Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
02.10.2012
ХАС ТА ѲЙҘӘГЕ КЕҮЕК
Untitled document

 

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН

Күптән түгел оло йәштәге инәй менән һѳйләшеп торғайным. Тормоштоң әсе-сѳсѳһѳн байтаҡ татыған әңгәмәсем яңыраҡ Баймаҡ районы Тѳркмән ауылындағы дауаханала ятып сыҡҡан икән.

—Шѳкѳр, дауа килеште, йүгереп йѳрѳйѳм,—тип шатлығын уртаҡлашты ул. Инәйҙең һүҙҙәре уйға һалмай ҡалманы. Кемгә нисектер, шәхсән үҙем ауылдарҙа элекке кеүек участка дауаханаларының гѳрләп эшләүенә һәм дауалау сифатының юғары булыуына шикләнеп ҡарай инем. Был уй иһә беҙҙе Баймаҡ район дауаханаһының Тѳркмән ауылындағы шәфҡәт туташы хәстәрлеге бүлеге менән ҡыҙыҡһыныуға этәрҙе.

Эйе, ваҡытында был ауылда ла участка дауаханаһы гѳрләп эшләгән. 2005 йылда, башҡа ауылдарҙағы кеүек, Тѳркмәндәге учреждение ла ябылыуға дусар була. Шулай ҙа урындағы халыҡ ихтыяжын күҙ уңында тотоп, ике йылдан һуң амбулатория ишектәрен аса.

Тәртип тупһанан башлана тигәндәй, учреждениелағы бѳхтәлек һәм таҙалыҡ иғтибарҙы йәлеп итте. Беҙҙе ҡаршы алған табип-терапевт Салауат Йыһанур улы Азаматов һәм ѳлкән шәфҡәт туташы Гѳлбикә Әбдрафиҡ ҡыҙы Ишбирҙина менән әңгәмәләшәбеҙ.

—Беҙҙең бүлек оло йәштәгеләр, инвалид пенсионерҙар, инвалид балалар, хеҙмәт йәшендәге инвалидтар ѳсѳн тәғәйенләнгән. Бѳгѳнгѳ кѳндә Баймаҡ районы ауылдарынан 25 кеше дауалана,—ти Салауат Йыһанур улы. Әйткәндәй, Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған йәш табиптың хеҙмәт юлын башлауына күп ваҡыт та үтмәгән. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған белгес бүлек мѳдире вазифаһын да башҡара.

—Беҙгә тѳрлѳ ауырыуҙар менән мѳрәжәғәт итәләр. Шулай ҙа күберәк стационар дауаланыуҙан һуң килеүселәрҙе ҡабул итәбеҙ. Араларында ауыр хәллеләр ҙә бар,—тип һүҙгә ҡушыла Гѳлбикә Әбдрафиҡ ҡыҙы.

Шәфҡәт туташы хәстәрлеге бүлегендә барлығы 13 хеҙмәткәр иҫәпләнһә, шуларҙың 5-һен медицина персоналы тәшкил итә. Шәфҡәт туташтарының барыһы ла оҙаҡ йылдар эшләгән тәжрибәле белгестәр. Мәҫәлән, Гѳлбикә Ишбирҙина—1983, Әнисә Әминева 1986 йылдан алып эшләй.

Дауаланыусылар менән аралашыу мѳмкинлеге лә тейҙе.

—Бында ауыр хәлдә килеп ятҡайным. Бер нисә кѳндән тамам йүнәлдем. Үҙ эшен яҡшы белгән кешеләр эшләй,—ти Йомаш ауылынан Венера Хѳсәйенова. Уның һүҙҙәрен Аҡморондан килгән Маһикамал Рәхмәтуллина ла ҡеүәтләй.

—Үҙебеҙҙе шифаханала кеүек хис итәбеҙ. Бар уңайлыҡтар тыуҙырылған. Кѳнѳнә дүрт тапҡыр ашаталар, кәрәк икән, ял бүлмәһенә барып телевизор ҡарайбыҙ. Хас та ѳйҙәге кеүек,—ти ул.

Бына шулай, Тѳркмән ауылындағы шәфҡәт туташы хәстәрлеге бүлегендә дауаланыусылар мәнфәғәте тәүге урынға ҡуйылған. Уларҙың бурысы ла дауалау ғына түгел, оло йәштәге, ауыл хәлдәге ауырыуҙарҙың күңеленә ѳмѳт, ышаныс бүләк итеү...

Һүрәттә: бүлек хеҙмәткәрҙәре пациенттары менән.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap