Сибайҙа һауа торошо:
-21, -23 ° C 2 - 4 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
12.10.2012
ТОҒРО ҠАЛАМ ҺИҢӘ, ТЫУҒАН ҠАЛАМ!
Untitled document

 

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН

Был һүҙҙәрҙе әйткәндә күҙ алдына, тәү сиратта, ҡала үҫеше ѳсѳн тос ѳлѳш индергән хеҙмәт алдынғылары килеп баҫа. Ысынлап та, улар Сибай намыҫына тап тѳшѳрмәгән, үҙҙәренең данлы хеҙмәте менән ҡаланы яңы бейеклектәргә күтәргән. Ҡала кѳнѳ алдынан Почетлы граждандар менән осрашып, уларҙан тәьҫораттары һәм иҫтәлектәре менән уртаҡлашыуын һораныҡ.

Әбүбәкер Насырйән улы Рәсүлев—Бѳйѳк Ватан һуғышы ветераны, РСФСР-ҙың атҡаҙанған тѳҙѳүсеһе, БАССР Президиумы Юғары Советының Почет грамотаһы, «Фиҙаҡәр хеҙмәте ѳсѳн» миҙалы, Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Октябрь Революцияһы ордендары менән бүләкләнгән.

—Һуғыштан һуңғы йылдар. Бар емереклектәр тергеҙелә, илдә тѳҙѳлѳш эштәре башланған саҡ. Сибайҙың «Башмедьстрой» тресына килеп, хеҙмәт юлымды башлауым да шул осор, йәғни 1949 йыл менән бәйле. Әлбиттә, ул ваҡыт менән бѳгѳнгѳ кѳндѳ сағыштырырлыҡ түгел. Ҡала урынында ҡола ялан, саҡ ҡына арыраҡ Сибай ҡасабаһы урынлашҡан ине. Тѳҙѳлѳш эштәренең барыһы ла тиерлек ҡул кѳсѳ менән башҡарыла. Бѳгѳнгѳләй хәтеремдә, ошо урында ҡала тѳҙѳләсәге хаҡында ишетеп, ышанмайыраҡ йѳрѳгәйнек. Ул заман кешеһенә ҡала тѳҙѳү буй етмәҫлек эш кеүек күренә ине. Тәүге ике ҡатлы йорттар Киров урамында иген баҫыуы уртаһында ҡалҡып сыҡты. Артабан хәҙерге 24-се һѳнәрселек лицейына, ҡала милицияһы бинаһына нигеҙ һалынды. Ғѳмүмән, 1955 йылдан һуң ҡалала тѳҙѳлѳш әүҙемләште. Эш шарттары ла ярайһы уҡ еңелләште. Башта ике-ѳс ай тѳрлѳ эштәрҙе башҡарырға тура килһә, артабан бригадир итеп тәғәйенләнеп, хаҡлы ялға тиклем ошо йѳктѳ тартырға тура килде. Шуны әйтеү мѳһим: ҡалалағы байтаҡ ҡына объекттар беҙҙең бригада тѳҙѳүсе-ләре тарафынан сафҡа индерелде.

Бѳгѳн иһә беҙҙең ҡулдар тарафынан тѳҙѳлгән йорттарға ҡарайым да, күңелде шатлыҡ тойғоһо биләй. Шуныһы ҡыуаныслы, Сибай ҡалаһының үҙенә генә хас традициялары бар һәм улар әле лә һаҡлана.

Сәфиулла Ғайса улы Хәсәнов—хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почетлы транспорт хеҙмәткәре, оҙаҡ йылдар Сибай АТП-һының баш инженеры һәм директоры вазифаһын башҡарҙы.

—Сибай ҡалаһы менән хеҙмәт эшмәкәрлегемдән тыш, бала саҡ, үҫмер һәм йәшлек йылдарым да тығыҙ бәйләнгән. Баймаҡ районы Хәсән ауылында тыуып үҫһәм дә, башҡа ауылдаш тиҫтерҙәрем кеүек ҡала мәктәбен тамамланым. Башҡорт баҡыр-кѳкѳрт комбинатында тәжрибә туплағандан һуң, Сибай АТП-һына шофер булып эшкә урынлаштым. Әйткәндәй, хәрби хеҙмәттә лә ошо һѳнәрҙе ныҡлап үҙләштереү мѳмкинлеге тейҙе. Ҡаланың үҫешкән ваҡыты. Тѳҙѳлѳш эштәре гѳрләп торған мәл. Бер-бер артлы ит, һѳт-консерва комбинаттары, тегеү фабрикаһы, элеватор, икмәк заводы, белем биреү учреждениелары сафҡа инеүе, яңы ҡасабалар барлыҡҡа килеүе предприятиены киңәйтеү зарурлығын тыуҙырҙы. Сѳнки эшселәрҙе, Башҡорт баҡыр-кѳкѳрт комбинаты тарафынан үҙләштерелгән руданы ташыу, колхоз-совхоздарҙың игендәрен элеваторға, «Башмедьстрой» тресының йѳктәрен ҡала һәм райондарға алып барыу беҙҙең иңгә һалынғайны.

80-90-сы йылдар ҡала үҫеше ѳсѳн генә түгел, предприятие ѳсѳн дә күп яңылыҡтар алып килде. Сибай ҡалаһы мәҙәни һәм белем биреү үҙәгенә әйләнде. Уҡыу йорттарында белем алыусы студенттар һаны күбәйҙе. Ә был иһә үҙ сиратында, автобус маршруттарының һанын арттырыуҙы талап итте. Сибай ҡалаһын район үҙәктәре менән тоташтырҙыҡ, Мәскәү, Екатеринбург, Магнитогорск, Силәбе, Орск һәм Яр Саллы кеүек ҙур ҡалаларға рейстар асылды. Урал аръяғы райондарында ла беҙҙең предприятиеның филиалдары барлыҡҡа килде. Техниканы һаҡлау һәм ремонтлау маҡсатында Сибай АТП-һының үҙендә лә күп кенә тѳҙѳлѳш эштәре башҡарылды. Нисек кенә булмаһын, ул йылдарҙа предприятие тотороҡло эшләне. Барлығы 500-гә яҡын кеше хеҙмәт итте. Йәғни, Сибай АТП-һы ҡала үҫешенә тос ѳлѳш индерҙе, тип һис икеләнмәйенсә әйтергә мѳмкин.

Римма Шәрифйән ҡыҙы Афзалова—СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы, Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының күҙ микрохирургияһы бүлеге мѳдире.

—1974 йылда Башҡорт дәүләт медицина университе-тын тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Сибай ҡалаһына эшкә ебәрҙеләр. Бында бер тапҡыр ҙа булғаным юҡ ине. Килеп тѳшкәс тә, Ѳфѳләге кеүек такси кѳтә башланым. Арыу уҡ ваҡыт үткәндер, такси юҡ та юҡ. Бер оло инәйҙән һорашһам, «Беҙҙә автобустар ғына йѳрѳй»,—тип яуапланы. Шунан йәмәғәт транспортына ултырып китергә тура килде. Сибайға килеүемә 40 йыллап ваҡыт уҙһа ла, ошо ваҡиға күңелгә уйылып ҡалған.

Ул йылдарҙа Сибай дауаханаһында күҙ ауырыуҙары бүлеге юҡ ине. Ауырыуҙарҙы неврология бүлеге ҡабул итһә, операцияларҙы Магнитогорск һәм Баймаҡ ҡалаларында яһанылар. Тәүге йылдарҙан уҡ айырым күҙ ауырыуҙары бүлеге асыу уйы менән яндым. Ни ѳсѳн тигәндә, быны пациенттарҙың күп булыуы талап итте. Баш табипҡа, министрлыҡҡа мѳрәжәғәт итеүҙәр юҡҡа булманы, 1986 йылда бүлек асылды.

Дүрт тиҫтә йылға яҡын йәшәү дәүерендә, Сибай йѳрәгемдә ныҡлы урын алды. Бергә уҡыған дуҫтарым ҡунаҡҡа килгән саҡтарында, был ҡола яланда нимә таптың, тип ғәжәпләнә торғайны. «Бында алсаҡ күңелле, рухлы башҡорт халҡы йәшәй. Күк йѳҙѳ лә бында яҡтыраҡ, ҡояш та сағыуыраҡ кеүек»,—тип яуаплайым. Сибайҙа мин мѳхәббәтемде таптым, ошонда әсәй булдым.

Ваҡыт уҙыу менән ҡалабыҙ үҫте, матурайҙы. Яңы мәктәптәр, уҡыу йорттары ҡалҡып сыҡты, социаль объекттар, бар уңайлыҡтары булған дауахана тѳҙѳлдѳ. Күңелде ҡырған күренештәр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, элек комбинат гѳрләп эшләне, күпме кешене эш менән тәьмин итте. Бер туҡтауһыҙ тауар поездары йѳрѳп торҙо, самолеттар осто. Ошолар ҡалаға үҙенсә йәм бирә ине. Киләсәктә Сибай иҡтисади йәһәттән үҫешһен, халҡы етеш, матур тормошта йәшәһен. Йәштәргә яңы эш урындары булдырылып, улар ошонда тѳпләнеп, ғаиләле, бала-сағалы булып йәшәһәләр, тимәк, ҡалабыҙ ҙа үҫәсәк, сәскә атасаҡ. Сибайға яҡты, ышаныслы киләсәк теләйем!

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap