Сибайҙа һауа торошо:
0, -2 ° C 3 - 5 м\с ЮЗ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
07.04.2017
ҠАЙҘА ҮҪКӘН ВИТАМИНДАР ФАЙҘАЛЫРАҠ?
Untitled document

Бөгөн магазин кәштәләре йылы яҡтарҙан килтерелгән төрлө емеш-еләктәр, банан-ананастар, хөрмә-кокостар, ниндәйҙер йәшелсәләр, тағы әллә нәмәләр менән тултырылған. Хатта һалырға урындары ла етмәгән һымаҡ. Шул уҡ ваҡытта уларҙың тәмен маҡтаған, витаминдарының һаулыҡ өсөн файҙалы икәнен иҫбатлаған төрлө-төрлө рекламалар ҙа күбәйеп  китте. Шуғалыр инде ҡайһы бер кешеләр:

—Иммунитетыңды нығытҡың килһә, магазиндарға рәхим ит: витаминдар тулып ята!—тип кенә ебәрә. Ысынлап та, тропик илдәрҙән килтерелгән емеш-еләктәрҙең витаминдары беҙҙең, Көньяҡ Уралда йәшәгән кешеләрҙең иммунитетын нығыта аламы? Мәҡәләмдә бына ошо һорауға үҙ фекерҙәремде белдереп китергә уйлайым.

Һүҙемде халҡыбыҙҙың иммунитетынан башлап  китәйем.

Беҙҙең ата-бабалар Көньяҡ Уралда йөҙәр, меңәр йылдар буйы йәшәй. Һәм беҙҙең организм ошо тәбиғәткә һәм уның климатына яраҡлашҡан. Иммунитетыбыҙ ҙа бындағы климат шарттарында барлыҡҡа килгән төрлө ауырыуҙарға ҡаршы торорға өйрәнгән һәм, әйтергә кәрәк, көн һайын көрәшә. Артабан да көрәшһен өсөн уны һәр ваҡыт төрлө-төрлө витаминдар, башҡа төрлө микроэлементтар менән нығытып торорға кәрәк. Шуға беҙ шундай нәмәләргә бай булған аҙыҡтарҙы ашарға тейешбеҙ.

Ә бына алыҫ илдәрҙән килтерелгән төрлө-төрлө үҫемлек емештәре беҙҙең иммунитетты нығыта аламы һуң? Мәҫәлән, Африканың бананын алайыҡ. Белеүебеҙсә, банан—йылы яратҡан үҫемлек емеше. Йәғни йылы климатҡа яраҡлашҡан. Шуға уның витаминдары шундай климат шарттарына ҡаршы көрәшерлек кенә көс бирә ала, минеңсә. Нисек инде йылы климатта үҫкән үҫемлектәрҙең витаминдары һыуыҡ климатта йәшәгән кешеләрҙең иммунитетын нығыта алһын ти? Улар Көньяҡ Урал шарттарында барлыҡҡа килгән ҡурҡыныс вирустарға һәм бактерияларға бер нисек тә ҡаршы тора алмайҙыр.

Ошо урында миңә, бер үк витаминдар бөтә ерҙә лә бер төрлө, сөнки уларҙың структуралары бер бит, тип әйтерҙәр. Дөрөҫ. Мәҫәлән, баяғы бананда ла, шулай уҡ беҙҙең яҡта үҫкән балан емешендә лә С витамины бар. Икеһенең дә молекуляр структуралары бер төрлө. Ләкин мин уларҙы тиң ҡуя алмайым, сөнки береһе тропик илдәрҙә, икенсеһе һыуыҡ ҡыштары булған тәбиғәттә үҫә. Шулай булғас, уларҙың энергетик көстәре лә бер төрлө түгел—  баландыҡы көслөрәк. Әйтәйек, ябай кеше менән штангисты сағыштырайыҡ әле: уларҙың да бит физиологик төҙөлөштәре—структуралары бер төрлө. Тик береһе ике йөҙ килограмм ауырлыҡты күтәрә ала, ә икенсеһе уны урынынан да шылдыра алмай. Төрлө климат шарттарында барлыҡҡа килгән бер үк витаминдарҙың энергетик көстәре лә шул кешеләрҙеке һымаҡ төрлө ул. (Мәҫәлән, лимонда ла, беҙҙең яҡта үҫкән балан емешендә лә С витаминдары бар. Тик баланда уның миҡдары 70 процентҡа күберәк).

Тағы бер күренеш. Әйтәйек, банан йәки ананастың үҫентеһен беҙҙең яҡтарҙың урмандарына килтереп ултыртайыҡ әле. Билдәле, улар бер ай эсендә кибеп ҡороясаҡ. Көньяҡ Урал климатында ярты йыл да йәшәй алмаған үҫемлектәрҙең витаминдары нисек беҙгә шул климатҡа ҡаршы торорлоҡ көс бирһен?

Минең шуны әйткем килә: тропик илдәрҙә үҫкән емеш-еләктәрҙең витаминдары  беҙҙең иммунитетты етәрлек кимәлдә бер нисек тә нығыта алмай. Һаулығыбыҙ  өсөн иң файҙалы үҫемлектәр беҙҙең тәбиғәттә генә үҫә. Уларҙы башҡа бер илдеке лә алмаштыра алмай.

География фәнендә «тәбиғәт комплексы» тигән төшөнсә бар. Нимә була һуң ул? Бер территорияға ҡараған бөтә тәбиғәт компоненттарының: ерҙең, һауаның, һыуҙарҙың,  хайуандарҙың, үҫемлектәрҙең һәм кешеләрҙең үҙ ара ярашып йәшәүен тәбиғәт комплексы тип атайҙар. Улар бер-береһен һаҡлап, бик тығыҙ бәйләнештә йәшәй. Мәҫәлән, ундағы хайуандар донъяһы үҫемлектәргә бөтә яҡлап ярҙам итһә, үҫемлектәр ҙә уларға йәшәү өсөн бөтә нәмәне бирә. Береһен генә тейһәң, тулыһынса тәбиғәт комплексы үҙгәрәсәк. Аллаһы Тәғәләһе тәбиғәтте шул тиклем аҡыллы һәм камил итеп яралтҡан, иҫең китерлек!

Шуға тәбиғәтебеҙҙә беҙҙең һаулыҡ өсөн бөтәһе лә бар. Әйтәйек, тыуған төйәгебеҙҙә үҫкән муйыл, балан, миләш, йөҙөм емеше, гөлйемеш, ҡуҙғалаҡ, ҡаҡы, йыуа, әтмәкәй, оҫҡон йыуаһы, мәтрүшкә, йүкә сәскәһе, ҡуян тубылғыһы, көпшә, ҡымыҙлыҡ, ер еләге, ҡурай еләге, ҡайын еләге, ҡара һәм ҡыҙыл бөлдөргән, сейә, йылға ҡарағаты (һ.б.)—бөтәһе лә иммунитетыбыҙҙы нығытырлыҡ кәрәкле витаминдарҙы бирә ала. Улар Көньяҡ Уралдың ҡырыҫ тәбиғәтендә йәшәй икән—беҙгә лә шул климатҡа ҡаршы торорлоҡ көс бирә ала. Улай ғына түгел, борон-борондан ата-бабаларыбыҙ шуларҙы ашап үҫкән һәм йәшәгән. Шуға физик тәндәренең «төҙөлөш материалдары» булып та хеҙмәт иткәндәр. Ә бөгөнгө көндә лә беҙҙең тәнебеҙ һәм эске ағзаларыбыҙ өсөн ул үҫемлектәр—«запас частар». Сөнки беҙ—ата-бабаларыбыҙҙың дауамы.

Шуға йыл һайын тәбиғәткә сығып уларҙы ашарға, йыйырға тейешбеҙ. Нәҫелебеҙ сәләмәт булһын тиһәк, балаларыбыҙҙы ла өйрәтергә кәрәк. Улар тәбиғәттәге ашарға яраҡлы бөтә үҫентеләрҙе, емеш-еләкте таный белергә тейеш. Шул ваҡытта тәбиғәтебеҙҙең әһәмиәтен аңлап, уға ысын мәғәнәһендә һаҡсыл ҡарай башлар, төрлө юлдар менән һаҡларға тырышыр.

Һәм, әйтергә кәрәк, баҡсаларыбыҙҙа үҫтерелгән емеш-еләктәр, йәшелсәләр, картуф та, шулай уҡ беҙҙең яҡта етештерелгән ит-һөт аҙыҡтары ла халҡыбыҙҙың сәләмәтлеге өсөн иң файҙалыһылыр. Улар ҙа бит беҙҙең климатҡа яраҡлашып үҫә һәм йәшәй.

Ә магазиндарҙағы йылы яҡтан килтерелгән емеш-еләктәрҙе, шулай уҡ башҡа төрлө аҙыҡтарҙы ла ҡунаҡ өҫтәлен биҙәү һәм тәмдәренән ләззәтләнеү өсөн генә һатып алырға була. Башҡа бер ниндәй ҙә файҙалары юҡтыр. Витаминдарын маҡтап реклама яһайҙар икән—улар беҙҙең һаулыҡты ҡайғыртмай, үҙҙәренең кеҫәләрен уйлай.

Наил Юлдашбаев.

 

Ейәнсура районы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap