Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
25.09.2012
ЯРАТАМ ҺИНЕ, СИБАЙ!
Untitled document

 

Сибай—Урал аръяғының баш ҡалаһы, тибеҙ. Мәҙәни усаҡтар, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары тѳбәк халҡын берләштерә, уларҙы үҙенә йәлеп итә. Күрше райондарҙа йәшәүселәр ял итеү ѳсѳн дә, кѳнкүреш кәрәк-яраҡтарын алыуға ла бында ағыла. Ә ҡалаға мѳкиббән ғашиҡтар уны үҙ итеп, Сибайҙа тѳпләнә. Тиҙҙән ҡала үҙенең сираттағы тыуған кѳнѳн билдәләй. Байрам алдынан Сибайҙа йәшәүселәрҙең һәм бында ҡасандыр йәшәп китеүселәрҙең фекерҙәренә иғтибар итәйек.

З.М.Таһирова, Сибай институты уҡытыусыһы:

Сибай ҙур булмаған ҡала булараҡ миңә бик ныҡ оҡшай. Бында әллә ни шау-шыу ҙа юҡ, тыныс. Ҡала халҡының күпселеге башҡорттар булыуы ла ҡыуандыра. Сибайҙа мин айырыуса фонтан янында, Үҙәк майҙан янындағы паркта йѳрѳргә яратам. Тик бына йәй кѳнѳ бында иғтибарҙы бер аҙ кѳсәйтергә ине. Түтәлдәрҙәге сәскәләрҙе һәр тѳрлѳ композиция менән сәсергә була. Киләсәктә ҡаланың тағы ла матурыраҡ тѳҫ алыуын теләйем. Юлдарға иғтибар артыр, тип ѳмѳтләнәм. Яҙлы-кѳҙлѳ ямғырҙан һуң йѳрѳрлѳк түгел бит. Шуға соҡор-саҡырлы урындар башҡа булмаҫ, тип ышанғы килә. Йәнә халыҡ ял иткән урындарҙа урналар күберәк булһа ине, юғиһә сүп-сарҙы ҡайҙа етте шунда ташлаусылар осрай. Ҡала халҡына бер теләгем: йәшәгән ҡалабыҙ таҙалығы—үҙ ҡулыбыҙҙа. Уны ҡыйламайыҡ, бысратмайыҡ!

Ильяс Кинйәғолов, Татарстандың сатира театры актеры:

—Мин Сибайҙа буй еткерҙем, тип әйтә алам. Ошонда белем алдым. Урамдан үтһәң, аҙым һайын таныштар осрап ҡына тора. Шуныһы менән миңә ул ныҡ яҡын. Сибай йылдан-йыл үҫә, матурая. Күптән түгел бында фонтан асҡандар икән. Бик шәп! Уны ҡала халҡы һаҡлаһын инде. Сибайға ҡайтһам, Таусылар проспекты буйлап йѳрѳргә яратам. Киләсәктә ҡалала йәштәр ѳсѳн күңел асыу үҙәге асһалар, бик яҡшы булыр ине. Урамда эсеп-туҙып, ҡайҙа барып һуғылырға белмәй йѳрѳгән ҡыҙ һәм егеттәрҙең булыуын теләмәйем. Уларға шѳғѳл табырға кәрәк.

Азалина Мәхийәнова, уҡыусы:

—Мин 15 йыл элек ошо ҡалала тыуғанмын һәм ошонда буй еткерәм. Тыуған ҡалам булараҡ миңә унан да ғәзиз, унан да яҡын ер юҡ. Сибайҙан ары китмәй генә белем алырға була. Бында уҡыу йорттары бик күп. Шулай уҡ миңә филармония оҡшай. Йыш ҡына концерттарға йѳрѳйѳм. Ҡалала алдынғы ҡарашлы, үткер йәштәр ҙә күп. Тимәк, ѳлгѳ алырҙай кешеләр бар. Киләсәктә ҡаланан йыраҡ түгел ерҙә, йәғни Ирәндек тауҙарында тау-саңғы базаһы асыуҙарын теләр инем.

Гүзәл Рәшитова, тәрбиәсе:

—Мин Сибайҙа үҫтем. Бәләкәй саҡта Үҙәк майҙанға яҡын ғына урынлашҡан күп ҡатлы йорттоң бер фатирында йәшәнек. Шуға ла минең күңелемә ҡаланың үҙәге үтә лә яҡын. Ҡартәсәйем стоматология поликлиникаһында ҡарауылсы булып эшләй ине. Уға эйәреп йыш ҡына уның эш урынына килә инек. Әле поликлиника янынан үтһәм, бала сағым иҫкә тѳшә лә, рәхәт тә, моңһоу ҙа булып китә. Хәҙерге «Сулпан» балалар театры бинаһында элек кинотеатр булды, беҙ йыш ҡына кино ҡарарға йѳрѳнѳк. Бала саҡта ата-әсәйебеҙ беҙҙе «Әкиәт» кафеһына индереп һыйлай ине. Әле уның урынында «Версаль» кафеһы. Уның янынан үткән һайын беҙҙе тәмлекәстәр һәм туңдырма менән ҡыуандырған «Әкиәт»те иҫләп, эсем боша. Бѳгѳн балалар менән инеп ултырырлыҡ кафе ла юҡ. Киләсәктә ошо юҫыҡта уйланһындар ине. Балаларым «Мегаполис» сауҙа йортонда, М.Ғафури исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында йѳрѳргә ярата. Шулай уҡ «Ирәндек» боҙ һарайына йыш барабыҙ. Үҙәк майҙанда үткән бер генә байрам сараһынан ҡалмайбыҙ, ғаиләбеҙ менән сығабыҙ. Шунда балаларға үҙемдең бала сағымды һѳйләп, хәтирәләргә бирелеп алам.

Резеда Усманова яҙып алды.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap