Сибайҙа һауа торошо:
0, -2 ° C 3 - 5 м\с ЮЗ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
07.04.2017
ҮҘЕБЕҘҘӘ УҠЫҒЫҘ
Untitled document

БДУ-ның Сибай институты—Урал аръяғындағы берҙән-бер юғары уҡыу йорто. Уның бөгөнгө эшмәкәрлеге, киләсәккә пландары хаҡында белем усағының директоры, профессор З.F.Йәрмөхәмәтов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

—Хөрмәтле Зиннур Fөбәйҙулла улы, бөгөн Рәсәй мәғариф системаһында ҙур үҙгәрештәр бара. Юғары уҡыу йорттарын берләштерәләр, терәк университеттары булдыралар, улар базаһында технопарк һәм кластерҙар асалар. Был үҙгәрештәргә Сибай институты коллективы нисек ҡарай? Ыңғай юҫыҡта үҙгәрештәр бармы?

—Сибай институты бөгөн белем биреү эшмәкәрлеген ярайһы уҡ юғары кимәлдә алып бара. Быны Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы юғары уҡыу йорттары эффектлығы буйынса йыл да уҙғарған мониторинг, Рособрнадзор үткәргән тикшереү һөҙөмтәһе иҫбатлай. Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге мәғариф һәм фән өлкәһендәге ҡаҙаныштар ҙа насар түгел. Киләсәктә белем усағы базаһында Урал аръяғы өсөн белем биреү кластерын үҫтереү күҙаллана.

Институттың матди-техник нигеҙе үҙенсәлекле, ныҡлы. Белем биреү һәм студенттарҙы социаль-көнкүреш тәьмин итеү йәһәтенән (дөйөм ятаҡ, ашхана, һаулыҡ пункты, спорт һәм һауыҡтырыу комплексы һ.б.) ҡытыршылыҡтар юҡ. Мәғариф, фән һәм мәҙәни үҙәк булараҡ эшмәкәрлек алып барырға, башҡа белем усаҡтарының (мәктәптәрҙең, урта мухсус уҡыу йорттарының) эшен координациялауға мөмкинлеге бар.

Юғарыла әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алып, федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына ярашлы, Рәсәй белем биреү академияһының Башҡортостан Фәнни үҙәге ярҙамы менән Сибай институты базаһында Урал аръяғы өсөн белем биреү кластеры булдырырға ниәтләйбеҙ. Йәғни мәктәптәр, урта махсус уҡыу йорттары, предприятие һәм ойошмалар менән берлектә эсперименталь белем биреү майҙансығы барлыҡҡа киләсәк. Был эш биреүселәрҙең талаптарын һәм теләктәрен иҫәптә тотоп, белгестәр әҙерләүгә булышлыҡ итәсәк. Айырым Һәләтле балалар үҙәге булдырыласаҡ. Уларға, үҙәкте тамамлағас, кластер программаһы сиктәрендә урта махсус йә юғары белем алыуға мөмкинлек биреләсәк.

Әле эксперименталь майҙансыҡ булдырыуға тулы әҙерлек бара. Технология факультетының ярайһы уҡ тәжрибәһе лә бар, ул башҡа 4 факультетта ла (педагогика, тәбиғи математика, иҡтисад һәм юридик) ҡулланылыр, тигән ышаныстабыҙ.

—Быйыл Рәсәйҙә Экология йылы. Был тәңгәлдә һеҙҙә кадрҙар әҙерләнәме?

—Эйе, 2011 йылдан эш алып барыла. Тәбиғи-математика факультетының бер йүнәлеше—«Биология». Был бүлектең уҡытыусылары юғары квалификациялы  белгестәр, ғилми дәрәжәгә эйә кандидаттар һәм фән докторҙары, доценттар һәм профессорҙар. Биологтар тарафынан тәҡдим ителгән фәнни йүнәлештәр Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә хуплау тапты. Уҡытыусылар һәм студенттар тәбиғи һәм техноген бысраныу шарттарында экосистеманың экологик хәле мәсьәләһен күтәрҙе, тау-байыҡтырыу сәнәғәтенең тирә-яҡ мөхиткә тәьҫирен, уны һаҡлау мәсьәләләрен өйрәнә. Студенттар кабинеттарҙа, лабораторияларҙа ғына белем алмай, тәбиғәткә сыға. Институт ғалимдары ҡурсаулыҡтар, тәбиғәт һәм милли парктар менән хеҙмәттәшлек итә. Уҡытыусылар ҙа, студенттар ҙа конкурстарҙа ҡатнашып тора, гранттар алыуға өлгәшә.

Бынан тыш, был факультетта «География», «Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу» йүнәлештәре булдырылды. Быйыл ситтән тороп уҡыу бүлегенә студенттар ҡабул ителәсәк.

—Берәүгә лә сер түгел: бөгөн кадрҙар етмәй һәм күп осраҡта белем биреү учреждениеларына талапҡа ярашлы квалификацияһы булмаған белгестәрҙе лә эшкә алалар. Сибай институты бындай осраҡта нимә тәҡдим итә ала?

—Ысынлап та, был проблема күҙәтелә. Бигерәк тә ауыл мәктәптәрендә йыш осрай. Беҙ үҙ һөнәре буйынса уҡытмаған уҡытыусыларға әлеге йүнәлештәре буйынса Педагогика факультетында курс үтергә тәҡдим итә алабыҙ. Бында «Мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем биреү», «Башланғыс белем биреү», «Психология-педагогика», «Рус теле», «Туған тел һәм әҙәбиәт», «Сит телдәр», «Физика», «Информатика», «Физик культура», «Мәғариф өлкәһендә менеджмент» һ.б юҫыҡта белемде камиллаштырырға мөмкин.

—Бөгөн күптәрҙе өҫтәмә һөнәр ҡыҙыҡһындыра...

—Сибай институтының Таусылар проспекты 10 адресы буйынса урынлашҡан Өҫтәмә бүлек үҙәге бар. Һәр кем өсөнсө ҡаттағы 315-се кабинетҡа барып белешмә ала ала. Унда әңгәмә үтергә, ғариза яҙырға, килешеү төҙөргә була. Әйткәндәй, уҡыуҙың дистацион формаһы ла бар. Интернет аша уҡытыусы менән бәйләнешкә сығырға, кәрәкле йөкләмәләрҙе, өйгә эштәрҙе алырға була. Өҫтәмә һөнәр алыу курстары 5-6 ай дауамында бара, аҙаҡ уларға диплом бирелә. Квалификация күтәреү буйынса курстар ике төрҙә бойомға ашырыла: ҡыҫҡа һәм урта ваҡытҡа иҫәпләнгәндәре бар. Тәүгеһе 3 көндән 14 көнгә тиклем барһа, икенсеһе 7-9 аҙнаға һуҙыла. Курс бөткәс, танытма тапшырыла.

—Киләсәктә ҡайҙа эшләү мәсьәләһе абитуриенттарҙы борсомай ҡалмай. Юридик факультет студенттары ҡайҙа практика үтеүҙәре лә ҡыҙыҡһындыра.

—Теоретик белемде нығытыу һәм уны төптән өйрәнеү өсөн практика мөһим. Юридик факультет студенттары, мәҫәлән, эксперт-криминалистика лабораторияһында шөғөлләнә. Унда кәрәкле бөтә нәмә лә бар: һалҡын ҡорал экспонаттары, фотолаборатория, дактилоскопия базаһы, стендтар, китаптар. Факультетта махсуслаштырылған аудитория—суд ултырыштары уҡыу залы ла булдырылған. Улар судта, прокуратурала, тәү тикшереү бүлегендә, полицияла, предприятиеларҙа юрисконсульт булып практика үтә. Күсмә практика ла ойошторҙоҡ, студенттар Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы базаһында белемен камиллаштыра. Сибай институтын тамамлаусыларҙың 3-һе ҡала һәм район суд рәйесе, 6-һы федераль судья, 8-ҙе мировой судья, 4-һе прокурор, Рәсәй тәү тикшереү комитеты идаралығы тәү тикшереүселәре, 100-ҙән ашыуы полиция,адвокат һәм әллә күпмеһе хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәре.

—Юридик факультетҡа инергә теләүселәргә ниндәй теләктәр бар?

—Әлеге көндә юристар һәм экономистар күп тип һөйләйҙәр. Юристарҙы артыҡ сығарыу мөмкин түгел. Хәҙерге заманда закон белмәйенсә бер аҙым да эшләп булмай. Ҡайҙа барһаң да, ниндәй килешеү төҙөһәң дә был йәһәттән белемле булыу кәрәк, ул бер кемгә лә ҡамасауламай.

—Мәғариф министрлығының иҡтисади йүнәлештә белгестәр әҙерләүгә бәйле сәйәсәтен беләбеҙ. Әлеге тәңгәлдә һеҙҙең позиция?

—Министрлыҡ был юҫыҡта ҡыҫҡартыу эше алып бара. Ошоға ярашлы экономистар өсөн бюджет нигеҙендә уҡыу юҡ. Әлбиттә, был сәйәсәт ниндәйҙер кимәлдә дөрөҫ, әммә төбәктәргә бүлеп ҡарау ҡамасауламаҫ ине. Мәҫәлән, юғары квалификациялы экономистар Урал аръяғында киреһенсә етмәй. Беҙ үҙ сығарылыш студенттарыбыҙҙы үҙ бизнестарын асыуға йүнәлтәбеҙ. Федераль һәм төбәк Хөкүмәте кесе эшҡыуарлыҡты хуплай, аҡса бүлә. Шуға ла мөмкинлекте файҙаланырға кәрәк. Ауырлыҡтарға ҡарамай, иҡтисад факультеты үҫешә һәм көндөҙгө бүлеккә лә, ситтән тороп уҡыу бүлегенә лә студенттар йыя.

—Сығарылыш студенттары хеҙмәт баҙарында ҙур һорау менән ҡулланылыу өсөн ниндәй талаптарға яуап бирергә тейеш?

—Бөгөн күп яҡлы, йәғни өҫтәмә һөнәргә эйә булыусыларға һорау ҙур. Мәҫәлән, педагогика факультетын тамамлаусылар уҡытыусы ғына түгел, ә тәрбиәсе, журналист, тәржемәсе, балалар ялын ойоштороусы булып эшләй ала. Улар бер йүнәлештә генә һөнәр алырға түгел, ә киңерәк ҡарарға тейеш.

—Технология факультетында ниндәй йүнәлештәрҙә уҡырға мөмкин?

—Урал аръяғы тау-ҡаҙылма байлыҡтары менән дан тота. Ошоно һәм сәнәғәт предприятиеларын, ауыл хужалыҡтарын күҙ уңында тотоп, 2011 йылда Технология факультетында «Транспорт-технология машиналарын һәм комплексын эксплуатациялау», «Художество материалдары технологиялары» йүнәлештәре асылды. Институтта тау ҡоролмалары һәм машиналары уҡыу полигоны бар.

—Технология факультеты студенттары ҡайҙа һәм кем булып эшләй ала?

—«Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты», «Башҡорт баҡыры», «Нефтекама автомобиль заводы» йәмғиәттәре, «Башсельхозтехника», «Башавтотранс» предприятиелары, Рәсәй һәм Башҡортостан мәғариф бүлектәре менән килешеү бар, район һәм ҡала хакимиәттәренә хаттар ебәрелгән.

—Институтта ниндәй социаль һәм матди ярҙам күрһәтелә?

—Студенттарҙың ялына, һаулығына ҙур иғтибар бүленә. Белем усағының үҙ базаһы—«Төйәләҫ» студенттарҙың уҡыу-эксперимент комплексы, «Талҡаҫ» уҡыу-һауыҡтырыу комплексы, Яҡтыкүл буйында «Ҡайынҡай» ял йорто, Ағиҙел буйында «Нагаево» студент һауыҡтырыу лагеры, БДУ-ның профилакторийы бар. Мохтаждарға ятаҡ бирелә. Бөтә 4 дөйөм ятаҡта ла социаль-көнкүреш шарттары булдырылған. Fаилә парҙарына айырым бүлмә ҡаралған.

—Хәҙерге заманда йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыуға ҙур иғтибар бүленә. Һеҙҙең институтта был нисек хәл ителә?

—Fорурланырға урын бар! Урал аръяғының иң шәп кадрҙары һәм бай матди база беҙҙә. Өс спорт залы, спорт комплексы бар. Унда һәр саҡ волейбол, футбол, өҫтәл теннисы, шашка һәм шахмат буйынса ярыштар үтә. Ҡышын институт биләмәһендә каток булдырыла, унда студенттар һәм уҡытыусылар араһында хоккей ярышы үтә. «Төйәләҫ» студенттарҙың уҡыу-эксперимент комплексында саңғы, ат-спорт секцияларында теләп шөғөлләнәләр. Студенттарға бар хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.

—Ижади йәштәр өсөн уҡыу йортонда нимәләр эшләнә?

—Институтта йыш ҡына концерттар ҡуйыла. Йә уны студенттар үҙҙәре әҙерләй, йә билдәле артистар, йырсылар, яҙыусылар саҡырыла. Уҡыу йортонда «Ете ырыу», «Сармат», «Эдельвейс» бейеү коллективтары уңышлы эшләй. Институттың матбуғат хеҙмәтендә, «Позитив» Тв-студияһында студенттар теләп шөғөлләнә. Беҙҙекеләр «Студент яҙы» конкурсында йыш ҡына еңеү яулай, «Байыҡ» телевизион конкурсында призлы урындарға өлгәшә.

Институтта студенттарҙың үҙидаралығына иғтибар ҙур. Инициативалы йәштәр күп. Улар уҡыу йортонда ғына түгел, ҡала, республика кимәлендә уңышлы сығыш яһай. Мәрхәмәтлек акциялары, экологик десант, патриотик акция, КВН үткәрәләр. «Ирәндек» студент төҙөлөш отряды ла бик һөҙөмтәле эшләй. Бер сменала 15 мең һум килем алырға мөмкин.

—Киң мәғлүмәт сараларында студенттарға юғары стипендия бирелеүе хаҡында йыш яҙалар. Суммаһы ҙур ғына. Ошо хаҡта һөйләһәгеҙ ине?

—Институтта һәр төрлө стипендия ҡаралған. Яҡшы уҡыған һәм фәнни-ғәмәли, социаль-тәрбиәүи эштәрҙә әүҙемлек күрһәтеүсе студенттарға академик стипендия түләнә. Күтәрелгән социаль стипендия мохтажлыҡ кисергән ғаиләлә тәрбиәләнеүсе студенттарға бирелә. Ул ҡыҙҙың йә егеттең һәйбәт уҡыуы мотлаҡ. Стипендия суммаһы айына 4 500 һумдан 13 500 һумғаса.

—Сибай институты абитуриенттар ҡабул итергә әҙерме?

—1 апрелдән ситтән тороп уҡыу бүлегенә документтар ала башланыҡ.

—Абитуриенттар ҡабул итеүҙең үҙенсәлектәре бармы?

—11-се класты тамамлаусылар БДИ һөҙөмтәһе буйынса алына, ә урта мухсус уҡыу йортон бөтөүселәр имтихан бирә. Бөтә мәғлүмәтте лә www.sibsu.ru сайтында табырға мөмкин. Абитуриенттарҙы ла, ата-әсәләрҙе лә уйланырға саҡырабыҙ. Үҙебеҙҙә белем алығыҙ, туҡланыу ҙа, йәшәү ҙә арзанға төшә. Күп аҙыҡ-түлек үҙебеҙҙә етештерелә, «Төйәләҫ» уҡыу-эксперимент комплексында үҫтерелә.

—Түләүле нигеҙҙә уҡыуҙың шарттары нисегерәк?

—Иң күбе 64 мең һум булһа, иң әҙе 28 мең һум. Был башҡа уҡыу йорттарының хаҡтары менән сағыштырғанда күпкә кәмерәк, әммә белем биреү кимәленә бөтөнләй бәйләнмәгән. Беҙ төбәктәге халыҡ мөмкинлеген күҙ уңында тоттоҡ.

—Буласаҡ студент юғары уҡыу йортон һайлағанда нимәгә иғтибар итергә тейеш?

—Дәүләт аккредитацияһы үткән белем биреү учреждениеһын һайлау мөһим. Сибай институты нәҡ шундайҙар рәтендә.

—Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!

 

Нурия Илешева.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap