Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
05.09.2012
Яңы дәрестең әһәмиәте ҙур
Untitled document

 

Гәзитебеҙҙең алдағы һандарының береһендә 1 сентябрҙән ауыл мәктәптәре уҡыусылары умартасылыҡ серҙәрен ѳйрәнә башлаясаҡтары хаҡында хәбәр иткәйнек инде. 2011-2015 йылдарҙа Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең урта ваҡытҡа иҫәпләнгән комплекслы программаһы сиктәрендә, яңы дәрес Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының—5, Хәйбулланың—4, Сибай ҡалаһының 1 мәктәбендә уҡытыласаҡ. Яңы дисциплина һәм уҡытыу үҙенсәлектәрен Йылайыр районы Юлдыбай урта мәктәбе уҡытыусыһы Ғәле Мәхмүтйән улы Абдуллин менән ойошторған әңгәмәлә асырға тырыштыҡ.

—Ғәле Мәхмүтйән улы, күптән түгел Башҡорт дәүләт аграр университеты базаһында уҙғарылған махсус курстарҙа уҡып ҡайттығыҙ. Тәьҫораттарығыҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине?

—Яңы уҡыу йылынан тѳбәктең 39 мәктәбендә «Ҡортсолоҡ технологияһы» дәресе уҡытыла башлаясаҡ. Был ҙур әһәмиәткә эйә, тип әйтер инем. Дәрестәрҙең мотлаҡ уҡытыу программаһына индерелеүен, беренсенән, традициябыҙҙы тергеҙеү, тип ҡараһаҡ, икенсенән, һәр кем үҙен тәьмин итерлек шѳғѳлдѳ үҙләштерә тигән һүҙ.

20-25 августа уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү маҡсатында уҙғарылған махсус уҡыуҙарҙа тѳп иғтибар белемде заманса технологияларға нигеҙләнеп биреүгә йүнәлтелде. Әйткәндәй, курстарҙы фән ѳлкәһендә билдәле ғалимдар—В.Р.Туҡтаров, М.Ғ.Ғиниәтуллин, Ә.Р.Ишемғоловтар алып барҙы. Достоевский урамында урынлашҡан ҡортсолоҡ сауҙа нѳктәләрендә булыу ҙа яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Һуңғы кѳндә «Башҡортостан—Рәсәйҙең баллы тѳбәге» фестивалендә ҡатнаштыҡ. Башҡортостандың һәр тѳбәгенән килгән ҡорт балының күп тѳрлѳ булыуы ҡыҙыҡһыныу уятты. Фестиваль сиктәрендә ҡортсолар бәйгеһе уҙғарылыуы ла сараның баһаһын арттырҙы. Шуны әйтеү мѳһим: 40-ҡа яҡын ҡатнашыусы араһында Йылайырҙан Любимов фамилиялы ҡортсо 12-се урынға сыҡты.

—Яңы дисциплина ниҙәр вәғәҙә итә?

—Ҡортсолоҡ нигеҙҙәрен аҙнаһына бер тапҡыр 9-11 класс уҡыусылары ѳйрәнәсәк. Уҡытыу планына ярашлы, мәктәптәргә умарталар һәм кәрәкле ҡорамалдар алынасаҡ. Методик әҙәбиәт, күргәҙмә әсбаптар һәм видеоматериалдар менән тәьмин итеү ҙә күҙалланған. Дәреслектәргә килгәндә, берҙәм ҡулланма әлегә ҡаралмаған, тѳрлѳ мәктәп тѳрлѳ сығанаҡтарға таянып белем бирәсәк. Был мәсьәлә яҡын киләсәктә хәл ителер, тип уйлайым. Уҡыусыларҙы ҡортсолоҡҡа уҡытыуҙың тағы бер әһәмиәтен билдәләр инем. Тәү сиратта, уларҙың тирә-яҡ мѳхиткә, тәбиғәтебеҙгә ҡарашы үҙгәрәсәк. Бал ҡортон тотҡан кешенең үҫемлектәрҙе ѳҙѳргә, һыуҙы бысратырға ҡулы бармаясаҡ.

—«Ҡортсолоҡ технология»һын уҡытыуҙа Юлдыбай мәктәбе юҡҡа һайланмағандыр...

—Эйе, беҙҙең мәктәптә тиҫтә йылдан ашыу ҡортсолоҡ түңәрәге эшләп килә. Таһир Тажетдин улы Юланов башланғысы менән асылған түңәрәк ошо йылдар эсендә байтаҡ мәктәп уҡыусыһын һѳнәрле итте. Тағы ла шуныһы: оптимәлләштереү ваҡытында ла уны бѳтѳрѳүгә юл ҡуйманыҡ. Әлбиттә, бында мәктәп директоры Сабир Ғәндәлип улы Зѳлҡәрнәев тырышлығын баһалау кәрәктер. Минең түңәрәкте етәкләүемә–6 йыл. Ул мәктәп ѳсѳн әллә ни килем килтермәй, әммә балаларҙы тормошҡа әҙерләүҙә роле ҙур. Уҡыусылар ике тѳркѳмдә шѳғѳлләнә. Бәләкәй тѳркѳмгә—4-7 кластар, ә ѳлкән тѳркѳмгә 8-11-ҙәр инә. Малайҙар ғына түгел, ҡыҙҙар ҙа әүҙемлек күрһәтә. Билдәле булыуынса, бѳжәктәр спирт, одеколон, тәмәке еҫен яратмай. Тимәк, мәктәп программаһына инәсәк яңы дәрес ниндәйҙер кимәлдә тәрбиәүи сара ла.

—Ҡортсолоҡ серенә тѳшѳндѳрѳүсе үҙе лә ошо шѳғѳлдѳ үҙ иткәндер?

—Әлбиттә, шәхсән үҙемдең 5 умартам бар. Шѳкѳр, был кәсепкә ғаиләм—ҡатыным Зилә Рәфҡәт ҡыҙы, улым Шайморат һәм ҡыҙым Наҙгѳл дә битараф түгел, ярҙам итәләр. Мораҙым улыма әле 10 ай ғына. Үҫкәс, уның да умарта эргәһендә уралып йѳрѳүен күрербеҙ, тип ѳмѳтләнәм.

Әңгәмә аҙағында тағы ниҙәрҙе һыҙыҡ ѳҫтѳнә алыр инегеҙ?

—Элекке кеүек дәүләттән ярҙам һорап, кемгәлер ышанып ултыра торған замандар үтте. Һәр кем үҙ йүнен үҙе күрергә тейеш. Шуға күрә был программа ваҡытлы ҡабул ителде, тип иҫәпләйем. Эшһеҙлек мәсьәләһен хәл итеүгә лә булышлыҡ итер тип ышанам.

—Рәхмәт, Ғәле Мәхмүтйән улы. Эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын!

Данил Әбделғазин.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap