Сибайҙа һауа торошо:
-21, -23 ° C 2 - 4 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
28.09.2012
ИНӘЙ-ОЛАТАЙҘАР ӘҮҘЕМЛЕК ЮҒАЛТМАЙ
Untitled document

 

Резеда Вәлиева

Һәр йыл һайын 1 октябрь—Ололар кѳнѳ яҡынлашҡас, ѳлкән йәштәгеләрҙе Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендә ҡабул итеү күркәм традицияға әүерелгән. 20 сентябрҙә ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары бүлек начальниктары менән бергә хаҡлы ялдағыларҙың мѳрәжәғәттәрен тыңлап, уларҙың һорауҙарына яуаптар ҡайтарҙы.

Ололарҙың күбеһен торлаҡ-коммуналь ѳлкәгә бәйле мәсьәләләр борсой. Быны хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары С.А.Вейденбахҡа мѳрәжәғәт итеүселәрҙең күп булыуы дәлилләй. Сергей Александровичҡа барлығы 32 пенсионер үҙ һорауын бирҙе. Кемдәрҙер етди проблеманы алға ҡуйһа, икенселәр фатир һорай. Мәҫәлән, 4-се ҡатта йәшәүсе Нәзиә инәйҙең ѳй стеналары дымланып, күгәреп тора икән. Был блоктар араһында ярыҡ барлыҡҡа килеүгә бәйле. Башлыҡ урынбаҫары тиҙ арала быны тикшерергә һәм хәл итергә һүҙ бирҙе. Ә бәғзеләр ҡырҙа йәшәүсе балаһына Сибайҙан фатир биреүҙәрен үтенә. Был мѳмкин түгел. Сѳнки, беренсенән, ул сит ҡалала пропискала тора, икенсенән, торлаҡ проблемаһы бѳгѳн бик киҫкен. Теләгән бер кешене фатирлы итеп тә булмай. Әле, федераль һәм республика кимәлендә ҡабул ителгән программаларға ярашлы, һуғыш ветерандары һәм уларҙың тол ҡалған ҡатындары ғына торлаҡ менән тәьмин ителеп килә. Был да юғарынан килгән сертификат ярҙамында ғына башҡарыла. Киләсәктә ҡалала социаль торлаҡ тѳҙѳү планлаштырылған. Уныһы инде тәү сиратта етем балаларға тапшырыласаҡ. Быларҙың барыһы ла мѳрәжәғәт итеүсе ололарға белгестәр тарафынан аңлатылды. Йәнә ѳйѳнә һыу үткәртеү кеүек кѳнкүреш мәсьәләләре менән килеүселәр булды. Билдәле, ҡала бюджетында һәр кемдең йортона нимәлер эшләп биреү ѳсѳн сығымдар ҡаралмаған. Был осраҡта үҙеңә, балаларыңа ғына ышанырға ҡала.

Хакимиәт башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары И.Р.Хәйруллинға 12 кеше мѳрәжәғәт итте. Бында иһә анығыраҡ мәсьәләләр ҡуйылған ине. Мәҫәлән, һуғыш ветераны, һаулығы үтә лә ныҡ ҡаҡшау сәбәпле, ҡышҡы миҙгелдә ваҡытлыса стационарға һалыуҙарын һораны. Сәймә исемле инәй иһә социаль хеҙмәткәр беркетеүҙәрен теләне. Был мәсьәләләрҙе хәл итеү бурысы Сибай ҡалаһының халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәгенә тапшырылды. Шулай уҡ пенсияға ҡағылышлы һорауҙар күп булды. Пенсия фонды начальнигы Земфира Илдар ҡыҙы урында уҡ ентекле яуаптар ҡайтарҙы. Ололар араһында табиптарға үпкә белдереүселәр бихисап. Кемдер сираттан үтә алмай, кемдеңдер амбулатор картаһын юғалтҡандар. Үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Олег Мѳкәрәм улы Хәкимйәнов быларҙың барыһын да тикшерергә һүҙ бирҙе.

Шуныһы ҡыуандыра: хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, бѳгѳн дә әүҙем позиция һаҡлап, ҡала тормошо менән ҡыҙыҡһынып, уның киләсәге ѳсѳн янып йәшәүселәр бар. Мәҫәлән, Х.С.Хәсәнов юлдарҙың асыҡлығын ҡаплаған ағас ботаҡтарын ҡырҡыуҙарын һораны. Ул шулай уҡ В.Маяковский һәйкәленең торошона иғтибар йүнәлтеүҙәрен теләне. Таулы ҡасабаһында йәшәүсе Әхмәт олатай Сыбарғошов иһә ҡасабала медпункт булмауына, юлдарҙың насарлығына үпкә белдерҙе. Уның үтенесенә шунда уҡ яуап ҡайтарылды. Ҡасабала яҡын арала медпункт асыу күҙаллана. Ә юлдарҙы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы белгестәре иртәгәһенә үк барып ҡарарға вәғәҙә бирҙе.

Хакимиәт башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Н.Ғ.Хәлиуллин иһә 4 пенсионерҙы ҡабул итте. Уларҙың 3-әүһе дәғүә белдерһә, 1-әүһе шәхси һорау менән килгән ине. Уларға ла урында уҡ яуап ҡайтарылды. Йәнә шуны әйтер кәрәк: бар мѳрәжәғәт итеүселәргә яҙма яуаптар ҙа ебәреләсәк.

Һүрәттә: хакимиәт башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Н.Ғ.Хәлиуллин ололарҙы ҡабул итә.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap