Сибайҙа һауа торошо:
0, -2 ° C 3 - 5 м\с ЮЗ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
07.04.2017
ИМАН НУРЫ ЙӨҘҘӘРҘӘ
Untitled document

Өфөнөң «Ихлас» мәсетендә Ҡөръәнде яттан һөйләү буйынса «Донъя тауышы» Халыҡ-ара конкурсы үтте. Мәсеттең төҙөлөүенә һәм урында дини берекмә эшләй башлауға 20 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылған сараны Рәсәй, Башҡортостан Диниә назараты ярҙамында республиканың ислам бизнесы Ассоциацияһы ойошторҙо. Унда 2 йәштән 17 йәшкә тиклемге йөҙгә яҡын бала изге китаптан сүрәләр, аяттар ятлап ярышты. Байрамда шәйехтәр, хатта Ирандан ҡунаҡтар ҡатнашты.

—Беҙҙең ниәт—динде барыһы ла аңларлыҡ, бөтәһе лә ҡабул итерлек итеп, уны бар тулылығында күрһәтеү. Шуныһы ҡыуаныслы: балаларға, үҫмерҙәргә, йәштәргә дини тәғлимәттәрҙе дөрөҫ аңлатыуҙы маҡсат итеп ҡуйған конкурсҡа республикабыҙҙан ғына түгел, сит өлкәләрҙән дә балалар күпләп килде,—тине республиканың ислам бизнесы Ассоциацияһы етәксеһе Вадим Лапко.

Башҡортостан Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Айнур Арыҫланов та эшҡыуарҙың һүҙен ҡеүәтләне һәм: «Балалар—беҙҙең киләсәгебеҙ. Уларға дөрөҫ йүнәлеш бирһәк, дин юлында тәрбиәләһәк, насар юлға баҫмаҫ, наркоман, эскесе булмаҫ. Халҡыбыҙҙың баланы баштан тәрбиәлә, тигән аҫыл әйтеме лә бар. Күптәр 2 йәшлек бала сүрә ятлай аламы тип ҡыҙыҡһынды. Өйрәтһәң ятлай. Конкурсанттар араһында 3 йәшлектәр бихисап, үҫмерҙәр ҙә етерлек. «Фатиха», «Ихлас» кеүек ҡыҫҡа сүрәләрҙән алып, оҙон Ҡөръән аяттарын да килештереп ятлайҙар. Был бик хуп, бик мәслихәт»,—тип өҫтәне.

«Ихлас» мәсетендә үткән конкурста Сибай ҡалаһынан 5 йәшлек Мәҙинә Ҡадаева (һүрәттә) ҡатнашты. Атаһы менән мәсеткә йөрөгән Мәҙинә жюриларға «Аятел-Көрси»не, бер нисә сүрә ятлап ишеттерҙе. Мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында уңышлы сығыш яһаусы ҡыҙ конкурстың Почет грамотаһына, бүләк сертификатына лайыҡ булды.

 

Гөлдәриә Сәйетова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap