Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
БЕҘ ҺАУЛЫҠ ЯҠЛЫ
Untitled document

 

Һуңғы йылдарҙа Сибай педагогия колледжында студенттарҙың һаулығын нығытыуға, уларҙы физик яҡтан үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Тѳркѳмдәр араһында волейбол, футбол, баскетбол ярыштары, гѳрләп үткән күңелле старттар булһынмы—былар барыһы ла студент тормошоноң күңелле, иҫтә ҡалыр мәлдәре.

Шулай уҡ йыл һайын колледжда беҙ һағынып кѳтѳп алған яратҡан байрам «Һаулыҡ кѳнѳ» үткәрелә. Быйылғы йылда был сара тағы ла яҡшыраҡ, тағы ла күңеллерәк үтте. Спорт байрамын мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү бүлегенең 2-се Г тѳркѳмѳ студенттары ойошторҙо. Улар байрамды тантаналы асҡандан һуң, сәләмәтлектең әһәмиәте тураһында файҙалы мәғлүмәт бирҙе, насар ғәҙәттәрҙән ситтә булырға саҡырҙы. Иң ҡыҙыҡлыһы—Лондонда үткән Олимпия уйындарынан ѳҙѳктәр сәхнәләштерҙеләр, Рәсәй чемпиондары менән таныштырҙылар.

Артабан дәртле, күңелле музыка аҫтында сәмле ярыштар башланды. 1-се курс студенттары үҙҙәренең сослоғон күрһәтте. Улар араһында 500 метрға йүгереү буйынса 1-се урынды Ғиззәтова Фидәлиә яуланы. Ә инде юғары курстар араһында, ғәҙәттәгесә, беҙҙең тѳркѳмдәшебеҙ Яҙгѳл Илбулова беренселекте бирмәне. Егеттәр араһында 1000 метрға йүгереүҙә 4-се Б тѳркѳмѳнән Туҡбаев Вәғиз алдынғы урында булды. Гир күтәреүҙә колледждың спортсмены Харисов Динар еңеүсе тип табылды. Тѳркѳмдәр араһында ярыштар ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. Тәүҙә ѳшѳңкѳрәп, елдән ышыҡланып торған студенттар тағы ла сәмләнеп китте. Бѳтә уҡыусыларҙы, кѳйәрмән уҡытыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған «Күңелле старттар» ярышы байрамға тағы ла йәм ѳҫтәне. Бында мәктәп бүлеге студенттары ал бирмәне. Йылдағыса беҙҙең тѳркѳм ҡыҙҙары арҡан тартыу ярышында һынатманы, тағы ла 1-се урынды алды, ә инде егеттәр араһында хеҙмәт бүлеге егеттәре иң кѳслѳләр булып танылды.

Күңелле ярыштарҙан уҡытыусылар ҙа ситтә ҡалманы. Йүгереү буйынса информатика уҡытыусыһы Айытбаев Данил Ринат улы, ә ҡатын-ҡыҙ уҡытыусылар араһынан Әхмәтйәнова Тәнзилә Шафиҡ ҡыҙы 1-се урын алды.

Байрам аҙағында еңеүселәргә маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырҙылар. Беҙ был матур саранан ял итеп, кѳс-дәрт алып ҡайттыҡ. Киләсәктә ошондай байрамдар тағы ла йышыраҡ үткәрелһен ине.

Гѳлназ Фәйзуллина, 5-се А тѳркѳмѳ студенты.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap