Сибайҙа һауа торошо:
-23, -25 ° C 1 - 3 м\с C
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
17.10.2012
ҠЫУАНЫСТАРҒА БАЙ БУЛДЫ БАЙРАМ
Untitled document

 

12 октябрҙә Сибай ҡалаһында шаулап-гѳрләп Ҡала кѳнѳ үтте. Сараға мәртәбәле ҡунаҡтар—Башҡортостан Республикаһы Президенты Рѳстәм Зәки улы Хәмитов, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Павел Владимирович Крашенниников, республика Президенты кәңәшсеһе Андрей Геннадьевич Назаров, республиканың мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай депутаттары Эльвира Әхтәм ҡыҙы Юнысова һәм Ғаяз Зәкир улы Шәриповтар килде.

Тарихи һәйкәл ҡалҡты

Башта делегация ағзалары 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы башҡорт полктарына арнап тѳҙѳлгән һәйкәлде асыуҙа ҡатнашты. 7,5 метр бейеклектә булған, бронзанан ҡойолған тарихи объекттың Сибайҙа ҡалҡып сығыуы юҡҡа түгел. Нәҡ шул йылдарҙа Тѳйәләҫ һәм Ҡарағайлы йылғаһы ҡушылдығында башҡорт полктарын әрмегә әҙерләү ойошторола.

Һәйкәлде тиҙ арала скульптор В.И.Кириллов етәкселегендәге Мәскәүҙән килгән ижади тѳркѳм атҡарып сығыуға иреште.

Республика Президенты кәңәшсеһе Андрей Геннадьевич Назаров һәм Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы Сѳләймәнов тантаналы рәүештә һәйкәлде асҡандан һуң, һүҙ Башҡортостан Президенты Рѳстәм Зәки улы Хәмитовҡа бирелде.

—Бѳгѳн тарихи әһәмиәткә эйә булған һәйкәлде астыҡ. Ул Сибай ҡалаһын ғына түгел, ә Урал аръяғы тѳбәген, бѳтә Башҡортостанды йәмләйәсәк. Бынан 200 йыл элек беҙҙең әлеге республикабыҙ биләмәһенән генә 20-гә яҡын полк Ватаныбыҙҙы һаҡлау ѳсѳн яу яланына юллана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күбеһенә әйләнеп ҡайтырға насип булмай. Бѳгѳн башҡорт полктары хаҡында бар Европа белә. Уларҙың батырлыҡтары күңелдәрҙә быуаттар буйына һаҡланасаҡ,—тине ул.

Сибай ҡалаһының ветерандар советы рәйесе Рәшит Хәйҙәр улы Иҙрисов та һәйкәлдең әһәмиәтен һыҙыҡ ѳҫтѳнә алды.

—Ҡаһарманлыҡтың онотолмауы ҡыуаныслы. Илебеҙ тарихында ҙур урын тотҡан 200 йыл элекке ваҡиғаны мәңгеләштереүҙең шаһиты булдыҡ. Шуны әйтеү мѳһим: башҡорт полктарына арналған был скульптура—республикала тәүгеһе. Башҡорт яугирҙәре барлыҡ яуҙарҙа ла Ватанын лайыҡлы һаҡлаған, бѳгѳн дә әрме сафтарында егеттәребеҙ уңышлы хеҙмәт итә,—тине Рәшит Хәйҙәр улы.

Сибай сәнғәт колледжы студенттары тарафынан Гренадерск полкы һәм Ржевск полкы марштары уйнап торолоуы, «Башҡорт яугирҙәре» бейеүе һәм ҡурайсылар ансамбле тарафынан «Урал» башҡорт халыҡ кѳйѳ башҡарылыуы сараға йәм ѳҫтәне.

Барыһы ла халыҡ мәнфәғәтенә

Артабан ҡунаҡтар Кѳнсығыш биҫтәһендә Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы эшселәре ѳсѳн тѳҙѳлгән 35 фатирлы йорт менән танышты. Фатирҙар башлыса дефицит профессиялы һәм ер аҫты эштәрендә хеҙмәт иткән эшселәргә биреләсәк. Йәш белгестәр ҙә был бәхеттән ситтә ҡалмаясаҡ. 10 йылға бүлеп түләү мѳмкинлеге менән бирелгән фатирҙарҙың тәүге иғәнәһе ни бары 10 процент тәшкил итә. Республика Президенты Рѳстәм Зәки улы комбинатта шахтер булып эшләгән Юнир Ниғмәтуллиндың ғаиләһе менән аралашты.

—Хеҙмәт кешеһенең эшен баһалауығыҙ ѳсѳн ихлас рәхмәтлебеҙ. Бындай хәстәрлек беҙҙең эшебеҙгә ҙур яуаплылыҡ ѳҫтәй,—тип бәхетле ғаилә башлығы шатлыҡтары менән уртаҡлашты.

Рѳстәм Зәки улы реконструкция эштәренән һуң ишектәрен асҡан Һаҡлыҡ банкыһы бинаһы менән дә танышты. Офис бер нисә ѳлѳшкә бүленгән. Кѳн әйләнәһенә үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү зонаһы, интернет-банкинг, балалар зоналары эшләй. Сират электрон система буйынса башҡарыла. Әйткәндәй, бынан ярты йыл самаһы элек бындай офис Таусылар проспекты, 11 адресы буйынса ла асылғайны. Йыл аҙаҡтарында ошондай офисты Кѳнсығыш биҫтәһендә асыу күҙ уңында тотола.

Ҡунаҡтар «Ирәндек» боҙ һарайында ҡышҡы спорт тѳрҙәре буйынса сығыштар ҡараны. Бында шорт-трек буйынса республика һәм Рәсәй бәйгеләре еңеүселәре һәм призерҙары, фигуралы шыуыу секцияһы тәрбиәләнеүселәре, «Горняк» хоккей клубының йәш хоккейсылары һәм «Алтын шайба» республика финал уйындарының призерҙары үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтте.

Күргәҙмәләрҙә—ҡала үҫеше

Ҡала предприятиелары һәм эшҡыуарҙар тарафынан ҡуйылған күргәҙмә һәр кемдең күңелендә ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Мәҫәлән, УГОК-тың Сибай филиалы һәм «Башҡорт баҡыры» йәмғиәте яңы техникаһын күрһәтһә, элеватор менән «Урал аръяғы продукттары» йәмғиәте үҙ продукцияһын тәҡдим итте. «Девятов һәм Ко», «Сибай йәшмәһе» оҫтаханаларының күргәҙмәһе лә бай ине. Сибай ҡала типографияһында нәшер ителгән баҫмаларҙы делегация ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны.

«Буранбай», «Ҡырағай тѳбәк» туристик фирмалары, Сибай шифахана-профилакторийы күргәҙмәһе лә ҡунаҡтарҙың иғтибарынан ситтә ҡалманы. Шулай уҡ республика башлығы быйма баҫыу, мебелдәр эшләү эшмәкәрлеге менән дә танышты.

Ҡала кѳнѳ үткәрелгән М.Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы иртәнсәктән шат ауаздарға, йыр-моңға күмелде. Байрам сараһының оло ҡунаҡтарын «Гѳлдәр» ѳлгѳлѳ бейеү, «Афарин», «Кѳн-бағыш» вокал ансамблдәре балалары йыр-бейеү менән ҡаршы алды.

Ҡала һәм Республика кѳнѳнә ҡарата театрлаштырылған тамаша тарихи ваҡиғаларҙан башланып китте. Октябрь революцияһы юлбашсыһы В.И.Лениндың Башҡортостандың Үҙәк шураһы рәйесе Зәки Вәлиди менән 1919 йылдағы осрашыуы күрһәтелеп, Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһы тѳҙѳлгән тарихи йылдар тѳпкѳлѳнә байҡау яһалды.

Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Х.Х.Сѳләймәнов ҡала халҡын ихлас күңелдән тәбрикләне. «Сибайҙар сираттағы байрамын иҡтисад һәм социаль ѳлкәләрҙәге лайыҡлы эштәре, яҡшы һѳҙѳмтәләр менән ҡаршылай. Бѳгѳнгѳ ҙур байрам менән ҡотлап, барығыҙға ла изгелек, именлек, бәхет теләйем. Бар хыялдарығыҙ, ѳмѳттәрегеҙ тормошҡа ашһын, эштәрегеҙ алға барһын»,—тине ул үҙ сығышында.

Артабан таусылар, шахтерҙар, тѳҙѳүселәр һәм башҡа күркәм һѳнәр эйәләре ҡалаһы булған Сибай һәм уның хеҙмәтсән халҡы данланды. Байрам сәхнәһенә Президент стипендиаттары А.Ғүмәров (Сибай сәнғәт колледжы), Н.Окунева, Г.Ниғмәтуллина (педагогия колледжы), И.Неретина, Е.Ющенко (политехник колледж), Д.Ғәлин (сауҙа-иҡтисад колледжы) күтәрелде. Уларға республика Президенты Р.З.Хәмитов дипломдар тапшырҙы. 12 бала тәрбиәләгән Юхно, 5-әр балалы Пеняевтар, Камалетдиновтарҙың татыу ғаиләләре торлаҡ сертификаттары алып ҡыуанды.

Сәхнәне бер-бер артлы хеҙмәт батырҙары биҙәне. Бар ғүмерен туған ҡалаһы үҫешенә бағышлаған шәхестәрҙең—Сибайҙың Почетлы граждандарының сәхнәгә күтәрелеүе мәртәбәле күренеш булды. Сәнәғәт, тѳҙѳлѳш, транспорт, медицина, мәғариф, сауҙа, мәҙәниәт һәм башҡа ѳлкәләрҙә эшләп, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған һѳнәр эйәләре лә оло хѳрмәт менән сәхнәгә саҡырылды. Ә Үҙәк дауахананың баш табибы урынбаҫары Г.М.Бәкирова, ѳлкән шәфҡәт туташы Л.Г.Кириллова, диагностика табибы Г.С.Шелиховалар республиканың һаулыҡ һаҡлау отличнигы маҡтаулы исеменә лайыҡ булды. Шулай уҡ оҙаҡ йылдар үҙ эштәренә тоғро ҡалған тѳрлѳ тармаҡ хеҙмәткәрҙәре ҡала хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Был кѳндѳ шулай уҡ быйыл гәүһәр, алтын туйҙарын билдәләгән һоҡланғыс туғыҙ пар тәбрикләнде.

Ҡала кѳнѳ алдынан тѳрлѳ конкурстар иғлан ителгәйне. «Иң яҡшы административ бина» номинацияһында «Ирәндек» боҙ һарайы, Башҡорт шахта үтеү идаралығы, «Башинформсвязь» йәмғиәте билдәләнде. Матурлыҡҡа айырыуса иғтибар бүлгән «Башҡорт баҡыры», «Адель», «Строймеханизация» йәмғиәттәре биләмәһе «Иң яҡшы беркетелгән участок» тип танылды. О.Куваева менән Р.Белоноговаларҙың ѳйҙәре «Иң яҡшы йорт» исемлегенә индерелде. З.Вәлиди урамында йәшәүсе В.Батталова менән А.Таркина кеүек егәрле хужабикәләр «Иң яҡшы балкон» номинацияһы еңеүселәре тип иғлан ителде. «Иң яҡшы сауҙа нѳктәһе» номинацияһында иһә «Агат», «Нур», «Бомонд» магазиндары еңеп сыҡты.

Байрам концертының бай программаһы «Сибай», «Аҡйондоҙ», «Ете ырыу», «Мәликә», «Осҡон» бейеү, «Сулпан» вокал ансамблдәренең сығыштарынан торҙо. Кѳн дауамында сәхнәлә йыр-моң яңғыраны.

Тирмәләрҙә тарих һәм муллыҡ сағылды

Зауыҡ менән биҙәлгән тирмәләрҙән торған йәйләү Ҡала кѳнѳнә айырыуса йәм ѳҫтәне. Һәр тирмә алдында ҡупшы башҡорт милли кейемендә асыҡ сырайлы, яҡты ҡарашлы хужабикәләр, хужалар ҡаршы ала. Сибай мәктәптәрендә, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға, телебеҙгә тоғролоҡ, һѳйѳү һаҡлана. Шуға күрә лә уларҙың һәр береһенең тирмәһе шартына килтереп әҙерләнгән, йыһазландырылған. Әйтергә кәрәк, медицина хеҙмәткәрҙәре лә тырышлыҡ һалған, улар ҙа үҙҙәренең тирмәһен ҡороп һоҡландырҙы.

Тирмәләр янында эш ҡайнай. Мәҫәлән Р.Ѳмѳтбаев исемендәге башҡорт лицейы тирмәһе янында оҫталар быйма баҫа, умартасы бал айырта. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡорот, талҡан, эремсек эшләй, ҡаҡ ҡоя, буҙалары инде күптән әҙер. Ҡунаҡтарҙы йыр-моң менән ҡаршы алдылар, шартына килтереп килен һѳйѳү йолаһын да күрһәттеләр. Ғѳмүмән, һәр коллектив конкурсҡа бик сәмләнеп әҙерләнгән. Бында тѳрлѳ нәҫелдәрҙең шәжәрә ағастары, дарыу үләндәре, ҡул эштәре күргәҙмәләре менән танышырға була ине.

Комиссия ҡарары буйынса гимназия-интернаттың тирмәһе иң юғары призға—Гран-приға лайыҡ тип табылды. 1-се урынды гимназия менән политехник колледж, 2-се урынды педагогия колледжы, Р.Ѳмѳтбаев исемендәге башҡорт лицейы, 24-се һѳнәрселек лицейы, 12-се мәктәп, 3-сѳ урынды иһә үҙәк дауахана, 5-се, 11-се мәктәптәр, 9-сы лицей бүлеште. Тирмәләр конкурсында әүҙем ҡатнашҡан коллективтарға Почет грамоталары тапшырылды, ә еңеүселәр иһә аҡсалата бүләк менән билдәләнде.

Үҙәк майҙан да гѳрләне

Кискеһен байрам Үҙәк майҙанда «Республиканың киләсәге—беҙҙең ҡулдарҙа» исемле программа менән дауам итте. Бында башҡорт эстрадаһының йәш йондоҙҙары—Рәил Ѳмѳтбаев, Ғайсар Миңлеғолов, Илмир Моталов, Гѳлфиә Дәүләтшина, «Хыял», «А-Лейсия» тѳркѳмѳ башҡарыуында дәртле йырҙар яңғыраны, сәхнәлә бейеү конкурстары уҙғарылды. Байрам һуңында тѳнгѳ Сибай күген фейерверк уттары биҙәне.

Сибай халҡына ҡотлауҙар

Республика һәм Ҡала кѳндәре уңайынан Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Х.Х.Сѳләймәнов исеменә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай рәйесе К.Б.Толкачев, Республика Хѳкүмәте Премьер-министры урынбаҫары—Хѳкүмәт Аппараты етәксеһе И.А.Тажетдинов, финанс министры Р.С.Хисмәтуллина, Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Х.А.Вәлиев, Магнитогорск ҡалаһы хакимиәте башлығы Е.Н.Тефтелевтан һәм республиканың ҡала һәм район башлыҡтарынан ҡотлау телеграммалары килде.

«…Республика, шул иҫәптән Сибай ҡалаһы халҡының фиҙаҡәр хеҙмәте һѳҙѳмтәһендә илдә сәнәғәт һәм инфраструктура, фәнни-техник һәм белем биреү потенциалы үҫешә, халыҡтың йәшәйеш кимәле яҡшыра, именлек һаҡлана». «…Һеҙҙең күрше тѳбәктәрегеҙ урындағы халыҡты йомарт һәм киң күңелле булараҡ белә, Сибай—улар ѳсѳн оло донъяға тәҙрә», «…Бѳтә йѳрәктән Сибай ҡалаһы халҡына ныҡлы һаулыҡ һәм именлек, тыуған Башҡортостаныбыҙҙың һәм Рәсәй мәнфәғәтенә башҡарған хеҙмәтегеҙҙә яңы үрҙәр теләйбеҙ»,—тиелә ҡотлау телеграммаларында.

Байрам хаҡында фекерҙәр

Андрей Геннадьевич Назаров, Башҡортостан Республикаһы Президенты кәңәшсеһе:

—Тыуған ҡаламдың байрамында ҡатнашыу—минең ѳсѳн оло мәртәбә. Бѳгѳн 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт полктарына арнап һәйкәл асыуҙы тарихи мәл, тип һанайым. Был идеяны уҙған йыл Ҡала кѳнѳндә ҡала хакимиәте етәкселеге тәҡдим иткәйне. Уны тормошҡа ашырыуға үҙ ѳлѳшѳмдѳ индерә алыуыма шатмын.

Тәжрибәле ижади тѳркѳм һәйкәлде ваҡытында атҡарып сығыуға ѳлгәште. Матурлығы менән генә түгел, мѳһабәтлеге менән дә йәлеп иткән һәйкәл ҡаланың визит карточкаһына әйләнер, тигән ышаныстамын. Тағы ла шуныһы: ѳлкәндәр композицияға ҡарап ғорурлыҡ тойғоһо кисерһә, йәш быуында ул илһѳйәрлек рухы уятасаҡ.

Алдағы кѳндәрҙә бындай скульптура Ѳфѳ ҡалаһында ла ҡалҡып сығасаҡ. Бында халыҡтың яҡындарын яуға оҙатыу күренешенән тыш, республиканың күп милләтле тѳбәк булыуы ла сағылыш табасаҡ. Киләсәктә Сибай ҡалаһын береһенән-береһе матурыраҡ ижади композициялар биҙәр әле, тигән ниәттәмен.

Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев, әҙәбиәтсе, ғалим, филология фәндәре докторы:

—Миңә уҙған быуаттың 70-се йылдарында радио-телевидениеның Урал аръяғы тѳбәге буйынса хәбәрсеһе булып эшләргә һәм Сибай ҡалаһында йәшәргә тура килде. Шул ваҡытта халыҡ ҡаланың мәҙәниәт һәм белем биреү үҙәгенә әйләнеүе хаҡында хыяллана ине. Шуныһы ҡыуаныслы: бѳгѳн быларҙың барыһы ла тормошҡа ашты. Сибай үҙенең башҡорт рухлы ҡала булыуын даими уҙғарылып торған саралар, ғилми конференциялар менән дә раҫлай. Ғәҙәттә, беҙҙең республикала ҡалалар юбилейҙарын ғына үткәрә, ә һеҙҙә йыл һайын уҙғарыу традицияға әйләнгән.

1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт полктарына арналған һәйкәл асыу ҙа оло ваҡиға. Был беҙҙең тарихыбыҙға ҡарата иғтибарҙы, ихтирамды күрһәтә.

Данил Әбделғазин, Земфира Ғирфанова.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap