең эффектлы һәм юғары кимәлдә булыуын иҫбатланы. Был турала бюджет урындарының күбәйеүе, яңы йүнәлештәр асылыуы ла һөйләй. Киләһе уҡыу йылына 325 кешелек урын ҡаралған. Шулай уҡ 2017-2018 уҡыу йылында «Йәмәғәт туҡланыу технологиялары», «Кейемдәрҙе конструкторлау һәм моделен әҙерләү технологиялары», «Ҡунаҡхана сервисы», «Торлаҡ-хужалыҡ мастеры», «Электромонтажсы», «Слесарь-сантехник» квалификацияһы буйынса уҡытыуҙар алып барыласаҡ.

Әйткәндәй, «Ағас эше оҫтаһы», «Ҡунаҡхана сервисы», «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мастеры» һөнәрҙәрен республикала бер нисә уҡыу йортонда ғына үҙләштерергә була. Шуларҙың береһе—Сибай ҡалаһының Төҙөлөш һәм сервис   колледжы.

Бынан тыш, киләһе уҡыу йылында беҙҙең белем усағы хеҙмәт баҙарында талап ителгән ТОП-50 исемлегенә индерелгән ике һөнәр һәм бер специальность буйынса студенттар йыясаҡ. 2018 йылда йәнә дүрт йүнәлеш индерергә планлаштырып торабыҙ.

Республикала икенсе йыл рәттән «Ворлдскиллс» «Йәш профессионалдар» эшсе һөнәрҙәр чемпионатының төбәк этабы үткәрелә. Һеҙҙең колледж бында ниндәй һөнәрҙәр буйынса сығыш яһаны?

—Был чемпионатта беҙ ике йыл ҡатнаштыҡ. «Ворлдскиллс» эшсе һөнәрҙәренең  һәм эшсе квалификацияһының престижын күтәреү, уны популярлаштырыу, йәштәрҙе производствоға йәлеп итеү маҡсатында үткәрелә. Чемпионатта хеҙмәт баҙарында һорау менән ҡулланған 50 һөнәр буйынса ярыштар уҙғарыу ҡаралған. Быйыл беҙҙең студенттар шуның тик өсәүһе буйынса ҡатнашты һәм ике призлы урын яуланы. «Ағас эше оҫтаһы» компетенцияһында—I урын (Зәкирйән Зәкиров) һәм «Мода технологияһы» компетенцияһында III урын (Виктория Никифорова). Хәҙерге көндә Зәкирйән Мәскәү өлкәһендә һайлап алыу турында республикабыҙ исеменән сығыш яһай.

Ярышта конкуренция ҙур булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең студенттар үҙҙәренең белемен, практик эшмәкәрлеген юғары кимәлдә күрһәтә алды. Уларҙы әҙерләүсе уҡытыусылар З.К.Биктина, В.Г.Александрова, Д.Х.Рәхмәтуллина, Х.Ф.Исламғоловаларға рәхмәтемде еткерәм.

—Хәҙерге көндә республикала ғына түгел, тотош Рәсәйҙә квалификациялы эшселәрҙең етмәүе күҙәтелә. Әҙерлек кимәленән күпкә алға киткән технологиялар ҡулланылған сәнәғәт өлкәһендә был айырыуса ныҡ һиҙелә. Мәсьәләне хәл итеү йәһәтенән колледж нимә эшләй?

—Колледж заман менән бергә атларға тырыша. Уҡыу йорто кеүек кенә түгел, ә һөнәри белем биреү үҙәге булараҡ та эшмәкәрлек алып барабыҙ. Яңынан-яңы алымдар ҡулланабыҙ. Беҙҙең тренд—ул колледждың һәм сәнәғәт предприятиеларының хеҙмәттәшлеге. Был бер яҡтан студенттарҙы эш  шарттары менән яҡындан таныштырыуға булышлыҡ итһә, икенсе яҡтан кадрҙар резервын формалаштырыу өсөн дә ҙур мөмкинлек бирә. Урал аръяғы эшҡыуарҙарының уҡыу-демонстрация йәштәр үҙәге был йүнәлештәге эштәрҙең миҫалы булып тора. Киләсәктә яңы бина төҙөү күҙаллана. Уҡыу кластары, лабораториялар, демонстрация залдары булдырыласаҡ. Был үҙ сиратында кадрҙар әҙерләүҙе, практик базаны заманлаштырыуға ярҙам итәсәк. Уҡыу үҙәгендә йәштәргә проектлау, сәнәғәт дизайны, етештереү, маркетинг, һатыу, сервис һәм башҡа алымдарҙы баштан алып өйрәтәсәктәр. Ул мәктәп уҡыусыларын, студенттарҙы һәм теләге булған башҡа кешеләрҙе хеҙмәтләндерәсәк.

Колледж бөгөнгө көндә лә был үҙәктең принциптарын алға ҡуя. «Перспектива» уҡытыу үҙәге киң спекторлы белем биреү программаһы буйынса эшләй, шул иҫәптән эшҡыуарлыҡ өлкәһендә лә. Бынан тыш «Төҙөлөш» йүнәлеше буйынса Ресурс үҙәк тә булдырылған.

Үрҙә атап үткәнемсә, колледж төрлө предприятиелар менән хеҙмәттәшлек итә. Улар—«КНАУФ-ГИПС» (Пермь ҡалаһы), «ТехноНиколь-Строительные инновации» (Өфө ҡалаһы), «ВНЗМ» йәмғиәттәре, «Уралстан» (Өфө ҡалаһы), «Глобал Эдж» (Мәскәү ҡалаһы) компаниялары.

Заман талаптарына яуап биргән белем биреү технологияларын үҫтереү, Урал аръяғы райондарында белем биреү ойошмаларына методик ярҙам күрһәтеү маҡсатында «Профессионал Плюс» коммерциялы булмаған автономлы өҫтәмә белем биреү үҙәге ойошторолдо. Шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә реаль шарттарға яҡынлаштырып практика үтеү, оҫталыҡ туплау, төрлө бизнес-проекттарҙы әҙерләү маҡсатында «ПРОФФ» йәмғиәте эшләп килә.

—Һуңғы ваҡытта эшсе һөнәрҙәр буйынса әҙерлек алып барыусы төрлө ойошмалар күбәйҙе. Был шарттарҙа һеҙҙең «Перспектива» уҡытыу үҙәге нисек эшләп килә?

—Был үҙәккә—20 йыл. Йыл һайын 70 программа буйынса меңдән ашыу кеше белемен камиллаштыра. Үҙәктең төп үҙенсәлеге—матди-техник базаның ныҡлығы. Унда теоретик белем алып ҡына  ҡалмайҙар, шул уҡ ваҡытта белгәндәрен практикала ҡулланып, оҫтарып та алалар. Шунлыҡтан беҙ биргән документтар эш биреүселәрҙә юғары һорау менән ҡулланыла. Шулай уҡ төбәктәге төрлө ойошмалар менән тығыҙ бәйләнеш булдырғанбыҙ. Квалификацияны күтәреү, кадрҙарҙы яңынан уҡытыу кеүек йүнәлештә эштәр алып барыла. Белем алып йөрөүсе студенттар ҙа «Перспектива» уҡытыу үҙәгендә бер юлы ташлама менән өҫтәмә профессияны үҙләштерә ала.

—Белеүебеҙсә, мәктәп уҡыусыларына ла ошондай мөмкинлек бирелгән?

—Беҙҙең колледж беренселәрҙән булып мәктәптәр менән бәйләнеш булдырҙы, тип әйтһәм бер ҙә хата булмаҫ. Төрлө профориентацион эштәр үткәрелеп тора. Былтырҙан башлап йәш техниктар станцияһы менән берлектә мәктәп уҡыусылары өсөн түңәрәктәр ойошторҙоҡ. Әлеге мәлдә «Йәш иретеп-йәбештереүсе», «Йәш ағас эше оҫтаһы», «Йәш ашнаҡсы» тигәндәре эшләп килә. Балалар теләп йөрөй. Тәүҙә теория менән танышһалар, аҙаҡ колледж базаһында практик дәрестәр ҙә үтәләр.

—Колледжға 9-сы һәм 11-се класты тамамлаусылар уҡырға килә. Улар өсөн ниндәй шарттар булдырылған?

—Төҙөлөш һәм сервис колледжында социаль-тәрбиәүи эшмәкәрлеккә айырым иғтибар бүленә. Яңы уҡырға килгән үҫмерҙәрҙең адаптация осронда социаль-психологик ярҙам күрһәтелә. Шулай уҡ етемдәр, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм    булған, мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Әле коллежда 46 етем, 9 мөмкинлектәре сикләнгән бала белем ала. Студенттар өсөн спорт-һауыҡтырыу, мәҙәни, һөнәри, хәрби-патриотик саралар үткәрелеп тора. «Лидер» спорт клубы, «Йәш патриот» хәрби-патриотик, «Креатив» мода театры, «Арҡайым» тарихи-археологик клубы, «Мираҫ» фольклор ансамбле, «Ялҡынлы йөрәктәр» волонтерҙар клубы эшләп килә. Колледждың төп маҡсаттарының береһе һау-сәләмәт, үҙ эшенең оҫтаһы булған эшселәр әҙерләү.

Ситтән килгән студенттар өсөн ятаҡ бар. Былтыр унда яҡшы ремонт эшләнек. Ағас тәҙрәләр пластикка алыштырылды. Шулай уҡ ашхана, тренажер һәм спорт инвентарҙар менән тәьмин ителгән спорт залы, конференциялар залы бар.

Fилми тикшеренеүҙәргә лә ҙур иғтибар бүленә. Студенттар һәм уҡытыусылар төрлө конференцияларҙа ҡатнаша, йыйынтыҡтарҙа мәҡәләләре донъя күрә. Йыл һайын апрель айында мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн «Фәнгә беренсе аҙым» төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция үткәреү матур йолаға әйләнгән. Бында Сибай, Баймаҡ ҡалаларынан, Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил райондарынан ҡатнашалар.

—Колледжға ҡабул итеү кампанияһы нисек үтә?

—Буласаҡ студенттарыбыҙ менән профориентацион эште беҙ йыл әйләнәһенә алып барабыҙ. Уҡытыусылар, алдынғы студенттар райондарға, ауылдарға барып колледж менән таныштырып, аңлатыу эштәре алып бара. Киң мәғлүмәт саралары, Интернет селтәрендә лә үҙебеҙ хаҡында мәғлүмәт бирәбеҙ. Документтарҙы 1 июндән ҡабул итә башлайбыҙ.

—Fайса Әхмәҙулла улы, сығарылыш класс уҡыусылары ниндәй критерийҙарға таянып һеҙҙең колледжды һайлай?

—Колледж өс критерийға яуап бирә. Беренсеһе—һөнәри белем һәм киләсәктә эшкә урынлашыу гарантияһы. Икенсеһе—белем биреүҙә шәхси алымдар ҡулланыу. Өсөнсөһө—студенттарҙың ижади һәләттәрен асыуға булышлыҡ итеү, социаль-психологик ярҙам күрһәтеү. Студенттарға уңайлы булһын, ә ата-әсәләр борсолмаһын өсөн бар тырышлығыбыҙҙы һалабыҙ. Ошоларҙан сығып беҙҙе һайлайҙар ҙа инде.

—Колледждың педагогик составы тураһында һөйләп китегеҙ әле.

—Быйыл беҙҙең колледж Бөтә Рәсәй смотр конкурсында ҡатнашты. Уның һөҙөмтәләре буйынса беҙ аккредитация үткән йөҙ иң яҡшы профессиональ урта белем биреү ойошмалары исемлегенә индек. Был бер кешенең генә еңеүе түгел, ә коллективтың татыу, берҙәм эшләүенең һөҙөмтәһе. Белем усағына көслө уҡытыусылар һәм производствола эшләп, уның менән яҡындан таныш булған мастерҙар тупланған. Уларҙың 80%-ы юғары һәм беренсе категориялы белгестәр. Уҡытыусыларҙың һәр береһе үҙ өҫтөндә эшләй, әленән-әле белемдәрен камиллаштыра. Былтыр биш уҡытыусы Ҡаҙағстан Республикаһында стажировка үтеп ҡайтты. Ҡала, республика һәм Рәсәй кимәлендә үткәрелгән конкурс һәм ярыштарҙа ҡатнашалар.

Уҡытыусыларыбыҙ Урал аръяғы педагогик берекмәһе өсөн физик мөмкинлектәре сикләнгән һәм тәрбиәгә ауыр бирелгән балалар менән эшләү буйынса даими рәүештә практик семинарҙар ойоштора.

Колледж ҡала, төбәк һәм республика кимәлендә үткән саралар өсөн майҙансыҡ та булып тора. «Урал аръяғы» эшҡыуарлыҡ форумында, «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар конкурсында, уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә беҙҙә төрлө оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде.

Коллективҡа тырыш хеҙмәте өсөн оло рәхмәтемде белдерәм. Киләсәктә лә ошо уҡ темпта, бергә һәм татыу эшләйек. Шулай уҡ беҙҙән алда эшләгән директорҙарға һәм уҡытыусыларға ла рәхмәт һүҙҙермде еткерәм. Колледждың бөгөнгө статусы—ул йылдар буйына йыйылып килгән хеҙмәт емеше.

—Бөгөнгө һөйләшеүгә йомғаҡ яһап, гәзит уҡыусыларыбыҙға нимәләр әйтер инегеҙ?

—Төҙөлөш һәм сервис колледжының төп маҡсаты ул белемле, үҙ эшенең оҫтаһы булған эшселәрҙе әҙерләү. Бының өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Белем биреү алымдары, матди-техник база заман талаптарына яуап бирә. Партнерҙар менән хеҙмәттәшлек итеү ҙә үҙ һөҙөмтәһен бирә, беҙҙең студенттар киләсәктә эшһеҙ ҡалмаясаҡ.

 

Хөрмәтле ата-әсәләр, буласаҡ студенттар һеҙҙе колледжға уҡырға килергә саҡырабыҙ. Сибай ҡалаһының Төҙөлөш һәм сервис колледжы—ул сифатлы һөнәри белем биреү урыны. Уҡыу һәм йәшәү өсөн дә уңайлы шарттар булдырылған. Ижади һәм професиональ яҡтан үҫешеү мөмкинлектәре лә бар. Һеҙҙе үҙебеҙҙә көтөп ҡалабыҙ.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap