Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
28.09.2012
ЮБИЛЕЙ БИК МАТУР ҮТТЕ
Untitled document

Быйыл үҙенең 95 йәшлек оло юбилейын билдәләүсе «Башҡортостан» гәзите Башҡортостанды иңләй-иңләй, уҙған йома Сибай ҡалаһына ла килеп етте.

Республикала нәшер ителгән милли матбуғат сараларының иң мәртәбәлеһе иҫәпләнгән «Башҡортостан» гәзитен юбилейы менән ҡотларға сибайҙар ғына түгел, күрше Баймаҡ, Йылайыр, Әбйәлил, Хәйбулла райондарынан гәзит уҡыусылар ашҡынып килгән ине. Сығыш яһаған һәр тѳбәк вәкиле артынса шул ерлектең халыҡ ынйылары концерт номеры менән сәхнәгә сыҡты. Баймаҡтарҙың телмәрен Рауил Харрасов үҙ йыры менән йәмләһә, хәйбуллалар «Сулпан» вокал ансамблен алып килгән. Йылайырҙан килгән «Айҙа болон» тѳркѳмѳ егеттәренең башҡарған йыры ла тамашасыларҙы дәртләндереп ебәрҙе. Әбйәлилдәрҙең «Сәсмәүер» фольклор тѳркѳмѳнѳң «Башҡортостан» гәзитенә арнап яҙған таҡмаҡтары хайран итте. Тос фекерле, тѳртмә телле инәйҙәрҙең сығышынан һуң, милли матбуғатҡа яҙылмау оят булыр тѳҫлѳ.

Эйе, осрашыуға килеүселәр редакция коллективын гәзиттең юбилейы менән генә ҡотлап ҡалманы, ә баҫмаға яҙылырға һәм башҡа таныштарын ѳгѳтләргә һүҙ бирҙе. Мәҫәлән, беҙ йәшәгән тѳбәк ѳсѳн яуаплы булған үҙ хәбәрсе Кәримә Усманованың ауылдаштары—күсейҙәр «Ауыл менән—«Башҡортостан»ға» акцияһына ҡушылырға вәғәҙәләне. Башҡалар иһә сәмләнеп китте һәм Күсей ауылы халҡынан ҡалышмаҫҡа һүҙ бирҙе.

Байрам кисәһендә телмәр тотоусыларҙың һәр береһе гәзиткә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе. Улар араһында «Башҡортостан»ды бала саҡтан уҡыусылар ҙа бар ине. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалы профессоры Ә.Барлыбаев: «Әлифба»нан да алда «Башҡортостан»ды уҡыным»,—тине. Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Х.Х.Сѳләймәновтың да сығышы йѳкмәткеле булды.

—«Башҡортостан» тѳрлѳ йылдарҙа тѳрлѳ исем менән сығып килде. Әммә нисек кенә булмаһын, ул булмышына, асылына тоғро ҡалды,—тине ул.

Быға тиклем республиканың кѳньяҡ-кѳнсығыш райондары тормошон гәзит биттәрендә яҡтыртып барыусы үҙ хәбәрселәр—Шәйхелислам Айсыуаҡов һәм Фәрит Әхмәровтарға, гәзиткә даими ярҙам итеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Бүләк тигәндәй, был кѳндѳ улар күп булды. Әлбиттә, тыуған кѳнгә буш ҡул менән килеп булмай. Осрашыуға килеүселәр «Башҡортостан»ды 95 йәше менән ҡотлап, ихлас теләктәрен еткерҙе. Шулай уҡ кисә барышында уйнатылған лото-уйынға үҙ приздарын ҡуйыусы предприятиелар, эшҡыуарҙар күп ине. Татлы бал, сәй сервиздары, саң һурҙырғыс, микротулҡынлы мейес, һут һыҡҡыс һәм тѳп приз—Сибай шифахана-профилакторийына путевка тамашасыларҙың күҙ алдында уйнатылды. Улар «Башҡортостан» гәзитенә киләһе йылға яҙылып ҡуйған бәхетле хужаларын тапты.

Дилә Заманова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap