Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
ГЕПАТИТТАН ҺӘМ КИҘЕҮҘӘН ҺАҠЛАНЫҒЫҘ!
Untitled document

Гѳлдәр ДӘҮЛӘТШИНА

3 октябрҙә Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендә санитар-эпидемиологик комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Унда грипп һәм «А» гепатитын профилактикалау буйынса һѳйләшеү алып барылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Сибай ҡалаһында ла «А» гепатиты инфекцион сире менән ауырыусылар теркәлгән. Йәйгеһен республиканың Ейәнсура районында гепатит менән бер нисә тиҫтә кеше ауырып киткәйне. Сибайҙағы ауырыуҙар тап ошо район сирлеләре менән бәйләнештә булған.

—Сирҙе ваҡытында профилактикалау күп бәләләрҙән йолоп алып ҡаласаҡ. Табиптар үҙҙәренең мѳмкинлектәрен белергә, медицина учреждениелары етәкселәре кадрҙар составын яңынан ҡарап сығырға тейеш. Эпидемия ҡурҡынысы тыуған осраҡта дауаханала сирлеләрҙең барыһына ла урындар етерлек булһын. Шулай уҡ профилактика эшенә бѳтә етәкселәрҙе йәлеп итергә кәрәк. Улар үҙҙәренең эшселәренең һаулығын ҡайғыртырға, эш урындарын йылытырға һәм дезинфекцияларға бурыслы,—тине сараны асып, ҡала округы хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Илгиз Рәхимйән улы Хәйруллин.

Артабан һүҙ Роспотребнадзор идаралығы начальнигы урыбаҫары Исхаҡ Фәрит улы Ғилмуллинға бирелде.

—Үткән йылда ҡала халҡының 32 процентына киҙеүгә ҡаршы прививка эшләнде. Быйыл да республика бюджетынан 20575 доза вакцина бүленде. Тәү башта балалар баҡсалары, мәктәп уҡыусылары һәм студенттар вакцинацияланасаҡ. «А» гепатитына ҡаршы прививкалар эшләү ҙә дауам итә. Теләге булған һәр кеше дарыухананан вакцина һатып алып эшләтә ала. Иң ябай гигиена ҡағиҙәләрен үтәргә онотмағыҙ. Юҡҡа ғына был ауырыуҙы «бысраҡ ҡулдар» ауырыуы тип атамағандар. Сирҙең билдәләре булып тән температураһының күтәрелеүе, тәндең һәм күҙ ағының һарғайыуы, ашҡаҙан ауыртыуы, ҡоҫҡо килеү һәм башҡалар тора. Шулай уҡ инфекция эләктереүсене биҙгәк тота башларға ла мѳмкин. Вирус иң элек бауырҙы зарарлай. Ваҡытында дауаланмаған кеше аҙаҡ ғүмер буйы бауыр сире менән яфаланыуы ихтимал. Ауырыуҙың тәүге билдәләре һиҙелеү менән кисекмәҫтән табипҡа мѳрәжәғәт итеү зарур,—тине ул үҙ сығышында.

Ултырышта ошо мәсьәләләргә бәйле сығыштар яңғыраны һәм һығымталар яһалды. Ҡайһы бер учреждениеларҙа шәфҡәт туташтарының етешмәүе лә һыҙыҡ ѳҫтѳнә алынды.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap