Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
12.10.2012
ТЕТРӘНДЕРГЕС СӘХНӘ ӘҪӘРЕ
Untitled document

 

Хәйҙәр Тапаҡов

Талантлы шағир Салауат Әбүзәров кѳтмәгәндә ең һыҙғанып сәхнә әҫәрҙәре яҙыуға кереште лә китте. Кѳтмәгәндә, тип әйтеүем урынлы ла булмаҫ бәлки, сѳнки сәхнә донъяһының үҙенә генә хас нескәлектәрен аңлап бѳтѳрмәйенсә тороп, был шѳғѳлгә ынтылыуға йѳрьәт итеү бер ваҡытта ла уңыш килтермәй. Әҙәбиәттә драма жанры иң ҡатмарлыларҙан иҫәпләнә, шуға ла бит бѳгѳнгѳ театрҙарыбыҙ драматургтарға, яҡшы сәхнә әҫәрҙәренә ҡытлыҡ кисерә. Салауаттың шағир ҡәләмен драма битлегенә алмаштырыуы күптәрҙә хаҡлы ҡыҙыҡһыныу уятты. Тәүге ижад емеше «Хыялый» спектакленә, нисек булыр икән был тип, бер аҙ борсола биреп тә барғайным, театрҙан ҡәләмдәшем ѳсѳн ысын мәғәнәһендә ҡыуанып сыҡтым. Талантлы кеше һәр саҡ һәм бѳтә ерҙә лә талантлы инде ул! Бына, ниһайәт, Салауат Әбүзәров сәхнә һѳйѳүселәргә сираттағы эшен тәҡдим итте. «Әсир» пьесаһын «Ғүмерлек ғазап» исеме аҫтында Сибай дәүләт башҡорт драма театры әҙерләп, тамашасы хѳкѳмѳнә сығарҙы. Баштан уҡ шуны билдәләп үтмәксемен: был спектакль театр репертуарына оҙаҡҡа килде, быныһына иманым камил. Спектаклгә тотош ижади состав йәлеп ителгән, унда бер юлы коллективтың йѳҙѳн тәшкил иткән арҙаҡлы артистарыбыҙ һәм театрға яңы аяҡ баҫҡан йәштәр уйнай. Шулай итеп быуындар күсәгилешлеге һаҡлана, ѳлкәндәрҙең оҫталығын йәштәр күреп үҫә һәм күп йылдар арауығында тупланған традицияларҙы ары дауам итә. Тимәк, театрҙың халыҡсан тигән исеме киләсәктә лә һаҡланасаҡ.

Ике бүлектән торған «Ғүмерлек ғазап» драмаһына килгәндә, ундағы конфликт тамашасыны баштан уҡ тотоп ала һәм аҙағынаса тетрәндергес кисерештәр солғанышынан ысҡындырмай. Шул кѳсѳргәнешлек, «ары нимә булыр икән?» тип тулҡынланып тамаша ҡылыу драманың бѳтѳнлѳгѳн тәшкил итә лә инде. Спектаклдең режиссеры—Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Мәзит улы Ғәлимов. Талантлы режиссерҙың ябайлыҡҡа, халыҡсанлыҡҡа, тормошсанлыҡҡа ҡоролған үҙенә генә хас алымдары бар, уның ижадын башҡаларҙың сәхнә эштәре менән бутау мѳмкин түгел, «Ғәлимов мәктәбе» Сибай театрында күптән тѳплѳ урын алған.

Сәхнә асылыу менән матур ауыл ѳйѳнѳң сәнскеле тимер сыбыҡ менән уратып алыныуын күргән тамашасы бер аҙ аптырай биреп тә ҡалғайны. Баҡтиһәң, ана шул символик әйбер тотош спектаклдең арҡа һѳйәген тәшкил итә икән дә баһа. Символизмға «Бейеш» кѳйѳнѳң тетрәндереп ҡушылып китеүе, Сәлмәндең хәтерләүҙәрендәге алыш гѳрһѳлдәүҙәре лә, концлагерҙағы овчаркаларҙың ѳрѳүен ишетеү ҙә береһе икенсеһен тулыландыра, драманың офоҡтарын киңәйтә, уның эстәлеген тәрәнәйтә. Бында рәссам Зилә Нурғәлиеваның, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, композитор Урал Иҙелбаевтың эштәре хуплауға лайыҡ.

Йорт хужаһы Сәлмән (Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин) ауылда «артыҡ, онотолған кеше»; уны олоһонан алып кесеһенә тиклем ѳнәп бѳтѳрмәй; атын, баҫыуға тѳштѳ тип, аҙбарға ябырға аңдып ҡына торалар; Еңеү кѳнѳн ветеран ѳйѳндә әбейе менән генә билдәләп үтергә мәжбүр. Сәбәп—1943 йылда дошманға әсирлеккә эләгеп, һуғыш бѳткәс кенә ҡайтып тѳшкән икән ул. Драманың башында уҡ Сәлмәндәргә военкомат вәкиле Лейтенант (Салауат Вәлиев) килеп, Оборона министрлығынан элекке әсирҙең шәхесен асыҡларға ҡушыуҙары тураһында белдерә. Ошо ерҙән башлана ла инде тѳп тѳйнәлеш, уны артистар ғына түгел тамашасы ла күңеле аша үткәреп, кисәнең аҙағынаса тағата. Сәлмәндең ихата ҡапҡаһына сыймаҡланған ҡара тәре ише яҙмышына ла «һатлыҡ йән» мѳһѳрѳ баҫылған, шул тамғанан ул бер нисек тә ҡотола алмай. Хәйер, ул үҙенең сафлығын иҫбатларға йыйынмай ҙа шикелле, янында уны хѳрмәт иткән ҡатыны Ғәлимә (Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәмилә Хоҙайғолова) һәм тоғро аты ғына бар. Уның йорто ғына түгел, күңеле лә, булмышы ла ана шул сәнскеле тимер сыбыҡҡа уратылған. Риф Сәйфуллиндың спектакль мәлендә пауза тота белеүе күптәрҙе хайран итә, образдары йыш ҡына баҫып тороу, атлап йѳрѳү, ым-ишара, ҡараш аша тамашасыға еткерелә. Тәү тапҡыр Риф Сәйфуллинды сәхнәлә һикһәненсе йылдарҙа Туфан Миңнуллиндың «Ҡырҙарым-туғайҙарым» спектаклендә Закир ағай Ханов менән бергә уйнағанда ҡарағайным, шунан бирле уның ижад донъяһы миңә яҡын һәм таныш.

Ә Рәмилә Хоҙайғолованың Ғәлимәһенә килгәндә, уға башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының итәғәтлеге, тыйнаҡлығы, түҙемлеге һыйған. Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, Бәҙәр Йосопова исемендәге премия лауреаты Рәмилә Хоҙайғолованың уйнауы Сибай театрының ғына түгел, Башҡорт театр донъяһының үҙе бер ҡабатланмаҫ күренеше, йәме. Сәхнәгә бағышланған илле йыл барышында Рәмилә апай тарафынан тотош образдар галереяһы тыуҙырылған һәм уларҙың һәр береһе оҙаҡ ваҡытҡа тамашасы хәтерендә уйылған.

Бригадир Мәхмүт (артист Венер Сѳнәғәтов) образы ла баҙыҡ килеп сыҡҡан. Уның уңышы менән артисты тәбрик итергә генә ҡала. Тәбиғәте менән баҫалҡы, тыйнаҡ Венерға уҫал, үсле, тупаҫ ауыл түрәһен һынландырыуы, моғайын, еңелдән булмағандыр. Венер Сѳнәғәтов бѳгѳн театрҙың тѳп кѳстәренең береһен тәшкил итә, ул күптән «атҡаҙанған» исеменә лайыҡ. Әлбиттә, был минең шәхси фекерем һәм теләгем, юғары исемдәр иртәме-һуңмы килер, иң мѳһиме үҙ һүҙен әйтер артист бар.

Дания Ғѳбәйҙуллина (Сәкинә), Шәүрә һәм Шамил образдарын һынландырыусы Румиә Рәхимова, Морат Амантаевтар—театрҙың йәш кѳстәре. Улар әле ижад инешенең башында ғына тора, әммә сибайҙарса уйнап китеүҙәренә ѳмѳт бар.

Йыйнаҡ ҡына мәҡәләлә бар спектаклдең эстәлеген тәфсирләп теҙеп сығыуҙы ла маҡсат итеп ҡуйманым, артистарҙың уйнауын саманан аштырып маҡтау ҙа тѳп ынтылышым түгел ине. Премьеранан әҫәрләнеп сыҡтым. Театрҙың тѳп тәғәйенләнеше—тамаша аша тамашасыны ѳмѳтләндереү, сәмләндереү, яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа ѳндәү бит ул.

«Етешһеҙлектәр ҡайҙа?» тигән һорауҙың бирелерен дә алдан тойомлайым һәм уға яуап бирергә лә әҙермен. Миңә ҡалһа, спектаклдең финал ѳлѳшѳ бер аҙ һуҙыла тѳшкән кеүек. Сәлмәнгә Оборона министрлығынан ордендар һәм миҙал килеп тѳшә, драма ошо ерҙә тамамланып ҡуйһа, арыу булмаҫ инеме икән? Шамилдың армияға барып ҡайтыры, әсәһе Ғәлимәнең, һѳйгән ҡыҙы Шәүрәнең сабырһыҙланып кѳтәсәге һүҙһеҙ ҙә аңлашыла. Йәнә һуңғы мәлдә, ошоғаса күршеләрен яманлап хәбәр таратҡан ғәйбәтсе Сәкинәнең, сыбыртҡылы бригадирҙың орденлы яугиргә ҡарата мѳнәсәбәттәренең ҡырҡа ғына ыңғай яҡҡа үҙгәреп китеүе лә ышандырып бѳтмәй.

Бѳтә яҡтан камил әҫәр ижад итеү бер ваҡытта ла мѳмкин булмаған эш. Мин яҙғандар менән ҡайһы берәүҙәр килешеп тә бѳтмәҫ, сѳнки театрҙа нисә урын булһа, тамашасы ла шунса тѳрлѳ фекер йѳрѳтә, быныһы тәби-ғи. Ә әҫәр, бигерәк тә сәхнә әҫәре бәхәс тыуҙыра икән, ул йәшәүгә хаҡлы. Ә «Ғүмерлек ғазап» башта уҡ билдәләп үткәнемсә, Сибай театрының түрен оҙаҡ йәмләйәсәк әле, быныһын шикләнмәйсә әйтергә мѳмкин.

Һүрәттә: спектаклдән күренеш.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap