Сибайҙа һауа торошо:
0, -2 ° C 3 - 5 м\с ЮЗ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
07.04.2017
АУЫЛ СТАРОСТАҺЫ
Untitled document

Элек-электән халҡыбыҙҙа ил ағаларының һүҙе ғәйәт ҙур роль уйнаған. Үҙҙәре—абруйлы, ҡылған эштәре—изге, әйтер һүҙҙәре хаҡ булған. Уларҙы халыҡ тыңлаған, артынан эйәргән. Бына шундай ил ағалары ауылдарыбыҙҙа әле лә бар. Ундайҙарҙы ауылдаштары староста итеп тә һайлап ҡуя. Ә улар—ауыл хакимиәте башлыҡтарының иң төп ярҙамсылары. Бөгөнгө һүҙем шундайҙарҙың береһе Йыһангиров Хәкимйән Сәлимйән улы (һүрәттә) хаҡында.

Хәкимйән Сәлимйән улы 1941 йылда Баймаҡ районы Иҫәнбәт ауылында тыуған. Атаһы һуғыштың тәүге көнөнән үк фронтҡа китә һәм күп тә үтмәй Украина сигендә һәләк була. 4 бала менән тол ҡалған әсәгә бик ауыр була. Күпмелер ваҡыт үткәс әсәһе, ғаиләһенең хәлен әҙерәк кенә булһа ла еңеләйтеү маҡсатынан, ошо уҡ ауылдың кешеһенә тормошҡа сығып, Түбә ҡасабаһына күсеп китәләр. Әммә 8-се йәше менән барған Хәкимйән ағай сит ерҙе үҙһенмәй, кире ауылына—олатай-өләсәһе янына ҡайта. Улар ҡулында матур тәбиә ала. Аҙаҡ олоғайған ҡәҙерлеләрен үҙе ҡарай.

Ул тәүҙә Иҫәнбәт, Ишбирҙе, Басай мәктәптәрендә уҡый, 7 класс белем ала. Артабан һөнәр алыу ниәте менән Сибайҙағы 8-се төҙөлөш училищеһына уҡырға бара һәм балта оҫтаһы һөнәрен үҙләштерә. Ул осорҙа «Ирәндек» совхозында бик ҙур төҙөлөш эштәре алып барыла. Хәкимйән ағай ҙа ике ҡатлы йорттар, социаль-мәҙәни объекттар (клуб, ашхана, магазин һ.б.) төҙөүҙә ҡатнаша. Аҙаҡ йылҡы, башмаҡ, һарыҡ көтөүсеһе була. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, нимәгә генә тотонһа ла бөтә күңелен биреп, ҙур яуаплылыҡ тойғоһо менән урын-еренә еткереп башҡара. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ маҡтау ҡағыҙҙары, социалистик ярыштарҙа еңеүсе значоктары, ВДНХ-ның көмөш миҙалы, СССР-ҙың хеҙмәт ветераны миҙалы—уның хеҙмәтенә оло баһа. Элек хеҙмәт кешеһенә ҙур хөрмәт менән ҡаранылар шул. Хәкимйән ағай Болгарияға путевка менән дә бүләкләнә, «Москвич» машинаһы алып та ҡыуана. Уға Почет билдәһе ордены бирергә тейеш булалар. Документтар әҙерләнә, тик ниңәлер ул килеп етмәй, икенсе кешегә китеп бара. Шулай, өлгө хеҙмәт күрһәтеп, 45 йыллыҡ эш стажы йыйып хаҡлы ялға сыға.

Хәләл ефете Ишбикә апай менән 49 йыл бергә бәхетле ғүмер кисерәләр. 4 ул һәм 2 ҡыҙ үҫтерәләр. Балалары атай нигеҙенән алыҫ китмәй: Сәғәҙәт менән Фирғәт—Иҫәнбәттә, Әсҡәт—Төркмәндә, Тәлғәт, Айгөл, Нәйлә Басайҙа йәшәй. Уларҙың да тормошо бик күркәм.

Үкенескә күрә, ярты быуат терәк һәм таяныс булған ҡатыны вафат булып ҡалған. Көслө рухлы Хәкимйән ағай бар ҡайғыһын балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән баҫа. Яҡындары ғына түгел, ауылдаштарының да хөрмәт итеүе, кәрәк тип ҡарауы уға көс бирә.

Хәкимйән ағай Иҫәнбәттә 30 йыл рәттән ауыл советына депутат итеп һайлана. Уны Күсей ауыла хакимиәте башлығы Сәриә Рәшит ҡыҙы Йыһаншина ла оло хөрмәт менән телгә ала:

—Хәкимйән Сәлимйән улы—минең уң ҡанатым. Хатта мин уны Иҫәнбәттең башлығы тип атар инем. Ниндәй генә тәҡдим менән мөрәжәғәт итһәм дә, шунда уҡ күтәреп ала, халыҡты ойоштороп, әйтелгән эште башҡарып та ҡуя. Ныҡ яуаплы кеше. Уның ярҙамы менән һәйкәл ҡуйылды, зыярат ҡараулы, ҡыйлыҡ урыны тәртиптә тотола. Мәсетте лә күҙ уңынан ысҡындырмай, төҙөкләндереү буйынса бөтә эштәрҙең башланғысында йөрөй. Быйыл староста эшенән баш тартмаҡ булғайны, ауылдаштары уны ебәргеһе килмәне. Уның һүҙе үтемле, эше ырамлы икәнен беләләр шул.

Хәкимйән ағай Фирғәт улының ғаиләһе менән йәшәй. Ун йылдан ашыу ҡайныһы менән йәшәгән Рәмзилә килене уға оло ихтирам менән ҡарай, уҙаманды «ғаиләбеҙҙең алтын бағанаһы» тип кенә йөрөтә.

—Балаларҙы тәрбиәләүҙә лә, матди яҡтан да ярҙам итә. Бөтәбеҙгә лә ныҡлы терәк, оло кәңәшсе. Ул бер көн өйҙә булмаһа, йортобоҙҙоң ҡото киткәндәй. Ейән-ейәнсәрҙәрен ныҡ ярата, дәрестәрен әҙерләшә. Бер ҡайҙа барабыҙ тиһәк, машинаһы әҙер тора,—ти килене.

Хәкимйән ағай үҙ ғүмерендә 5 өй күтәргән, йәғни балаларына йорт һалышҡан. Ул балта оҫтаһы ғына түгел, ишек алдында әллә күпме емеш ҡыуаҡтары үҫтергән шәп баҡсасы ла, гәзит-журналдарҙан айырылмаған матбуғаттың тоғро дуҫы ла.

Балаларына ҡәҙерле атай, килен-кейәүҙәренә хөрмәтле ҡайны, 14 ейән-ейәнсәренә, 1 бүләһенә һөйөклө олатай булған уҙаман күптән түгел үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләгән. Әммә ул үҙ йәшенән күпкә йәш күренә. Бар булмышы менән кешеләргә изгелек итеүҙе маҡсат итеп алған, халыҡ ғәме менән йәшәгән кешенең күңеле лә, үҙе лә ҡартаймай, күрәһең.

Яҡындарығыҙға, ауылдаштарығыҙға кәрәк һәм терәк булып оҙон-оҙаҡ йәшәгеҙ, Хәкимйән Сәлимйән улы!

Сәғиҙә Байназарова.

 

Сибай ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap