Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
ТАРИХЫБЫҘҘЫ ѲЙРӘНЕҮ―ИЛҺѲЙӘРЛЕК БИЛДӘҺЕ
Untitled document

 

Тыуған илеңдең тарихын белеү илһѳйәрлек тәрбиәләүҙең тѳп нигеҙен тәшкил итә. Шулай уҡ патриотизм тойғоһо тыуған ереңә һәм телеңә ҡарата булған һѳйѳүҙе, халыҡ традицияларын һәм ғѳрѳф-ғәҙәттәрен хѳрмәт итеүҙе, тыуған илеңә ҡағылышлы дѳйѳм сәйәси ваҡиғаларҙы, бурыстарҙы белеүҙе һәм үтәүҙе үҙ эсенә ала.

Белеүебеҙсә, быйылғы йыл Рәсәйҙә Тарих йылы тип иғлан ителде. Ошо йәһәттән БДУ-ның Сибай институтында ла үткәнебеҙҙе ѳйрәнеүгә, студенттарҙа милли рух тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә. Тарих бүлеге тарафынан мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм аспиранттар ѳсѳн уҙғарылған саралар ошоға асыҡ миҫал. Бындай саралар уҙған йылдың декабрендә 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған конференция менән башланып китһә, был исемлекте ағымдағы йылдың март һәм октябрь айҙарында үткән конференциялар дауам итте.

12 октябрҙә «Рәсәй халҡы яҙмышында 1812 йылғы Ватан һуғышы» Бѳтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһында ла халҡыбыҙ тарихын тәрәндән ѳйрәнеү мәсьәләһе тәүге урынға ҡуйылды.

Сараның юғары кимәлдә үтәсәген ойоштороу комитетына килгән заявкаларҙың күп булыуы ла күрһәтте. Йәғни, конференцияла ҡатнашырға теләк белдергән аспиранттар һәм студенттарҙан йәмғеһе 80-дән ашыу заявка ҡабул ителде. Ѳфѳ, Стәрлетамаҡ, Магнитогорск, Сочи ҡалаларынан ғалимдарҙың, БДУ аспиранттарының, республиканың уҡыу йорттары студенттары һәм мәктәп уҡыусыларының ҡатнашыуы сараның баһаһын арттырмай ҡалманы.

Конференция 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған сараларҙың бер ѳлѳшѳн тәшкил итте, тиһәк тә хата булмаҫ. Иң тәүҙә ҡатнашыусылар башҡорт полкттарына арналған һәйкәлде асыу тантанаһын тамаша ҡылды. Мәғлүм булыуынса, республикала был тарихи ваҡиғаға арналған тәүге монументаль скульптураны асыуҙа Башҡортостан Президенты Рѳстәм Зәки улы Хәмитов һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашҡайны.

Конференцияны асып, уҡыу йорто директоры Зиннур Ғѳбәйҙулла улы Йәрмѳхәмәтов ҡунаҡтарҙы тәбрикләп үтте. Унан инде Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты П.В.Крашенинников, Республика Президенты кәңәшсеһе А.Г.Назаров, хәрби-тарихи реконструкция клубы етәксеһе И.Ғ.Шәйәхмәтов, тарих фәндәре докторы А.Л.Филоненко, БДУ профессоры, филология фәндәре докторы М.Х.Иҙелбаев, БДПУ профессоры, филология фәндәре докторы Ә.М.Сѳләймәновтарҙың сығышы күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты.

Пленар ѳлѳштән һуң конференция ике секцияла дауам итте. Тәүгеһе «XIX быуаттың беренсе яртыһында Рәсәйҙең сәйәси, социаль-иҡтисади һәм мәҙәни хәле һәм Рәсәй халҡының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуы» тип аталһа, икенсеһендә 1812 йылғы Ватан һуғышы нигеҙендә философик һәм әхлаҡи-патриотик аспекттарҙы ѳйрәнеү мәсьәләләре ҡаралды.

Альбина Ярмуллина,

БДУ-ның Сибай институты доценты,

тарих фәндәре кандидаты.

Әхмәт Сѳләймәнов, БДПУ профессоры, филология фәндәре докторы:

—Бѳгѳнгѳ конференцияның Сибай ҡалаһында уҙғарылыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Сѳнки 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың күбеһен нәҡ ошо тѳбәк, йәғни, Бѳрйән, Ҡыпсаҡ, Түңгәүер, Үҫәргән башҡорттары тәшкил итә. Шулай уҡ беренсе башҡорт полкы ла ошо ерҙә ойошторола.

Был йәһәттән ѳйрәнәһе, тикшерәһе эштәр күп әле. Шуға күрә фәнни сараларҙың уҙғарылыуы тик файҙаға ғына: яңынан-яңы фекерҙәр барлыҡҡа килә, яңы хеҙмәттәргә нигеҙ һалына, ѳйрәнеү мѳмкинлектәре барлана. Мәҫәлән, ғалимдар 1836 йылда тѳҙѳлгән иҫәп алыу мәғлүмәттәренең дѳрѳҫ түгеллеген асыҡланы.

Күптән түгел үҙемдең ошо юҫыҡтағы уҡыу ҡулланмаһын сығарыуға ирештем. Унда халыҡ ижады ѳлгѳләре лә киң урын алған. Бѳгѳнгѳ конференцияның йыйынтығы сыҡһа, ғалимдар, студенттар ѳсѳн яҡшы ҡулланма буласаҡ.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap