Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
ОСРАШЫУҘЫҢ ӘҺӘМИӘТЕ ҘУР
Untitled document

 

Кѳҙ башланыу менән белем усаҡтары шат тауыштарға күмелде. БДУ-ның Сибай институтына килеп инеү менән дә ошондай мѳхиткә юлығаһың. Шулай булмай ни, йәй буйы бер-береһен күрмәгән дуҫ-иштәр, таныштар ял тәьҫораттары менән уртаҡлаша. Тәүге курсҡа килеүселәр иһә әлегә институт менән таныша. Таныша тигәндәй, ошо кѳндәрҙә уҡыу йорто етәкселеге 1-се курс студенттары менән осрашыу уҙғарҙы.

Йыл да үткәрелеп, матур традицияға әйләнгән осрашыуҙың әһәмиәте ҙур. Беренсенән, студенттар директор, уның урынбаҫарҙары менән асыҡтан-асыҡ фекер алышһа, икенсенән, улар уҡыу йортоноң тѳп ҡағиҙәләре менән таныша. Йәғни, яңы уҡырға килгән студенттың институтта мохтаждарға социаль ярҙам күрһәтелеүен, уны нисек юлларға кәрәклеген, шулай уҡ бер нисә юғары белемгә эйә булыу мѳмкинлеген белеп тә етмәүе бар. Шулай уҡ ғилми-ғәмәли конференциялар, мәҙәни саралар, уңышлы эшләп килгән түңәрәктәр тураһында мәғлүмәттәр еткерелә.

Осрашыуҙа БДУ-ның Сибай институты директоры З.Ғ.Йәрмѳхәмәтов, директор урынбаҫарҙары С.Н.Чернов, А.М.Кѳмѳшҡолов, И.С.Хәмитов, А.М.Хѳсәйенова, профком рәйесе И.Ә.Зарипов, спорт дисциплиналары кафедраһы мѳдире Г.М.Полько сығыш яһап, студенттарға уҡыу йорто хаҡында тулы мәғлүмәттәр еткерҙе.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеге студенттары Рәсимә Әбдрәхимова, Әлиә Әминева һәм Зарема Исхаҡовалар ҙа Сибай институтын юҡҡа ғына һайламаған.

—Был бүлеккә уҡырға инеүем осраҡлы түгел. Бәләкәйҙән үк китап уҡырға яраттым. Шиғыр, хикәйәләрем дә матбуғатта донъя күргәне бар. 8-се класта уҡ үҙемә, мотлаҡ журналист буласаҡмын, тигән маҡсат ҡуйҙым,—ти Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылы ҡыҙы Рәсимә.

—Бѳгѳнгѳ осрашыуҙың әһәмиәте ҙур,—тип һүҙгә ҡушыла Әлиә.—Сѳнки уҡырға килгән һәр студент уҡыу йортоноң ҡағиҙәләре, ундағы тормош менән яҡындан танышырға бурыслы. БДУСИ-ны һайлауыма килгәндә, бында тѳбәктең рухлы балалары йыйылған.

—Сибай институтында белем биреү, студенттарҙы тѳрлѳ яҡлап үҫтереү эшенең яҡшы ҡуйылыуы хаҡында электән белә инем,—ти Күгәрсен районы Тәүәкән ауылы ҡыҙы Зарема Исхаҡова.

1-се курс студенттарына уҡыуҙарында уңыштар, аҡ юл теләйек.

Һүрәттә: Рәсимә Әбдрәхимова, Зарема Исхаҡова һәм Әлиә Әминева Сибай институтын һайлауҙарына шат.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap