Сибайҙа һауа торошо:
0, -2 ° C 3 - 5 м\с ЮЗ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
«СИБАЙҘЫҢ 100 ШӘХЕСЕ»
Untitled document

Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға—100, Сибай ҡалаһының 65 йыллығы уңайынан һәм ҡалабыҙ үҫешенә тос өлөш индергән арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында «Сибайҙың 100 шәхесе» проекты старт ала. Ҡала хакимиәте ойошторған үҙенсәлекле проектты тормошҡа ашырыу ҡалалаштарҙың төбәгебеҙ тарихына иғтибарын арттырасаҡ, йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүгә, йәмғиәттә берҙәмлекте нығытыуға булышлыҡ итәсәк.

Махсус комиссия сибайҙарҙы, сит тарафтарҙа йәшәүсе яҡташтарҙы Сибай ҡалаһының 100 лайыҡлы кешеһенең исемен билдәләүҙә булышлыҡ итеүҙә әүҙем ҡатнашырға саҡыра. Тәҡдимдәрҙе admin_sibai07@mail.ru электрон адресына, яҙма рәүештә «Сибайҙың 100 шәхесе» билдәһе аҫтында хакимиәттең дөйөм бүлегенә ебәрергә мөмкин. Мәғлүмәттә исемлеккә тәҡдим ителгән кешенең исем-шәрифе, тыуған йылы, урыны, биографияһы, хеҙмәт юлы, ил, ҡала күләмендә яуланған ҡаҙаныштары, фотоһүрәте булырға тейеш.

Сара өс этапта уҙа. 2017 йылдың майынан декабренә ҡәҙәр барасаҡ беренсе этапта «Сибайҙың 100 шәхесе» проектына инәсәк номинанттарҙың дөйөм исемлеге төҙөләсәк. 2017 йылдың ғинуарынан 2018 йылдың авгусына тиклем дауам итәсәк икенсе этапта матбуғат, Интернет тауыш биреү аша исемлеккә тәҡдим ителеүселәр хаҡында фекер алышыу ойошторолоп, тулы исемлек билдәле буласаҡ. 2018 йылдың авгусынан 2019 йылдың мартына ҡәҙәр барасаҡ өсөнсө этапта «Сибайҙың 100 шәхесе» китабы донъя күрәсәк.

Билдәле булыуынса, 2015 йылда Сибайҙың 60 йыллығы уңайынан сыҡҡан «Сибай» энциклопедияһына ҡаланың билдәле һәм атҡаҙанған 1069 кешеһе индерелде. Был йыйынтыҡтан айырмалы рәүештә «Сибайҙың 100 шәхесе» китабында арҙаҡлы ҡалалаштар һәм яҡташтар, үҙ заманының ысын геройҙары сағылыш табасаҡ. Энциклопедияға биографик белешмәләр, ҡоро мәғлүмәт кенә тупланһа, донъя күрәсәк китапта лайыҡлы шәхестең ҡала, ил алдындағы ҡаҙаныштары, кешене билдәле иткән ваҡиғалар тулыһынса индереләсәк.

Проектта ни тиклем күп кеше ҡатнашһа, комиссияға номинаттар буйынса объектив ҡарар ҡабул итеү еңелгә төшәсәк.

Төбәктең йылъяҙмаһына тос өлөш индерергә ашығайыҡ.

Рәсүл Байгилдин.

 

«Сибайҙың 100 шәхесе» проектының комиссия сәркәтибе.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap