Сибайҙа һауа торошо:
-21, -23 ° C 2 - 4 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
02.10.2012
МѲХӘББӘТҺЕҘ ТИП ӘЙТӘ КҮРМӘГЕҘ…
Untitled document

 

Резеда ВӘЛИЕВА

Ололар кѳнѳ алдынан күркәм пар Латыповтар менән танышырға насип булды. Улар йәшәгән йортҡа барып, мәҡәлә яҙырлыҡ мәғлүмәт туплап, фотоға тѳшѳрѳп ҡайтырға ыңғайлағанда Маһинур инәй: «Гәзиткә яҡшыраҡ фотоны һайлағыҙ инде. Фотоға мѳхәббәтһеҙ сыға ла ҡуям»,—тип хушлашты. Мѳхәббәтһеҙ…Был һүҙ ҡолаҡта оҙаҡ ҡына сыңлап торҙо. Күрәһең, инәй фотоға насар сығыуын әйтергә теләгәндер. Ѳлкәндәрҙең теле бай, бер һүҙендә генә лә күп яҡлы мәғәнә ята шул.

Ысынында, Маһинур инәй мѳхәббәтле. Ул йәшләй ҡауышҡан йәре менән ярты быуат бергә ғүмер кисерә. Татыу йәшәүҙең серен һорағас, ғаилә башлығы Ирек Яхья улы былай тип яуап ҡайтарҙы:

—Беҙ 1962 йылдың июнендә танышҡайныҡ, августа ѳйләнешеп тә ҡуйҙыҡ. Документ буйынса 19 октябрҙә бергә тороуыбыҙҙың алтын юбилейын билдәләйбеҙ. Беҙ икебеҙ ҙә 1937 йылғы. Бала сағыбыҙ ауыр һуғыш йылдарына тура килде, етемлектә үҫтек. Минең атай һуғышта вафат булды. 4 йәшемдә әсәйем донъя менән хушлашты. Мин балалар йортона эләктем. Маһинур ҙа туғандарында тәрбиәләнгән. Ауырлыҡтарҙы күреп үҫкәс, етемлектең әсеһен татығас, тормоштағы башҡа ваҡ мәшәҡәттәргә иҫебеҙ ҙә китмәне. Бер-беребеҙҙе аңланыҡ, яраттыҡ һәм ихтирам иттек. Айырылышыу, мѳхәббәт емеше булған 5 балабыҙҙы ата-әсәнең берҙәм тәрбиәһенән мәхрүм итеү уйы башыбыҙға инеп тә сыҡманы.

Быйыл үҙенең 75 йәшен билдәләгән уҙамандан шундай матур һүҙҙәр ишеттем: «Бер-беребеҙҙе аңланыҡ, яраттыҡ һәм ихтирам иттек». Ғүмер үренә үрләгәндә лә һѳйѳүҙе алға ҡуйған ғаиләне нисек мѳхәббәтһеҙ тип әйтергә тел әйләнһен?! Мѳхәббәтле һеҙ, Маһинур инәй һәм Ирек олатай. Бѳгѳн 2 ҡыҙығыҙҙың, 3 улығыҙҙың, 10 ейән-ейәнсәрегеҙҙең шатлығын уртаҡлашып, изгелеген күреп, ихтирам-хѳрмәтен тойоп бәхетле йәшәйһегеҙ. Күҙ теймәһен! Оло йәштә һәм һаулығығыҙ ҡаҡшауға ҡарамаҫтан, баҡса эше менән шѳғѳлләнәһегеҙ. Был да маҡтауға лайыҡ. Һеҙҙең быуын кешеләре эшһеҙ ултыра алмай шул. Йәшлек йылдарығыҙҙы ла хеҙмәткә бағышлағанһығыҙ. Ирек олатай 7 йыл комбинатта эшләп, аҙаҡ 34 йыл буйына АТП-ла водитель була. Бѳгѳн улдары аталарының юлын дауам итә. Маһинур инәй иһә комбинатта юл эшсеһе була. Ҡатын-ҡыҙ ѳсѳн был еңел эш түгел, ләкин ул зарланмаған. Латыповтар әле лә зарланмай. Тормоштан ҡәнәғәт улар. Һәр атҡан таңға шатланып, шыжлап торған самауыр артында сѳкѳрләшеп сәй эсеп, тиң ҡартлыҡта ғүмер кисерә.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap