Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
ЯУЛАНҒАНДАР СИК ТҮГЕЛ
Untitled document

 

Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын белмәгән кеше һирәктер. Йылайыр техникумы булараҡ дан алған уҡыу йорто 50 йылға яҡын эшләү дәүерендә барлығы 10 меңдән ашыу белгес әҙерләп сығарҙы.

Бѳгѳн белем биреү учреждениеһы лаборатория һәм уҡыу корпустары, 360 урынға иҫәпләнгән ашханаһы, 5 ҡатлы ятағы, баҡсаһы һәм оҫтаханаһы булған ҙур комплексты хәтерләтә. Шулай уҡ бында заманса йыһазландырылған 400 урынлыҡ тамаша залы, 80 урынлыҡ китапхана, спорт залы һәм стадион бар. Ғѳмүмән, студенттарға бар яҡлап үҫеү мѳмкинлеге тыуҙырылған. Быға миҫал итеп уҡыу процесының, фәнни-тикшеренеү эштәренең ойошҡанлығын, матди базаның ныҡлығын килтереү ҙә етә.

Һәр уҡыу учреждениеһының йѳҙѳн уҡытыусылар билдәләй, тиһәк һис тә хата булмаҫ. Техникум Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған почетлы хеҙмәткәрҙәре Н.И.Пуликов, Ф.А.Сәләхова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы М.М.Әбүбәкерова, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличниктары В.В.Васильева, М.М.Диңгеҙбаева, Р.М.Мусина һәм А.Н.Иващенколар менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Уҡытыусыларҙың күптәре юғары категорияға эйә булһа, араларында Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлыҡтарының почет грамотаһына ла-йыҡ булыусылар ҙа бар. Үҙ эшенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған коллектив заман технологияларына таянып белем биреүгә иғтибар бүлә. Мәҫәлән, ошо тәңгәлдә ижади тѳркѳмдәр булдырылып, улар кейс-метод, эшлекле уйын, мәғлүмәти технологиялар, комплекслы курс һәм диплом эше проекттары йүнәлешендә эш алып бара.

Студентты әүҙем йәмғиәт шәхесе, профессиональ белгес итеп үҫтереүҙә тѳрлѳ эксперимент һәм тикшеренеү эштәре лә ҙур роль уйнай. Йәғни, белем алыусылар тәүге курста уҡ тѳрлѳ түңәрәктәргә, клубтарға берләшеп ѳҫтәмә рәүештә белемдәрен камиллаштырып ҡына ҡалмай, олимпиада, конкурстарҙа һәм күргәҙмәләрҙә ҡатнашып үҙҙәрен һынап ҡарай. Был иһә студенттарҙы ғилми-әҙәби фекерләүгә, анализ һәм һығымта яһарға ѳйрәтә. Ә икенсе курста иһә улар тикшеренеү эштәрен эксперимент үткәреү этабында файҙалана.

Производство практикаһы ла иғтибар үҙәгендә. Буласаҡ белгестәр «Йылайыр» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә, «Урал аръяғы» МТС-ында, Сибай ит комбинатында, Баймаҡ ғилми-производство хужалығында белемдәрен камиллаштыра. Бында техникум уҡытыусылары белгес-ғалимдар менән берлектә студенттарға ғилми-тикшеренеү эштәре ойошторорға ярҙам итә.

Уҡыу йортоноң предприятиелар, хужалыҡтар менән эшлекле бәйләнеш тотоуы ҡулдарына диплом алған йәш белгестәрҙе эшкә урынлаштырыу мәсьәләһен еңелләштерә. Мәҫәлән, уҙған йыл сығарылыш студенттарын эш менән тәьмин итеү 75 процентты тәшкил иткән.

Уҡыу процесы тәрбиә эшенән айырылғыһыҙ икәнен дә яҡшы аңлайҙар бында. Теләгән һәр кем волейбол, баскетбол, футбол, теннис, саңғы, атыу секцияларында шѳғѳлләнә ала. Ижтимағи һәм ѳҫтәмә һѳнәрҙәр биреү нигеҙендә лидерҙар мәктәбе, художестволы биҙәү, тыуған яҡты ѳйрәнеү, йорт хужалығы иҡтисады кеүек түңәрәктәр эшләй, шулай уҡ һѳт буйынса лаборант, секретарь-референт һѳнәрҙәренә ѳйрәтәләр. Ә йыр-бейеүгә маһирҙар «Йәйғор» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә һәм «Умырзая» вокал тѳркѳмѳндә шѳғѳлләнә.

Социаль ярҙам менән тәьмин итеү ҙә алғы планға ҡуйылған. Студенттарға 600 һум күләмендә—академик, 900 һум күләмендә социаль стипендия түләнә. Уҡырға килгән һәр кем ятаҡ менән тәьмин ителә.

Оҙаҡ йылдар инде Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында һѳнәрселек училищеһы—техникум—ВУЗ бәйләнеше уңышлы эшләп килә. Училище тамамлап килеүселәргә тиҙләтелгән программа менән уҡыу күп уңайлыҡтар тыуҙыра. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт аграр университеты, Скрябин исемендәге Мәскәү ветеринар академияһы, Троицк ветеринар академияһы һәм Горячкин исемендәге Мәскәү агроинженерия академияһы менән килешеүҙәр тѳҙѳлгән.

Мәҡәләнең тулы вариантын гәзитебеҙҙең 69-сы һанында уҡый алаһығыҙ.

Данил Әбделғазин.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap