Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
25.09.2012
БЫНДА КИЛӘСӘККӘ ЮЛ ҺАЛЫНА
Untitled document

 

Земфира Ғирфанова

Балалар ижады үҙәге—Сибай ҡалаһына йәм биреүсе үҙенсәлекле усаҡ ул. Уны күптән инде ҡыҙҙар һәм малайҙар икенсе йорто кеүек күрә. Ни ѳсѳн тигәндә, тап ошонда бик күптәр үҙе ѳсѳн мауыҡтырғыс шѳғѳлдәр таба.

60-сы йылдарҙан алып эшләп килгән Балалар ижады үҙәге әле лә балалар тормошонда бик ҙур роль уйнай. Ѳҫтәмә белем алыу, оҫталыҡ серҙәренә ѳйрәнеү менән бер рәттән балалар бында тормошта кәрәге тейер һѳнәр-шѳғѳлдәргә эйә була, күңелдәрен байытыр рухи ҡиммәттәр ала. Ысынлап та, һәр баланың хыялын тормошҡа ашырыусы мѳғжизәләргә бай урын ул.

Әлеге ваҡытта үҙәктә биш йүнәлеш буйынса түңәрәктәр ойошторолған. Декоратив-һынлы сәнғәт, спорт-һауыҡтырыу, художество-эстетик, техник һәм социаль-педагогик йүнәлештәр буйынса берекмәләр тотороҡло эшләп килә. Программаларҙы заманса, балаларҙың күңеленә хуш килерлек итеп тѳҙѳргә тырышалар. Мәҫәлән, ҡул эштәре буйынса түңәрәктәрҙең ниндәйе генә юҡ! Тегеү, бәйләү, мәрйен үреү, панно эшләү, балсыҡтан һындар әүәләү кеүек шѳғѳлдәр ҡыҙҙарҙы йәлеп итә. «Художестволы керамика» (етәксеһе Г.Й.Диярова), «Тылсымлы ептәр» (Т.В.Максимова), «Халыҡ кәсептәре» (Т.В.Прошко), «Хужабикә» (Л.В.Верногорова) кеүек түңәрәктәрҙә лә күптәр яратып шѳғѳлләнә. Уларҙа ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа берҙәй ихлас оҫталығын үҫтерә. Һѳҙѳмтәләр ҙә һѳйѳндѳрә: балаларҙың ҡул эштәре күп кенә республика һәм ҡала конкурстарында призлы урындар яулай. Мода яңылыҡтары, кейем дизайны менән ҡыҙыҡһынған ҡыҙҙар «Мода әлифбаһы» берекмәһен һайлай. Уны педагог Е.И Цыганова алып бара.

Спорт йәһәтенән дә эштәр яҡшы ҡуйылған. Бассейнға йѳрѳүсе балалар йѳҙѳү буйынса разрядтар ала. Педагогтар Е.А.Каплина менән А.В.Чухрова балаларҙы йѳҙѳргә ѳйрәтә. Р.Р.Ғәфүров һәм Р.Х.Мораҙымов алып барған «Шахмат» түңәрәге зирәклек, отҡорлоҡ сифаттары тәрбиәләй.

Балалар ижады үҙәгенең спорт түңәрәктәрендә шѳғѳлләнеп, донъя кимәлендә ойошторолған бәйгеләргә сығып, Сибайҙы данлап ҡайтыусылар ҙа бар. Мәҫәлән, Артем Дымченко Лос-Анджелес, Сеул ҡалаларында үткән ярыштарҙа донъя чемпионы исеменә лайыҡ булған. Ул әлеге ваҡытта «Шаолинь» клубын етәкләй.

Педагог И.Т.Дәүләкәнов—«Вокал», Э.Р.Нәҙербаева—«Тамаша» бейеү театры, О.В.Шумилова—«Палитра», Г.Ғ.Кәримова—«Дикторлыҡ оҫталығы», З.Ә.Ибраһимова «Халыҡ бейеүҙәре» түңәрәктәрендә шѳғѳлләнгән балаларҙың таланттарын аса, уларҙы оҫталыҡ серҙәренә ѳйрәтә.

Техник йүнәлеш буйынса эшләп килгән түңәрәктәр ҙә мауыҡтырғыс. Мәҫәлән, «Етенсе күк» түңәрәгендә (педагог Н.В.Резвова) шѳғѳлләнеүселәр авиамоделдәр яһау менән мауыға. Н.В. Резвова шулай уҡ «Ирәндек» экологик-ял лагерын да ойоштора. Йыл да улар Ғәҙелша шарлауығы биләмәһенә сығып ял итеүҙән тыш, уның тирә-яғын сүп-сарҙан таҙарта. Шулай уҡ уның тәрбиәләнеүселәре ҙур конкурстарға үҙ моделдәрен тәҡдим итә. Әйтәйек, 2009 йылда Саша Макеев ха-лыҡ-ара конкурста ҡатнашып, лауреат исеменә лайыҡ була.

Л.Ә.Кѳмѳшҡолова алып барған «Йәш һыҙмасы» түңәрәге лә тотороҡло һәм уңышлы эшләп килә. Уның етәксеһе ѳлкән класс уҡыусыларын техник вуздарға әҙерләү буйынса ҙур эш башҡара. «Радиоконструкторлау», «Мауыҡтырғыс физика» түңәрәктәре лә киләсәген техник йүнәлештәге һѳнәрҙәр менән бәйләргә теләүселәргә ҙур ярҙам булып тора.

«Күңелле инглиз теле» тип исемләнгән берекмәлә иһә башланғыс класс уҡыусылары ихлас шѳғѳлләнә. Психолог Л.Л.Ҡәйүмова алып барған «Йәш психолог мәктәбе» берекмәһенә ѳлкән класс уҡыусылары күпләп йѳрѳй.

«Башҡортостан пионерҙары» хәрәкәте эше лә йәнле алып барыла. Үҙәктә тәжрибәле, белемле, мәғлүмәтле, ижади ҡарашлы педагогтар эшләй. Ѳҫтәмә белем биреү педагогтары конкурсында еңеүсе Е.А.Каплина «Йыл педагогы» конкурсында ѳсѳнсѳ урын яулаған. Методист А.Д. Вәлитова «Йыл методисы» конкурсында диплом менән бүләкләнгән.

Үҙәкте әлеге ваҡытта ижади күңелле, рухлы Элиза Ғүмәр ҡыҙы Кирәева етәкләй. Үҙ эшен яратып башҡарыусы етәксе яңынан-яңы идеялар менән яна. «Яуланған уңыштар менән генә сикләнеп ҡалырға ярамай,—ти Элиза Ғүмәр ҡыҙы.—Балалар ѳсѳн әллә күпме файҙалы шѳғѳлдәр тәҡдим итәбеҙ беҙ. Тик нишләптер мәктәптән һуң урам ҡыҙырған, йә булмаһа компьютер алдында кѳн үткәргән, үҙенә шѳғѳл таба алмай яфаланған ҡыҙҙар-малайҙар күп. Килһендәр, үҙҙәренең күңеленә яҡын түңәрәктәрҙе һайлаһындар. Тәрбиәләнеүселәребеҙ бассейнға бушлай йѳрѳү мѳмкинлегенә лә эйә».

Ҡала күләмендә ниндәй генә байрам, сара уҙғарылмаһын, үҙәк коллективы уның уртаһында ҡайнай. Йәш быуын күңеленә изгелек, матурлыҡ орлоҡтары ѳләшеүсе, маһирҙар, оҫталар, кѳслѳләр тәрбиәләүсе йорт ул Балалар ижады үҙәге.

Әле бында айырыуса йәнлелек күҙәтелә. Киләсәктә лә ижад үҙәге балаларҙың шат тауыштарынан гѳрләп торһон, педагогтарҙың изге эштәрендә яңынан-яңы уңыштар юлдаш булһын, тип теләйбеҙ.

Һүрәттә: «Йәш һыҙмасы» түңәрәгендә шѳғѳлләнеүселәр етәкселәре Л.Ә.Кѳмѳшҡолова менән.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap